А. С. Попов исемендәге хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
А. С. Попов исемендәге хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника институты
Нигеҙләү датаһы 1933
Рәсми атамаһы Военно-морской институт радиоэлектроники имени А. С. Попова, Высшее военно-морское училище радиоэлектроники имени А. С. Попова һәм Высшее военно-морское училище связи имени А. С. Попова
Кем хөрмәтенә аталған Александр Степанович Попов[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петергоф[d]
Урын Петергоф[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1 март 2010
Рәсми сайт spbvmire.ru
Субъект присоединился к Военно-морская академия имени Н. Г. Кузнецова[d]
Карта

Хәрби-диңгеҙ флотының «Советтар Союзының флот адмиралы Н. Г. Кузнецов исемендәге хәрби-диңгеҙ академияһы» Хәрби уҡыу-ғилми үҙәгенең А. С. Попов исемендәге хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника институты (филиал) — хәрби уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу йортона Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Хәрби-диңгеҙ көстәре элемтә мәктәбе базаһында 1933 йылдың 29 мартында нигеҙ һалына[1]. Элемтә мәктәбе 1932 йылда Ф. Э. Дзержинский исемендәге юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһы (ВВМИУ) ҡарамағында ойошторолған була. Шул ваҡыттан алып унлаған мең хәрби инженер уны тамамлай. Тамамлаусылар араһында, шул иҫәптән сит ил Хәрби-диңгеҙ флотының, 100-ҙән ашыу адмиралдар һәм генералдар бар.

Атамалары:

1933—1938 Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Хәрби-диңгеҙ көстәре элемтә училищеһы 1936 йылға тиклем училище Ленинградта Баш адмиралтейство бинаһында урынлаша.

1938—1939 Г. К. Орджоникидзе исемендәге Хәрби-диңгеҙ элемтә училищеһы (ВМУС). 1937 йылдың 23 апрелендә СССР оборона халыҡ комиссариатынның фарманы буйынса училищеға Г. К. Орджоникидзе исеме бирелә.

1945—1960 А. С. Попов исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ элемтә училищеһы (ВВМУС).

1953—1960 Гатчина ҡалаһында Юғары хәрби-диңгеҙ инженер радиотехник училище (ВВМИРТУ) була. 1960 йылда училищены Петродворецҡа күсерәләр һәм ул яңыртылған элемтә училищеһы составына инә, ВВМУРЭ исеме ала, уның 1-се факультетын барлыҡҡа килтерә.

1960—1983 А. С. Попов исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника училищеһы (ВВМУРЭ).

1983—1998 Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы А. С. Попов исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника училищеһы.

1998—2010 Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы А. С. Попов исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника институты (ВМИРЭ).

2010 йылдан Хәрби-диңгеҙ флотының «Советтар Союзының флот адмиралы Н. Г. Кузнецов исемендәге хәрби-диңгеҙ академияһы» Хәрби уҡыу-ғилми үҙәге филиалы.

2012 йылдың 1 июленән, Хәрби-диңгеҙ инженер институты менән берләшкәндән һуң, Федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Хәрби институт (Хәрби-диңгеҙ политехник) ФГКВОУ ВПО Хәрби-диңгеҙ флотының «Советтар Союзының флот адмиралы Н. Г. Кузнецов исемендәге хәрби-диңгеҙ академияһы» хәрби уҡыу-ғилми үҙәге тип атала башлай.[2][3]

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ВМИРЭ түбәндәге факультеттарҙа офицер-белгестәр әҙерләй:

  • Радиотехника (РТФ).
  • Автоматлаштырылған идара итеү системаһы (САУ).
  • Урта хәрби-махсус әҙерлек (СВСП).
  • - Махсус.

Училище начальниктары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армия Хәрби-Диңгеҙ Көстәре элемтә училищеһы (1933—1938)

  • Мурниэк, Христиан Мартынович (1932—1938), полковник

Г. К. Орджоникидзе исемендәге хәрби-диңгеҙ элемтә училищеһы (1938—1939)

  • Токарев, Василий Васильевич (1938—1939), 1-се ранг хәрби инженер

Украина ЛКСМ-ы исемендәге Хәрби-диңгеҙ училищеның элемтә бүлеге (1942—1943)

  • Потапов Николай Федорович (1942—1943), капитан-лейтенант

Ҡыҙыл Байраҡ орденлы яр буйы оборонаһы училищеһының элемтә бүлеге (1943—1945)

