Белорет тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белорет тарихы

Ҡалаға нигеҙ һалынғандан алып крәҫтиән ихтилалына тиклем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге завод тураһында былай тип яҙа:

Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙендә, Верхнеуральсктан 60 саҡрым көнбайышҡа табан, Ағиҙел йылғаһы буйында, Нур йылғаһы тамағы эргәһендә, 1628 фут абсолют бейеклеге, 53°58' төньяҡ киңлектә һәм  53°49' көнсығыш оҙонлоҡта. 1762 йылда һатып алынған Балаҡатай улусының башҡорт ерендә Твердышев һәм Мясников тарафынан нигеҙ һалына, хәҙер Тирлән заводы менән бергә Белорет заводтары йәмғиәтенә ҡарай. Заводтың ер бүлеме 170041 дисәтинә, шуның 152020 дисәтинәһе ҡарағайҙан, пихтанан, шыршынан һәм әҙерәк уҫаҡтан, ҡайындан булған урмандан тора. Урын таулы, уйһыулыҡтарҙа тупраҡ балсыҡлы һәм байтаҡ уңдырышлы. Рудниктар заводтан 90 саҡрым алыҫлыҡта Урал йылғаһы артында, Ҡырғыҙ далаһында, Атач тауында ята. Заводта етештереү домнала, ҡойоу, сым, тимер эшләү. Унда һыу менән эшләүсе 20 тәгәрмәс,  6 турбина,  6 пар машинаһы,  локомобиль бар. 1888 йылда заводта  728453 бот суйын иретелгән, 419906 бот  тимер  һәм тимер әйберҙәре  —  11081 бот эшләнгән[1].

Белорет заводына нигеҙ һалыусы Иван Борисович  Твердышевҡа һәйкәл

Тимер мәғдәне сығанаҡтары булып, Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә күрһәтелгәнсә, Атач тауы (Магнит) була, ул хәҙерге Магнитогорск ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан[2].

Шулай уҡ Белорет металлургия комбинаты өсөн тимер мәғдәне сығанағы булып Тоҡан ҡасабаһындағы Комарово-Зиғаза  ятҡылыҡтары һанала[3], унда 1926 йылда Белорет тар колеялы тимер юлы һалына[4].

Белорет заводы өсөн 179 000 дисәтинә ер башҡорттарҙан  300 һумға һатып алына[5].

«Башҡорт АССРы тарихы буйынса материалдарҙың» (4-се т. 2 сәғ. 183-187. с.) 1759 йылғы бер документында И. Б. Твердышевҡа һәм И. С. Мясниковҡа  Көрәкле йылғаһы, Эҫем йылғаһы ҡушылдығы эргәһендә тимер етештереү заводы төҙөүгә рөхсәт биреү тураһында һүҙ бара. Был 1761 йылғы ведомоста  билдәләнә: «Тирлән тимер заводы  дәүләт берг-коллегияһының указы буйынса  1759 йылда Ҡатай улусы Тирлән йылғаһы буйында башҡорттарҙан һатып алынған ерҙә яңынан төҙөлә. Тегенеһе ғәмәлдә түгел,  сөнки төҙөлөп бөтмәгән». 1762 йылдың 18 июле өсөн өсөнсө  документта  заводты шул уҡ заводсылар Тирлән йылғаһынан Ағиҙел йылғаһы эргәһенә күсереүҙе һорайҙар. Берг-коллегия уны күсереүгә рөхсәт бирә һәм «теге Тирлән заводы урынына Белорет заводы тип атарға» тип билдәләй.  1776 йылғы ведомоста Белорет домна сүкеү заводы 1762 йылда төҙөлгән, 2 домна, 14 ҙур сүкеш бар, тигән мәғлүмәттәр бар.  Әммә тәүге суйын иретеү 1767 йылда теркәлгән. Шунан сығып, завод 1762—1767 йылдарҙа төҙөлгән тип әйтергә була[6].

Белорет заводы иң ҡеүәтле завод була. 1777 йылда 110 131 бот, 1799 йылда — 154 212 бот суйын ҡойола.

