Андреев Вадим Евгеньевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вадим Евгеньевич Андреев
Тыуған көнө

17 август 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны

Өфө, БАССР, СССР

Ил

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

геология

Эшләгән урыны

БР ФА‑ның Стратегик тикшеренеүҙәр институты
ӨДНТУ

Альма-матер

ӨНИ

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Ғилми исеме

профессор

Тышҡы һүрәттәр
Вадим Андреев

Андреев Вадим Евгеньевич (17 август 1955, Өфө, БАССР) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тау инженеры, нефтсе. БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). А.А. Трофимук исемендәге премия лауреаты (2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Андреев Вадим Евгеньевич 1955 йылдың 17 авгусында Өфөлә тыуа.

1977 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Артабан шунда уҡ эшләй башлай.

1983 йылдан алып Вадим Евгеньевич — өлкән инженер, 1985 йылдан башлап — лаборатория мөдире, шул үк ваҡытта 1988 йылдан башлап «Нефть һәм газ сыҡҡан урындар геологияһы һәм разведкаһы» кафедраһының мөдире булып эшләй.

1989 йылдан башлап Вадим Андреев Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ғилми тикшереү институтында сектор мөдире булып эшләй башлай. 1992 йылдан алып — лаборатория мөдире, 2001 йылдан директор булып эшләй.

1998 йылда Вадим Андреев техник фәндәре докторы исемен яҡлай. 2003 йылда профессор дәрәжәһен яулай.

2002 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Нефть һәм газ технологиялары һәм яңы материалдар үҙәгенең директоры булып эшләй башлай.

2006 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре наградаһы менән бүләкләнә. 2010 йылда А. А. Трофимук исемендәге премияһына лайыҡ була.

Башҡортостан фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы, «Проблемы нефтегазодобычи» ғилми кәңәшмәһенең рәйесе.

Андреевтың ғилми эштәре ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдарын геология-технологик нигеҙләүгә, прогнозлауға бағышланған. Андреев ҡарамағы аҫтында физик-химик, микробиологик һәм комплекслы ысулдарҙы файҙаланып эшләнгән ҡалдыҡ нефтте сығарыу технологияһын Башҡортостан һәм Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарында ҡулланыла башлана.

Вадим Андреев 300 тирәһе ғилми тикшереүҙәр һәм 29 уйлап табыу авторы кеүек билдәле.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Геолого-технологические особенности разработки нефтяных месторождений южного региона Башкортостана. Санкт-Петербург, 2004 (авторҙ.)
  • Прогнозирование применения новых методов увеличения нефтеотдачи при освоении трудноизвлекаемых запасов нефти. Өфө, 2007 (авторҙ.)
  • Освоение трудноизвлекаемых запасов нефтяных месторождений с применением энерго- и ресурсосберегающих технологий. Өфө, 2011 (авторҙ.).

Наградалары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)
  • А. А. Трофимук исемендәге премияһы (2010)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]