Болошкевич Екатерина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Болошкевич Екатерина Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 19 май 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Глубочица[d], Житомирский район[d], Житомир өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 28 март 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Житомир, Украина
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, ткач
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Екатерина Ивановна Болошке́вич (1939 йылдың 19 майы, Глубочица ауылы) — Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 60 йыллығы исемендәге Житомир етен комбинаты туҡыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977). УССР Юғары Советының 9-сы саҡырылыш депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдың 19 майында Глубочица ауылында (бөгөн — Житомир өлкәһе Житомир районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәп тамамлай.

1957 йылдан алып Житомир ит комбинатында эшләй. 1959 йылда Житомир етен комбинатын төҙөүҙә ҡатнаша, һуңынан 1959 йылдан башлап шунда туҡыусы булып эшләй. 1967 йылда КПСС сафына инә. 1976 йылдан 1981 йылға тиклем Украина Коммунистар партияһының Ревизия комиссияһы ағзаһы була.

УССР Юғары Советының 9-сы саҡырылыш депутаты, КПСС-тың XXIV һәм XXV съездары делегаты итеп һайлана.

Туғыҙынсы биш йыллыҡта (1971—1975) ике биш йыллыҡ пландарын үтәп, 6798000 дөйөм оҙонлоғо метр туҡыма етештерә. 1977 йылда «1976 йыл планын, ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрен үтәгәне һәм тармаҡта иң юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкәне, юғары сифатлы халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереүҙә шәхси өлөшө һәм ҡаҙаныштары, йәш эшселәрҙе коммунистик тәрбиә һәм һөнәр буйынса әҙерләүҙә күп ижади эшмәкәрлек һалғаны өсөн» Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Портрет передовика 2019 йыл 25 май архивланған., Нефтеюганский рабочий, 27 марта 1973 года

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Болошкевич Екатерина Ивановна. «Герои страны» сайты.