  • Сидоров Василий Зиновьевич (1943—1945), 1-се ранг инженер-капитан

А. С. Попов исемендәге юғары хәрби-диңгеҙ элемтә училищеһы (1945—1960

  • Зернов, Михаил Андреевич (1945—1948), яр буйы хеҙмәте генерал-майоры
  • Громов, Георгий Гаврилович (1948—1960), контр-адмирал

Юғары хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника инженер училищеһы (1953—1960)

  • Михайлов Петр Павлович (1953—1956), контр-адмирал
  • Богданович, Абрам Михайлович (1956), контр-адмирал
  • Крупский, Михаил Александрович (1956—1960), инженер-контр-адмирал

А. С. Попов исемендәге юғары хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника училищеһы (1960—1983)

  • Крупский, Михаил Александрович (1960—1966), инженер-вице-адмирал
  • Бледнев, Алексей Иванович (1966), контр-адмирал
  • Медведев, Ефим Иванович (1966—1973),-вице-адмирал
  • Рулюк, Анатолий Антонович (1973—1980),-вице-адмирал
  • Каравашкин, Валентин Степанович (1980—1982), контр-адмирал

А. С. Попов исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы юғары хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника училищеһы (1983—1998)

  • Авдохин, Геннадий Федорович (1982—1986), контр-адмирал
  • Попеко, Эдуард Алексеевич (1986—1991), контр-адмирал
  • Шилин, Юрий Константинович (1991—1996), контр-адмирал
  • Соколов, Николай Сергеевич (1996—1998), контр-адмирал

А. С. Попов исемендәге хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника институты (1998—2010)

  • Соколов Николай Сергеевич (1998—2003), контр-адмирал

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институт 70 йыл эшләү дәүерендә СССР һәм Рәсәй флоты, шулай уҡ башҡа илдәрҙең хәрби-диңгеҙ көстәре өсөн яҡынса 25 мең офицерҙар әҙерләй. Күп кенә тамамлаусылары хәрби-диңгеҙ флоты берләшмәләренең һәм берекмәләренең флагман белгестәре, ҡушылмалар һәм корабль командирҙары, флотта төрлө хеҙмәт һәм идаралыҡтар начальниктары, уҡыу йорттары етәкселәре булып китәләр. Улар араһында 100-ҙән ашыу генералдар һәм адмиралдар бар, шул иҫәптән сит илдәр хәрби-диңгеҙ флотының[4].

Советтар Союзы Геройҙары[5]:

- 1-се ранг капитаны А. И. Антонов

- гвардия өлкән лейтенант Б. М. Лях

Рәсәй Федерацияһы геройҙары:

- өлкән лейтенант В. В. Вдовкин

- 1-се ранг капитаны А. П. Ефанов

- 1-се ранг капитаны А. В. Зажигаев

- контр-адмирал . И. Н. Козлов

- өлкән лейтенант Б. Т. Павлов

- 1-се ранг капитаны П. И. Чалов

- вице-адмирал А. А. Моисеев

- 1-се ранг капитаны А. В. Дмитров

- 1-се ранг капитаны С. В. Вальский

Ғалимдары:[5]

- В. А. Сапрыкин

- К. К. Ляпина

- К. В. Сивков

- А. П. Ильин

Билдәле уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Молодогвардеец В. И. Левашов эштәр менән тиклем ваҡыты менән 1973 йылдан алып хәрби хеҙмәттән эштән киткәнгә тиклем партия-сәйәси эштәр кафедраһында өлкән уҡытыусы булып хеҙмәт итә (доцент).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Приказ Начальника Морских Сил РККА от 29.03.1933 года о создании Училища связи Военно-Морских Сил Рабоче-Крестьянской Красной Армии
  2. Политехнический фундамент флота. Олег Починюк, «Красная звезда», 29.08.2012. Дата обращения: 6 сентябрь 2012. Архивировано 5 февраль 2018 года. 2018 йыл 5 февраль архивланған.
  3. Обучение на платном отделении военно-морского политеха обойдется в четверть миллиона.
  4. И молодость, одетая в бушлаты, И юность перетянута ремнём… Часть 4. Дата обращения: 17 март 2013. 2016 йыл 4 март архивланған.
  5. 5,0 5,1 ВМИРЭ имени А.С. Попова исполняется 75 лет. Служба информации ЛенВМБ (28 март 2008). Дата обращения: 17 март 2013.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]