Байонной

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байонной
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сортавальский район[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ладога
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Ладога
Карта
 Байонной Викимилектә

Байонный (Байонной, фин. Bajonnoinsaari) — Ладога күлендәге утрау, Валаам архипелагына ҡарай. Байевый утрауҙарының береһе. Размеры: 2.1 х 0.6 км. Карелия Республикаһының[1] Сортавала районына административ рәүештә ҡарай.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуатта бында пәйғәмбәр Елисей хөрмәтенә бәләкәй генә ағас сиркәү (часовня) була[2].

Игумен Дамаскин (Кононов) заманында утрауҙа һарыҡ үҫтереү менән шөғөлләнгәндәр, шуға күрә бында монахтар һәм шулай уҡ балыҡсылар йәшәүе өсөн бәләкәй генә бүлмәле ағас торлаҡ, хужалыҡ биналары төҙөлгән булған. XХ быуатта ул ҡоролмалар юҡҡа сыҡҡан[3].

Патриарх Кирилл 2010 йылдың 8-11 июлендә Валаамға килгәнендә был Бойонной утрауына ла үҙе бара[4]. Патриарх Кирилл инициативаһы буйынса был утрауҙа преподобный Герман Аляскинский хөрмәтенә скит төҙөргә хәл ителә. Артабан ул былай тип әйтә: «Был айырым үҙенсәлекле урын — аулаҡ, Аллаһы тәғәлә бәрәкәте менән тулы мөғжизәле бүләк. Уны һаҡларға кәрәк, сөнки был урын кешеләрҙең ысын батырлығы урыны, уларҙың рухи күҙе асылыу, илаһи бәрәкәткә тотоноу урыны. Мин беренсе тапҡыр был утрауҙа төшкәс, минең үҙ эсемдә бер юлы ниндәйҙер айырым хистәр барлыҡҡа килде. Ул хистәрҙе һүрәтләүе ауыр, һәм, моғайын, был хаҡта күп һөйләү ҙә кәрәкмәй торғандыр. Әммә мин бында бәләкәй генә монастырь, урын, скит булырға тейеш, тип уйлайым, унда теләгән кешегә рухын ҡотҡарырға мөмкин урын булыр ине»[3].

2011—2012 йылдарҙа преподобный Герман Аляскинский һәм пәйғәмбәр Елисей хөрмәтенә ағас ҡорам төҙөлә һәм утрау территорияһында күләмле таҙартыу, ағас ултыртыу эштәре алып барыла, кельялы ике корпус һәм хужалыҡ ҡоролмалары барлыҡҡа килә[3]. Был ҡоролмаларҙы «Андрей Анисимовтың реставрация оҫтаханалары ширҡәте» проектлай[5]. Угтрау буйлап рунтлы юлдар һалына, ҡоролмаларға — таш юлдар һалына. Утрауҙы икегә бүлгән канал төҙөлә[6]. Утрауға электр үткәрелә. Патриарх Кирилл 2013 йылдың 9 июлендә утрауҙа преподобный Герман Аляскинский хөрмәтенә төҙөлгән скитты кесе чин менән изгеләндерә, шунан бирле утрауҙағы скитҡа теләгән кеше килеп Хоҙайға табына ала[7].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]