Алтынсы палата

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Палата № 6
Жанр

повесть

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

рус

Ижат ителгән ваҡыты

1892

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1892

«Пала́та № 6» (исеме замандаштары тарафынан «Алтынсы һанлы палата» тип уҡылған[1]) — Антон Павлович Чеховтың повесы. Беренсе тапҡыр 1892 йылда «Русская мысль» журналында[2] баҫылып сыға.

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Андрей Ефимыч Рагин — ҡала дауаханаһының баш табибы;
  • Иван Дмитрич Громов — пациент 33 йәштә, элекке суд приставы һәм губерна секретаре, эҙерлекләүҙән ҡурҡып һаташыусы;
  • Евгений Фёдорович Хоботов — өйәҙ табибы, йәш кеше, земство тарафынан дауаханаға эшкә ебәрелгән;
  • Михаил Аверьяныч — оло йәштәге почтмейстер, ярлыланған заманында бай алпауыт;
  • Сергей Сергеич — фельдшер, ҡалала дауалау ғәмәле булған, хоҙайға инанған кеше;
  • Никита — ҡарауылсы, отставкалағы ҡарт һалдат;
  • Семён Лазарич — сәс алыусы, дауаханаға пациенттарҙың (ғәҙәттә иҫерек көйө) сәсен алырға килә;
  • Мойсейка — пациент, йәһүд, бүрек тегеү оҫтаханаһы янғанлыҡтан иҫәрләнгән;
  • Дарьюшка — Андрей Ефимычтың ашнаҡсыһы.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур булмаған дауахана флигелендә аҡылға зәғиф ауырыуҙар өсөн алтынсы палата бар. Палатала биш кеше, улар араһында юләр Моисейка һәм элекке суд приставы Иван Дмитрич Громов, йәшәй. Дауаланыусыларҙы һүрәтләгәндән һуң автор уҡыусыларҙы табип Андрей Ефимыч Рагин менән таныштыра. Ул дауаханала баш табип булып эшләй башлаған саҡта дауахана ҡурҡыныс хәлдә була. Ҡот осҡос ярлылыҡ, антисанитария. Рагин быға битараф ҡарай. Ул аҡыллы һәм ғәҙел кеше, тик уның был хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ышанысы һәм ихтыяр көсө аҙ. Башта ул тырышып эшләй, ләкин тиҙҙән ул төшөнкөлөккә бирелә һәм бындай шарттарҙа ауырыуҙарҙы дауалауҙың мәғәнәһеҙлеген аңлай. Ошоно аңлағандан һуң Рагин эштән ситләшә һәм дауаханаға унда-бында бер тапҡыр ғына килә башлай. Әҙерәк эшләгән кеше булып ҡылына ла өйөнә ҡайтып китап уҡый. һәр ярты сәғәт һайын бер рюмка араҡы ҡойоп эсә, ҡыяр йәки тоҙланған алма менән тәғәмлыҡ ҡыла. Артабан төшкө аш ашай, һыра эсә. Кистәрен ғәҙәттәгесә уның янына почтмейстер Михаил Аверьяныч килә. Табип менән почтмейстер мәғәнәһеҙ әңгәмәләр һәм яҙмыштарына зарланыу менән мәшғүл. Ҡунағы ҡайтып киткәс, Рагин китап уҡыуын дауам итә. Тапҡан аҡсаһының яртыһына ул китаптар һатып алып, ҡулына ниндәй китап эләкһә , шуны уҡый, бигерәк тә философияныһәмтарихты яратып уҡый. Уҡыған саҡта ул үҙен бик бәхетле итеп тоя.

Яҙғы кистәрҙең береһендә ул алтынсы палатаға килеп инә. Унда Громов тарафынан урлашыуҙа ғәйепләнә һәм уның менән оҙайлы һөйләшеүгә инә. табип был палатаға көн һайын килә һәм Громов менән әңгәмәләшеүен дауам итә. Был һөйләшеү Андрей Ефимычҡа ныҡ тәьҫир итә. Улар бәхәсләшәләр. табип грек стоиктарының позицияһында тора һәм тормош ғазаптарына иғтибар итмәй, ә Громов михнәт сигеүҙәрҙе бөтөрөргә хыяллана һәм табибтың фәлсәфәһе ялҡаулыҡтан килә ти. Дауахана корпусында табибтың алтынсы палатаға йыш йөрөүе тураһында хәбәр тарала. Июнь аҙағында был хәбәр Рагиндың баш табип урынына үҙе менеп ултырырға теләгән йәш табип Хоботовҡа ла килеп етә. Августа Андрей Ефимыч ҡала башлығынан бик мөһим эш буйынса управаға килергә тигән хат ала. Уларҙың һөйләшеүе комиссия тарафынан Рагиндың аҡылһәләтлеген тикшереп раҫлау булып сыға.

