Ауыл кешеләре (повесть)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл кешеләре
Рәсем
Атамаһы Мужики
Сәнғәт формаһы роман
Жанр повесть[d]
Баҫма йәки тәржемә The Muzhiks[d] һәм Q96758051?
Автор Чехов Антон Павлович
Ил  Рәсәй империяһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1897
Место действия Рәсәй империяһы
Первая строка Лакей при московской гостинице "Славянский Базар", Николай Чикильдеев, заболел.
Баҫылған Q108846508?
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Ауыл кешеләреАнтон Павлович Чехов яҙған повесть. Әҫәр баҫылып сыҡҡас төрлө ҡаты бәхәстәр тыуҙыра. Лев Толстой был повесты «халыҡҡа ҡаршы гонаһ» тип атай. Хәҙер повесть яҙыусының шедевры тип иҫәпләнә[1].

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Новелла 1897 йылдың апрелендә Русская мысль баҫмаһында сыға. Әҙерәк үҙгәртелеп, повесть айырым китап итеп сығарыла: башта Алексей Суворин нәшриәтендә, аҙаҡтан ― «1. Ауыл кешеләре. (1936) Минең тормошом тип айырым китап итеп баҫыла. Адольф Маркс 18991901 йылдарҙа яҙыусының баҫҡан әҫәрҙәре йыйылмаһының туғыҙынсы томына Чехов үҙе был повесты, әҙерәк үҙгәртеп, индерә.

Яҙылыу тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҫәрҙең сюжеты Чеховтың үҙ имениеһы Мелиховола йәшәгәндә күргәндәре нигеҙендә яҙыла. 1897 йылдың 2 апрелендә Чехов ағаһы Александрға: „Русская мысль“ баҫмаһының апрель сығарылышында минең Мелиховола һеҙ 1895 йылда булған янғын тураһында әҫәрем сығасаҡ», тип яҙа.[2]

«Ауыл кешеләре» повесы тураһында Чехов Елена Шавроваға 1897 йылдың 1 ғинуарында Мелиховола булған сағында хат яҙа: «муйындан эшкә сумғанмын, яҙам, һыҙам, тағын яҙам…» Ҡасан яҙа башланыуы билдәле булмаһа ла, повесть 1897 йылдың февраль аҙағына яҙылып бөтөлә, 1 мартта ул Алексей Суворинға: «мин ауыл кешеләре тураһында повесть яҙып бөтөрҙөм, тик цензура үткәрмәҫ тип, яртылаш ҡыҫҡартырға тура килер, моғайын», тип яҙа. Повесть «Русская мысль» баҫмаһына 15 — 18-се март араһында ебәрелә, был хаҡта Чеховтың Виктор Гольцевҡа яҙған хатында телгә алына[3].

Цензура менән проблемалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иллюстрация русского художника Ильи Репина к французскому изданию, 1899

Икенсе апрелдә «Русская мысль» баҫмаһы повесть типографияла баҫтырыуға ебәрелә, шунан һуң ул цензор С. И. Соколовҡа күрһәтелә. Үҙенең докладында С. И. Соколов: « Чехов ауыл тормошон бик ныҡ ҡара буяуҙар менән һүрәтләй, ундағы геройҙарҙың иҫерек көн итеүен, бисәләрен туҡмауын. хәйерселектә, рухи ҡараңғылыҡта йәшәүен, хатта ҡайһы берҙәренең Хоҙайға ла ышанмауын һүрәтләй. — тип яҙа. — Автор фекеренсә, хәҙер крәҫтиәндәр крепостное право ваҡытындағыға ҡарағанда ла насарыраҡ йәшәй: элек туҡ булһа, хәҙер ас».

Соколов докладының икенсе данаһын Мәскәү цензура комитетына ошо уҡ һығымталары меән ебәрә. Шунлыҡтан повестың туғыҙынсы киҫәгенең бер өлөшө әҫәрҙән ҡырҡып алына.

Шул уҡ йылда Суворин повестың был киҫәген, әҙерәк Чеховтан үҙгәрттереп, әҫәрҙе баҫтырып сығара.

Һуңғараҡ француз тәржемәсеһе Денис Руше авторҙан повестың тулы версияһын һорай. Чехов был турала Фёдор Батюшковҡа: «Руше минән теге цензура ҡырҡып ташлаған киҫәктәрҙе һораны, тик мин уларҙы Парижға ебәреүҙе кәрәк тип тапмайым, сөнки унда ҡыҫҡартыуҙар түгел, ә повестың бер бүлеге алып ташланғайны». Был бүлек шулай табылмайынса тороп ҡала.

Повесть француз телендә 1897 йылдың сентябрендә ике аҙнаға бер тапҡыр сығарыла торған Quinzaine баҫмаһында донъя күрә. 1901 йылда Парижда Илья Репин иллюстрациялары ҡуйылып, повесть айырым баҫма булып сыға. Репин Таганрог ҡала китапханаһында 1901 йылдың 10 апрелендә булған саҡта Чеховҡа был үҙенсәлекле һүрәттәрен тапшыра.

