Байыш ҡурғандары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байыш ҡурғандары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Байыш
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1864

Байыш ҡурғандары (рус. Баишевские курганы) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Байыш ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. IV—III мең йыллыҡ — б.э. XIII—XIV быуаттары уртаһы энеолитҡа ҡараған археологик ҡомартҡылары[1][2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шишмә тораһы II Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Байыш ауылы янында табылған археологик ҡомартҡы. Ауыл Урал йылғаһы ҡушылдығы Урғаҙа йылғаһы янында урынлашҡан Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ) — 32 км. Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ишмөхәмәт) — 12 км

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байыш ҡурғандары Байыш археологик микрорайонына инә. 117 ҡурған асылған. Иң боронғоһо энеолит дәүеренә ҡарай һәм хронологик йәһәттән Суртанды мәҙәниәте һәм Абаш мәҙәниәте ҡомартҡылары араһында Башҡортостандың Урал аръяғындағы берҙән‑бер ҡомартҡы булып тора. Археологик тикшеренеүҙәр ваҡытында сатыр рәүешле, 7,5×6,5 м дәүмәлле ағас бағаналы ҡоролма табылған, ул 7—10 рәткә һалынған 11×9,5 м дәүмәлле яҫы плиталарҙан таш ҡойма менән уратылған. Көнсығышта эре таш плиталар менән аныҡ күренеп торған инеү урыны урынлашҡан.

Көнбайыш—Көнсығыш һыҙаты буйынса урынлашҡан оҙонса түңәрәк ҡәбер соҡоронда кеше һөйәктәре табылған.

Ҡаҙып сығарылған керамика ҡыя тешле тамға һәм горизонталь һыҙыҡтар менән биҙәлгән түңәрәк төплө йомортҡа рәүешле һауыттарҙан ғибәрәт.

Ҡәберҙәргә һөйәктән яһалған сулпылар, кремний ҡырғыс, охра киҫәктәре, баҡыр тишкес һалынған.

Егерме Байыш ҡурғаны Алакүл мәҙәниәтенә һәм Һынташты мәҙәниәтенә ҡараған бронза быуатына тура килә. Уларҙың ҡайһы берҙәре диам. 30 м, киңлеге 2 м тиклем ҡурған өйөмдәренең, ерләү камераларының ғәйәт ҙур булыуы, һуңғы юлға оҙатыу әйберҙәренең төрлөлөгө менән айырыла — ҡәберҙәргә эш ҡоралдары, биҙәгестәр, ҡорал предметтары һалып ҡалдырылған.

Ҡурғандар янында менгир «аллеялары» йәки айырым менгирҙар урынлашҡан.

Утыҙ Байыш ҡурғаны иртә тимер быуат дәүеренә ҡарай. Ерләү материалдары көнсығыш тибындағы бронза көҙгөләрҙән, Урал аръяғы урман‑ялан һәм ялан сактары ҡәүемдәренең үҙ‑ара йоғонтоһон иҫбатлаусы суҡыш рәүешле, таштан яһалған ҡорбан килтереү михрабынан, тальк ҡушылған, балсыҡтан әүәләнгән керамика өлгөләренән тора. Ҡайһы бер ҡурған өйөмдәре эргәһендә таш стелалар бар.

Ике «мыйыҡлы» — дуға рәүешле Байыш ҡурғанынынң ситтәрендә түңәрәкләгән майҙансығы булған таш ҡоролма булған, улар иртә Урта быуат дәүеренә ҡарай.

Б.э. XIII—XIV быуаттарына ҡарған һуң Урта быуат дәүеренә 20 ҡурған тура килә. Уларҙың күпселегенә оҡшаш ҡурғандар Ҡаҙағстан, Арал диңгеҙе буйы һәм Көньяҡ Себер далаларында бар.

Байыш ҡурғаны материалдары Ғилми‑производство үҙәге фондтарында һаҡлана.

Асыш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1864 йылда Рәсәй империяһы археологы, этнограф Р. Г. Игнатьев тарафынан асыла, 1962 йылда М. Х. Садиҡова, 1969 йылда М. Ш.Рәжәпов, 1977 йылда Р. Б. Исмәғилев, 1991—92 йылдарҙа һәм 1995—97 йылдарҙа А. Ф.Йәминев, 1996—97 йылдарҙа Н. С. Савельев тикшерә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Байыш ҡурғандары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яминов А. Ф., Савельев Н. С. Разведочные работы в Баишевском микрорайоне //Археологические открытия 1996 г. М., 1997
  • Яминов А. Ф., Савельев Н. С., Псянчин А. В. Баишевский микрорайон: итоги и перспективы этноархеологических исследований в Башкирском Зауралье //Интеграция археологических и этнографических исследований. Омск; Уфа, 1997.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.