Завод эргәһенә новгород, пенза, рязань губернаһынан урыҫ крәҫтиәндәре һәм башҡорттар — тирә-яҡ ауылдарҙан килгән  аҫаба халҡы күсеп ултыра. Заводтан 2-3 саҡрым алыҫлыҡта Ломовка ауылы барлыҡҡа килә, был атама урындағы халыҡтың шөғөлөнән килеп сыға: улар бөтәһе лә йөк атында заводҡа сеймал ташығандар. Завод крәҫтиәндәре шулай уҡ эш урындарынан 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ар ауылына ла ултыраҡланалар.  Ауылдарға һәм заводҡа нижегород, пенза, һәм рязань крәҫтиәндәре күсеп ултыра. 1773 йылда  1724 кеше иҫәпләнә, шул иҫәптән ирҙәр — 840, 1795 йылдың V ревизияһы буйынса — 651 ир-егет һәм  737 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә, Ломовка ауылында  — 2152 кеше, шул иҫәптән 1032 ир-егет иҫәпләнә.  1859 йылда Белорет заводында  5583 кеше булған,  ир -егеттәр —2681. Улар 1018 йортта йәшәгән. Белорет заводында  лазарет, мәктәп, баҙар, тимер юлы булған. Ломовка ауылында 305 хужалыҡта 1868 крәҫтиән йәшәгән.  Ар ауылы тураһында XVIII—XIX быуаттар өсөн мәғлүмәттәр юҡ. 1926 йылда  Ар ташы утарында  4, Ар кордонында 9 хужалыҡ булған. Халҡы — урыҫ. Ломовка ауылында  879 хужалыҡта 4350  кеше йәшәгән. Был ауыл әле лә бар. 

Завод эшенән тыш урындағы халыҡ игенселек, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән. XIX быуаттың икенсе яртыһында ҡалала мәктәп эшләгән, пристань, лазарет һәм сиркәү  булған. 

1773-1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр ихтилалы Белорет тарихында [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәхси йөҙҙән бер төркөм казактары һәм башҡорттар менән Емельян Пугачев Ташлы ауылынан ситкә китә, аҙаҡ Ағиҙел йылғаһы бөгөлөнә сыға, башта  Воскресенск заводына килеп, һуңынан Белорет заводына килә, унда 1774 йылдың 1 майына тиклем була. Уның бер ай тиерлек туҡтап тын алыуының сәбәбе  командующий Бибиковтың үлеме менән бәйле, сөнки  генералдар араһында был  интригалар тыуҙыра. Генерал Голицын был вазифаға генерал Щербатовтың тәғәйенләнеүе менән ҡәнәғәт булмай. Һөҙөмтәлә ҡыйралған һәм дала буйлап таралған баш күтәреүсе отрядтар Көньяҡ Уралға йыйылалар, 5-6 майҙа Магнит ҡәлғәһенә һөжүм итәләр, был штурм ваҡытында Пугачевтың уң ҡулы яралана. 

Заводта эшләүсе кешеләрҙән  һәм крәҫтиәндәрҙән торған отрядтар төҙөлә һәм яңы хакимиәт барлыҡҡа килә. Боеприпастар һәм ҡорал етештереү яйға һалына [7].

1774 йылдың 13 апрелендә Емельян Пугачев Белорет заводына килә. Халыҡтың ҙур төркөмө белорет эш кешеһе Василий Акаев етәкселегендә крәҫтиән батшаһын икмәк һәм тоҙ менән ҡаршылай.

Белорет заводында өс аҙна крәҫтиәндәр ихтилалының  үҙәге була.

Арыҫланов Кинйә Пугачевҡа ярҙам итер өсөн башҡорт атлы ғәскәрен туплай.

1774 йылдың 2 майында  Пугачев ғәскәре менән заводтан Ҡазанға юллана.

Иҫке Белорет фотогалереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белорет тар колеялы тимер юлы (БЖД)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1910-1914 йылдарҙа тар колеялы тимер юлы Белорет заводы ихтыяждары өсөн төҙөлә[8].

Төҙөлөштөң төп подрядсыһы немец компанияһы «Вагау» һәм «Артур-Копель» була[9].

Төҙөлөш 1910 йылда башлана, 1912 йылда Запрудовканан  Тирләнгә беренсе поезд китә.

1913 йылда Запрудовка — Тирлән — Белорет тимер юлын  төҙөү тамамлана.  Бер нисә тиҫтә йыл юл  Белорет һәм уның предприятиелары өсөн төп транспорт артерияһы була.

Тимер юл  Запрудовка станцияһын (Ҡытау-Ивановск янында) Белорет, шулай уҡ алыҫтағы Инйәр һәм Тоҡан ҡасабалары менән тоташтыра. Оҙаҡ ваҡыт Белорет тимер юлы элекке СССР-ҙа өс иң оҙон тимер юлдарының береһе булып һанала.

1915 йылда Белорет — Магнит тар колеялы тимер юлы төҙөү буйынса эҙләнеү эштәре уҙғарыла, әммә был план барып сыҡмай, сөнки Беренсе донъя һуғышы башланып китә[10].

2007 йылда юл һүтеп алына[11].

XX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыу ебәреү башняһы

Һыу ебәреү башняһы Белорет ҡалаһының иҫтәлекле урыны, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. 1916 йылда «Вогау и Ко» немец фирмаһы проекты буйынса  Белорет заводы аҡсаһына төҙөлә[12]. Үрге ауыл  йорттарын һыу менән тәьмин иткән. Ҡалала һыу ебәреү башняһы иң бейек ҡоролош була: диңгеҙ кимәленән 513,6 метр, ер өҫтөнән 18 метр бейеклектә. Ҡыҙыл кирбестән һалынған, ҡырлы бүрәнәнән тәҙрәләре булған өҫкө ҡоролма менән осланған (бельведер). Башняның өҫкө өлөшөндә күҙәтеү майҙансығы төҙөлгән[13].