Тәнҡитселәрҙең баһаламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Апсит, иллюстрация к повести, 1903

Урыҫ әҙәбиәте тарихсылары Чеховтың әҫәрен 1890-сы йылдарҙағы йәмғиәттең реаль тормошон күрһәтеүсе әҫәр тип атай. «Һеҙҙең „Ауыл кешеләрен“ уҡып сыҡтым. Шул тиклем иҫ китеп һоҡланырлыҡ, төнгә ҡаршы уҡып сыҡтым, төнө буйы йоҡлай алманым»,- тип Николай Лейкин 1897 йылдың 29 апрелендә Чеховҡа яҙа. 1897 йылдың майында актёр һәм драматург Александр Южин Чеховҡа: «…һинең „Ауыл кешеләре“ — урыҫ кешеһе өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан бөйөк әҫәр»… — тип яҙа. Чехов В. И. Немирович-Данченконан да: «Ауыл кешеләрен шул тиклем көсөргәнеш менән уҡыным. Төрлө яҡтан килгән баһаламалар буйынса, һинең ул тиклем уңыш ҡаҙанғаның юҡ ине», — тип яҙылған хат ала.

Яҙыусыны маҡтап ҡына ҡалмайҙар, ә кире лә баһалайҙар. Чеховты бик ныҡ яратҡан Лев Толстой уның был хикәйәһен уҡығас, Виктор Миролюбов әйтеүе буйынса, үҙ ҡуйын дәфтәренә: «уның Ауыл кешеләре — халыҡҡа ҡарата ҙур гонаһ, сөнки ул урыҫ кешеһен бөтөнләй белмәй», — тип яҙған[4]. 1898 йылда Чехов Урыҫ яҙыусыларының бер-береһенә ярҙам итеү берләшмәһенә ағза булып инә, ләкин уға тауыш биреүселәрҙең "Ауыл кешеләре"нә дошмандарса ҡарағанлығы арҡаһында һайлана алмай ҡала. Был турала Алексей Суворин, 1898 йылдың апрелендә үҙенең ҡуйын дәфтәренә яҙып ҡуйған[5]. Насар баһаламаларҙы Новости и биржевая газета (1897 йыл. № 118, 1 май, Скриба), Санкт-Петербургские ведомости (1897 йыл. № 114, 29 апрель, Н. Ладожский) һәм Московские ведомости (1897 йыл. № 114, 29 апрель, К. Медведский) баҫмаларында яҙылып сыға.

Шуға ҡарамаҫтан, повесть 1890-сы йылдарҙа әҙәбиәттә ҙур урынды биләй. Аноним рецензиялаусы Северный вестник журналында (№ 6, 1897) Чехов хикәйәһенең уңышы Тургенев йәки Достоевскийҙың яңы романдары баҫылып сыҡҡан ваҡытты хәтерләтә, тип яҙа.[6].

Эре гәзит-журналдар повесҡа рецензиялар яҙа һәм, Чеховтың биографы Родионов әйтеүенсә, уларҙың күбеһе бары тик әҫәрҙең сюжетын ғына баһалай.

Петр Струве, Новое время гәзитендә һәм Николай Михайловский Русское богатство баҫмаһында был повесть тураһында ҡайнар бәхәс алып бара. Струве Чеховты маҡтаһа, Михайловский уны ныҡ тәнҡитләй[1]

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Николай Чикильдеев, «Славянский Базар» Мәскәү ҡунаҡханаһы хеҙмәтсеһе, баш ҡалала 11 йыл йәшәгәндән һуң ауырып киткәнлеге арҡаһында ата-әсәһе янына ауылға ҡайта.
  • Ольга, Николайҙың ҡатыны.
  • Саша, Чикильдеевтың ун йәшлек ҡыҙы.
  • Осип, Николайҙың атаһы.
  • Мария, Николайҙың ағаһы Кирьяктың алты балалы ҡатыны.
  • Кирьяк, Николайҙың ағаһы.
  • Фёкла, Николайҙың һалдатҡа алынған ҡустыһы Денистың ике балалы ҡатыны.
  • Денис, Николайҙың ҡустыһы

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Повесть туғыҙ бүлектән тора. Ундағы ваҡиға Жуково ауылында бара. Повесть Николай Чикильдеевтың, Мәскәүҙәге «Славянский Базар» ҡунаҡханаһының хеҙмәтсеһене, Жуково ауылына ҡатыны Ольга һәм ҡыҙы Саша менән ҡайтыуы менән башланып китә. Ул бик ҡаты сирләй, дарыу алырға аҡсаһы юҡ, шуға күрә ҡалала йәшәй алмай. Николай ата-әсәһенең ауылында үҙенә урын табырға тырыша.

