Аҡ диңгеҙ Карелияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Карелия» тарихи төбәге картаһы

Аҡ диңгеҙ Карелияһы (Беломор Карелияһы) — хәҙерге Карелияның төньяҡ яртыһындағы тарихи-географик өлөшө.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат этнографик әҙәбиәтендә хәҙерге исеме Кемь өйәҙенең бер өлөшөнә беркетелә, уның халҡын нигеҙҙә төньяҡ карелдар (үҙ карелдар субэтносы) тәшкил иткән.

Аҡ диңгеҙ Карелияһының ҡыҫҡа көньяҡ сиге Ребола һәм Ругозеро биҫтәләренән төньяҡҡа табан уҙа, көнсығыш сиге поморҙар урынлашҡан Помор ярына тамағынан көнбайышҡа табан уҙа.

Аҡ диңгеҙ Карелияһы биләмәһенең хужалыҡ рәуеше һөнәрселек, малсылыҡ, шул иҫәптән төньяҡ боландары үҫтереү, иген игеү кеүек тармаҡтарға нигеҙләнә. Аҡ диңгеҙ Карелияһы «Калевала» карел һәм фин эпосы арҡаһында киң танылған, эпостың күпселек рун йырҙары уның территорияһындағы ауылдарҙа йыйылған.

Аҡ диңгеҙ Карелияһы территорияһында Россияла Граждандар һуғышы йылдарында үҙ-үҙен иғлан ителгән Төньяҡ Карел дәүләте ғәмәлдә була.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөнгө карел һәм финдарҙың ата-бабалары булған фин-уғыр халыҡтары Аҡ диңгеҙ Карелияның бөтә ерендә дә, төньяҡ-көнсығыш Европала кеүек, меңъйыллыҡтар дауамында йәшәгән. Аҡ диңгеҙ Карелияһы халҡы финдарҙың иң яҡын туғандаш халыҡтарынан булған, был төрлө дәүләт биләмәләре аша ла элемтәгә кереүгә шәп мөмкинлек бирә.

Финляндия, бөйөк кенәзлек булараҡ, Россия империяһы составына кергәс, Аҡ диңгеҙ төбәге Архангельск губернаһының Кемь волосте составында булған.

1918-1922 йылдарҙа Финляндия бәйһеҙлеге яулап алғандан һуң башланған урындағы халыҡтарҙың араһындағы үҙ-ара һуғыштарҙа һәм 1941-1944 йылдарҙа һуғышты дауам итеү маҡсаты булып төбәкте Финляндияға кушыу торған. Ике осраҡта ла финдар Көнсығыш Карелияның оло территорияларын яулап ала, һәм был райондың ҡайһы бер кешеләре Финляндияға ҡушылыуын энтузиазм менән хуплаған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Hamunen, Paavo ja Pirttimaa, Tuomo: Vienan sydän. Ranua: Mäntykustannus, 2011. ISBN 978-952-5712-45-2.
  • Hanki, Marjaana ja Nuutinen, Eeva: Vienan kävijän opas. Helsinki: Taifuuni, 1999. ISBN 951-581-065-5.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Киркинен X., Невалайнен П., Сихво X. История карельского народа. — Петрозаводск, 1998
  • Исторические судьбы Беломорской Карелии. — Петрозаводск, 2000
  • Дикая природа Кайнуу и приграничной Беломорской Карелии // К. Юнтунен, О. Исокяянтя, М. Ниеминен и др. — Лесная служба Финляндии, 2000
  • Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2007. — Т. 1: А — Й. — С. 154. — 400 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8430-0123-0.