Автократов Дмитрий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Автократов Дмитрий Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 3 февраль 1868({{padleft:1868|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Мокшанский район[d], СССР
Вафат булған көнө 10 май 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ветеринар, paraveterinary worker
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ветеринария фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Автократов Дмитрий Михайлович (3 февраль 1868 йыл — 10 май 1953 йыл) — ветеринар анатом, ветеринария фәндәре докторы (1935), профессор (1916), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дмитрий Михайлович Автократов 1868 йылдың 3 февралендә Пенза губернаһы Мокшанск өйәҙе Морат ауылында тыуа. Ул Ҡазан ветеринария институтын тамамлағандан һуң, (1895) шунда уҡ эшләй башлай. 19081915 йылдарҙа Варшава, 1916—1935 йылдарҙа Новочеркасск ветеринария институттарында йорт хайуандары анатомияһы кафедраһы мөдире.
Дмитрий Михайлович Автократов 1935 йылдан алып Мәскәү ҡалаһында ғүмеренең аҙағынаса йәшәй һәм эшләй. Ул Ҡошсолоҡ институтында (1937 йылға тиклем), Хәрби-ветеринария академияһында (19371941), зоотехния институтында (19411943)һәм ит сәнәғәте химия-технология институтында (1943 йылдан) эшләй. 1953 йылдың 10 майында Мәскәүҙә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорт хайуандарының анатомияһы, гистологияһы, фармакология һәм офтальмологияһы буйынса хеҙмәттәр яҙа. Артериаль системаның вариациялы булыуын өйрәнеү, йорт хайуандарының һәм ҡоштарының вегетатив нервы системаһының морфологияһын өйрәнеү менән шөғөлләнә.

Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ауыл хужалығы малдары һәм ҡоштары анатомияһы буйынса дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яҙа.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Миҙалдар.

Фәнни эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ауыл хужалығы малдары анатомияһы. М. — Л., 1930.
  • Йорт ҡоштары анатомияһы (ситтән тороп уҡыу өсөн). М., 1940.
  • Зоотехник юғары уҡыу йорттары өсөн йорт хайуандары анатомияһы. М., 1949.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Калугин В. И. Д. М. Автократов // Ветеринария. 1968. № 7.
  • Михайлов Н. В. Жизненный путь и творческая деятельность заслуженного деятеля науки РСФСР, профессора Автократова // Ученые записки Казанского ветеринарного института. 1968. Т.103.
  • Михайлов Н. В. Школа ветеринарных морфологов // Ветеринария. 1973. № 5.
  • Ветеринарная энциклопедия. М., 1968. Т.1.
  • Казанская государственная академия ветеринарной медицины (1873—2006 гг.). Казань, 2006. Автор — О. М. Гильмутдинова

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]