Элекке тап-таҙа, яҡты ата-әсәһе йорто хәҙер бысраҡ һәм ҡап-ҡараңғы. Быны Николай һәм уның ҡатыны Ольга яҡшы аңлай. Улар өйгә килеп ингәндә унда бер бәләкәй ҡыҙыҡайҙан башҡа бер кем дә булмай. Кискеһен алпауытҡа эшләгән Николайҙың ата-әсәһе, килендәре Марья менән Фекла ҡайтып инә. Марья менән Кирьяктың алты балаһы, Фекла менән һалдатҡа алынған Денистың ике балаһы бар. Кирьяк урман ҡарауылсыһы, ул да кис ҡайтып инә һәм, бер ни ҙә әйтеп тормайынса, ҡатыны Марьяны ҡанға батырып туҡмай. Балалар ҡурҡып илай, ә Кирьяк сәй эсергә ултыра. Кис барыһы ла ятып йоҡлай.

Иртәнсәк Ольга Марья менән сиркәүгә китә. Марья, сиркәүҙәге руханиҙың ҡалын тауышын ишетеп, Киоьяк бында микән тип, ҡурҡышынан тертләп китә.

Ауыл халҡы Николайҙы күрергә килә. Улар ауырыу Николайҙы һәм уның ҡыҙы Сашаны йәлләй. Был көндө өйҙәгеләрҙең береһе лә эшкә бармай.

Николайҙың әсәһе барыһын да әрәмтамаҡ тип әрләй, күршеләренең ҡаҙҙары баҡсалағы кәбеҫтәне ашап ҡуймаһын тип ҡурҡа. Көнө буйын өйҙә ҡысҡырыш һәм әрләш тора.

Николай менән Ольганың кәйефтәре төшә , уларға барыһы өсөн дә оят була. Бер нисә көн үткәс, Николайҙың әсәһе Сашаны йәшелсә баҡсаһын күрше ҡаҙҙарынан һаҡларға ҡуша. Ҡыҙыҡай һеңлеһе Мотьканы күрә һәм уның янына йүгереп китеп уйнай башлай. Шул арала ҡаҙҙар кәбеҫтәне ашай. Оләсәйҙәре ҡыҙҙарҙы сыбыҡ менән яра. Николай, ҡыҙын туҡмағаны өсөн, әсәһенә асыулана. Кискеһен әбей оҙаҡ ҡына арыш икмәгенең ҡатыһын һыуға ебетеп ашай. Быны күреп торған Саша менән Мотька, ураҙа ваҡытында ашап ултырған оләсәләрен был гонаһы өсөн тамуҡҡа эләгәсәк, тип шатлана. Чикильдеевтар өйөндә көн дә талашалар. Марияның үлгеһе килә, ә был Фёклаға оҡшай, сөнки ул үҙе һуғышырға ярата. Ул Ольгаға әрәмтамаҡ тип һуға. Кискеһен улар йортона генерал Жуковтың ашнаҡсыһы килеп инә һәм төрлө тарих һөйләй. Унғансы өйгә ниндәйҙер кешеләр тарафынан сыр яланғас сисендерелгән Фекла ҡайтып инә.

Ҡышҡыһын Николай үлә. Өйҙәгеләр ярым ас йәшәүҙәрен дауам итә. Хәҙер өйҙә йәшәгән иҫерек Кирьяк гел генә тауыш ҡуптара, өйҙәгеләрҙе ҡурҡыта, иртәнсәк кис эскән араҡыһынан башы ауыртып яфалана. Яҙ көнө Ольга, ҡыҙы Сашаны алып, Мәскәүгә эш эҙләп табырмын тип китә. Иренең туғандары быға бары тик шатлана — ни тиклем артыҡ тамаҡ әҙерәк, шул тиклем уларға яҡшыраҡ. Әсә менән ҡыҙ ауылдан алыҫлашҡан һайын уларға еңелерәк тойола. Улар ауыл кешеләре һәм Жуковоны онота. Көндөҙ Ольга менән Саша ҙур ауылға килеп инә һәм өй беренсә хәйер һорап йөрөй.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Мужики// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Les Moujiks, notes page 1020, Tome III des Œuvres d’Anton Tchékhov, traduit par Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1971, ISBN 2 07 0106 28 4.
  • Les Moujiks, traduit par Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1971, ISBN 2 07 0106 28 4.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Родионова, В. М. Комментарии к рассказу «Мужики». Собрание сочинений А. П. Чехова в 12 томах. Художественная литература. Мәскәү Т. 8, с. {0}[13]{/0}} (1936)
  2. Нива, 1911, № 26, стр. 483
  3. Антон Павлович Чехов. Повести и рассказы » Мужики.
  4. Литературное наследство, т. 68, АН СССР, Москва, 1960, стр. 519
  5. Дневник А. С. Суворина. Москва-Петроград, 1923, стр. 179
  6. rulibs.com : Проза : Классическая проза : Мужики : Антон Чехов : читать онлайн : читать бесплатно. rulibs.com. Дата обращения: 1 июль 2017.