Шул уҡ көндө почтмейстер Рагинга отпуск алып сәйәхәткә китергә кәңәш бирә. Бер аҙнанан Рагинға ялға, йәғни отставкаға китергә тәҡдим итәләр. Ул быны артыҡ иҫе китмәй генә ҡабул итә һәм Михаил Аверьяныч менән Мәскәүгә, артабан Петербургҡа һәм, ниһайәт,Варшаваға китә. Юл буйына почтмейстер тоҙһоҙ һүҙҙәре, ҡомһоҙлоғо һәм ашамһаҡлығы менән Рагиндың һарыуын ҡайната; ул кәрт уйнап отола һәм Андрей Ефимычтан 500 һум аҡса бурысҡа ала. Ошонан һуң улар өйҙәренә ҡайта.

Өйҙә Рагинды финанс ауырлыҡтары һәм Андрей Ефимычтың аҡылдан яҙыуы тураһындағы хәбәр көтә. Берҙән-бер көндө Рагин сығырынан сыға, ҡыҙып китеп, Хоботов менән почтмейстерҙы фатирынан ҡыуып сығара. Иртәгеһенә уға үҙ ҡылығы өсөн ҡыйын һәм оят булып китә, шунлыҡтан ул почтмейстерға ғәфү үтенергә тип килә. Михаил Аверьяныч уға дауаханаға инеп дауаланып сығырға кәңәш бирә. Шул көндөң кисендә уға Хоботов дауалау буйынса кәңәш һорап килә. Ике табип алтынсы палатаға консилиум яһарға инә, Хоботов стетоскоп алып килергә тип сыға һәм кире палатаға килмәй. Ярты сәғәттән һуң палатаға бер ҡосаҡ кейем тотоп Никита килеп инә. Рагин барыһын да аңлай. Тәүҙә ул палатанан сығырға итә, ләкин Никита уны сығармай. Рагин менән Громов дау ҡуптаралар, Никита Андрей Ефимычтың битенә һуға. Табип был палатанан сығармаҫтарын аңлай. Ул барыһына ла битараф ҡала һәм икенсе көндө апоплексиянан үлә. Уны ерләгәндә һуңғы юлға бары Михаил Аверьяныч һәм Дарьюшка ғына оҙата.

Әҫәрҙең яҙылыу тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге тапҡыр повесть тураһында Чеховтың нәшерсе А. С. Суворинға 1892 йылдың 31 мартында яҙған хатында телгә алына:

Бер нимә лә эшләмәй тормош һөрәм, ләкин был тормошомдо һәр көн һайын яҙырға кәрәк, яҙырға кәрәк тигән фекер ағыулай. Повесть яҙам. Баҫтырыр алдынан Һеҙҙең фекерҙе белер өсөн мин уны Һеҙгә ебәрәм, цензураны үтерлекме, юҡмы? Һеҙҙең фекер минең өсөн алтын бәрәбәренә тиң. Повеста фәлсәфә һатыу бик күп һәм мөхәббәт элементы бөтөнләй юҡ. Фабула, бәйләнеш һәм сиселеш бар. Йүнәлеше либераль. Күләме — 2 баҫма бит. Шулай ҙа Һеҙҙең менән кәңәшләшергә кәрәк ине, сөнки мин бик күп артыҡ күңелҙеҙ хәлдәрҙе яҙҙым шикелле. Һеҙ зауыҡлы кеше, шуға күрә мин Һеҙҙең тәүге тәьҫоратҡа, күктә һәр саҡ ҡояш булғанға ышанған кеүек, ышанам. Әгәр минең әҫәрҙе тиҙ генә баҫмаһалар һәм миңә уны төҙөтергә бер-ике ай ваҡыт бирһәләр, Һеҙ миңә уның корректураһын ебәрергә рөхсәт итегеҙ.