1917 йылда ике домна һәм өс мартен мейестәре, сутунка һәм сым станы эшләй. Көньяҡ Уралда завод эшселәре революцион хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша.

1918 йылдың июлендә  завод эшселәренән  270 -се Белорет социалистик полк төҙөлә, ул В. К. Блюхер етәкселегендә Урал партизан армияһы составында рейд яһай. 

Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары Советы Президиумының (БашЦИК) «Тамъян-Ҡатай кантоны Үҙәге Белорет заводын Белорет ҡалаһы тип үҙгәртеү тураһында» указына ярашлы Белорет ҡала статусын 1923 йылдың 22 декабрендә ала [14]. СССР-ҙа коллективлаштырыу осоро башланғас, 20 йылдар башында Белоретта  тәүге башҡорт колхоздарынан килгән һөттө дәүләткә тапшырыуҙы үҙәкләштереү маҡсатында Белорет һөт заводы барлыҡҡа килә. 

1952-53 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ өлкәһе составына инә.

Совет власы йылдарында  завод төҙөкләндерелә һәм  киңәйтелә, продукцияның яңы төрҙәре үҙләштерелә, етештереү процестары механизациялана һәм автоматлаштырыла. 1957 йылда  металлургия заводы базаһында Тирлән ҡалай прокатлау заводын, Тоҡан руднигын һәм ҡорос сым- канат заводын берләштереп, комбинат ойошторола. Бигерәк тә комбинаттың предприятиелары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында киң үҫеш ала. Комбинат Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә (1966)[15].

1970 йылдарҙа Белорет һәм уның тирә -яғы бер нисә фильм төшөрөү урыны була: «Юғалған экспедиция» һәм «Алтын йылға» мажаралы ленталар, 30 сериялы «Мәңгелек ауаз» телефильмы төшөрөлә[16]. Белорет халҡы эпизодтарҙа һәм күмәк күренештәрҙә төшә. 2003 йылдың йәйендә Белорет ҡалаһында Мостай Кәримдең  «Оҙон оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса режиссёр Йосопов Булаттың «Кендек» фильмының эпизодтары төшөрөлә. 

XXI быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 йылда «Мечел» корпорацияһының яңы хужаһының иҡтисади күҙлегенән Белорет металлургия комбинатының  домна һәм мартендары  файҙаланыуҙан сыға, комбинаттың етештереү нигеҙе булып ҡорос сым-канат етештереү ҡала. 2002  йылдан алып  2003 йылға тиклем ҡалаға  иҡтисади уңайлылыҡ статусы бирелә.

Рәсәй тимер юлы реформалары менән бәйле, 2009 йылдың  25 мартынан алып Белорет аша үткән МагнитогорскМәскәү тиҙ йөрөшлө поезының маршруты үҙгәрә. Хәҙер ул 675/676 һанлы Сибай — Өфө поезы составында өфө вокзалына инә. Магнитогорск вагондарын  13-сө һанлы  «Көньяҡ Урал»Силәбе — Мәскәү  поезы составына индерәләр. 2013 йылдың 26 майынан алып 345-се һанлы Түбәнге Тагил - Адлер поезы яңы маршрут буйынса, Белорет аша, йөрөй. 

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Белорецкий завод // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области (топонимика Челябинской области) на сайте Челябинского краеведческого портала 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. [ Тукан] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. Дивный край, богатый край 2016 йыл 4 март архивланған.
  5. Юрий Узиков. Как Белорецк стал городом//БАШвестЪ
  6. Заводы И. Б. Твердышева на Урале 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. Емельян Иванович Пугачев в Башкортостане 2010 йыл 22 март архивланған.
  8. Люблю и помню. Штрихи к портрету великого поколения, Александр Урцев, журнал «Бельские просторы», hrono.ru  (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2009)(Тикшерелгән 15 декабрь 2009)
  9. Сто лет назад началось строительство Белорецкой железной дороги
  10. Летопись важнейших событий Магнитогорска(недоступная ссылка)
  11. Белорецкая узкоколейная железная дорога(недоступная ссылка)
  12. Город Белорецк фотогалерея на сайте Белорецкого района Республики Башкортостан 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.
  13. Белорецкая «бабушка» на официальном сайте администрации Белорецка 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  14. газета Белорецкий рабочий за 27 марта 2009 года(недоступная ссылка)
  15. § 27. Башкирия в пятилетке (1966—1970 гг.) 2013 йыл 1 ноябрь архивланған.
  16. Аргументы и факты — «Вечный зов» по другую сторону кадра" 2011 йыл 18 апрель архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]