— Письмо А. С. Суворину от 31 марта 1892 года[3]

16 апрелдә Чехов И. И. Ясинскийға, «Русское обозрение» журналы редакцияһына бирер өсөн Мәскәүгә ҡулъяҙмаһын алып килеүе тураһында яҙа[4]. 29 апрелдә Чехов Л. А. Авиловаға, «Алтынсы палатаны» яҙып ятыуы тураһында хәбәр итә:

«Повесты яҙып бөттөм, ул бик күңелһеҙ, сөнки унда ҡатын-ҡыҙ заты һәм мөхәббәт элементы юҡ. Бындай повесты яратмайым, нисектер абайламаҫтан һәм еңел аҡыллылыҡтан шулай яҙҙым . Әгәр Һеҙҙең июндәге адресығыҙ билдәле булһа, мин Һеҙгә уның оттискыһын ебәрермен».

— Письмо Л. А. Авиловой от 29 апреля 1892 года[5]

А. С. Суворинға 15 майҙа ул повестың аҙағын ебәреүе һәм яңы әҫәр («Соседи») яҙа башлауы тураһында хат яҙа:

Мин корректураһын уҡыным, повестың аҙағын һалдым, ә яуап һаман юҡ тик юҡ инде! Моғайын, миңә түләмәҫтәр, сөнки журналдың яҙмышы һәм ундағы хәлдәр нотариус Боборыкиндың бөлөүе менән ныҡ бәйле. Әҙерәк кенә көтөп тороғоҙ, бурысымды ебәрермен, сөнки яңы повесть яҙып ятам.

— Письмо А. С. Суворину от 15 мая 1892 года[6]

Экранлаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1974 — «Krankensaal 6» (ФРГ), — реж. Карл Фрухтман
  • 1978 — «Paviljon VI» (Югославия), — реж. Лучиан Пинтилие
  • 1987 — «Sala nr 6» (Польша), — реж. Кшиштоф Грубер, АнджейДомаликсценарийы буйынса
  • 2004 — «Рагин» (Рәсәй), — реж. Кирилл Серебренников; Михаил Угаров һәм Дмитрий Зверьковтарҙың сценарийы буйынса
  • 2009 — «Алтынсы палата» (Рәсәй), — реж. Карен Шахназаров; сценарийҙы яҙыусылар — Александр Бородянский һәм Карен Шахназаров.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Алтынсы палата» рус телендә кире мәғәнәлә ҡулланыла. Ғәҙәти булмаған хәлде шулай атайҙар.
  • Дуэт Иваси 1996 йылда «Ума палата номер шесть» тигән йыр яҙған[7].
  • Шағир һәм музыкант Александр Башлачев «Палата № 6» тигән йыр яҙған.
  • КВН-да Ужгород ҡалаһының командаһы «Палата № 6» тип атала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ирина Левонтина «Какого рода слово кофе — интересный вопрос» // Афиша Daily, 12 января 2016
  2. Антон Чехов Палата № 6 // Русская мысль. — М., 1892. — № 11. — С. 76—123.
  3. Чехов А. П. Письма в 12 томах // Полное собрание сочинений и писем в 30 томах. — М.: Наука, 1977. — Т. 5. Письма, Март 1892—1894.. — С. 41—42.
  4. Чехов А. П. Письма в 12 томах // Полное собрание сочинений и писем в 30 томах. — М.: Наука, 1977. — Т. 5. Письма, Март 1892—1894. — С. 52.
  5. Чехов А. П. Письма в 12 томах // Полное собрание сочинений и писем в 30 томах. — М.: Наука, 1977. — Т. 5. Письма, Март 1892—1894. — С. 58.
  6. Чехов А. П. Письма в 12 томах // Полное собрание сочинений и писем в 30 томах. — М.: Наука, 1977. — Т. 5. Письма, Март 1892—1894. — С. 66—67.
  7. Дуэт Иваси. «Ума палата номер шесть»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Сочинения в 18 томах // Полное собрание сочинений и писем в 30 томах. — М.: Наука, 1977. — Т. 8. [Рассказы. Повести], 1892—1894. — С. 72—126, 446—464.
  • Скафтымов А. О повестях Чехова «Палата № 6» и «Моя жизнь» // Нравственные искания русских писателей. — М., 1972. — С. 381—386.