Боронғо Наварин ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боронғо Наварин ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Пилос-Нестор
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Cape Zonchio[d]
Әҫәр заказсыһы Николас II Сент-Омер[d]
Эра Урта быуаттар
Архитектура стиле средневековая архитектура[d]
Мираҫ статусы археологический памятник Греции[d] һәм protected building in Greece[d][1]
Тасуирлау биттәре odysseus.culture.gr/h/1/…
Карта
 Боронғо Наварин ҡәлғәһе Викимилектә

Боронғо Наварин ҡәлғәһе (грек. Παλαιό Ναυαρίνο) ― Грецияның Пилос ҡалаһы янындағы III быуатта франктар төҙөгән франк ҡәлғәһе. Диңгеҙ ҡултығы янындағы ике ҡәлғәнең беренсеһе, икенсеһе ― Яңы Наварин ҡәлғәһе ғосманлылар тарафынан төҙөлгән. Беренсе ҡәлғәне икенсе, һуңғы, франк ҡәлғәһе менән бутамаҫ өсөн,ҡәлғәне Палеокастро (грек. Παλαιόκαστρο или Παλιόκαστρο ― «иҫке ҡәлғә» тип атағандар)[2].

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франк хакимлығы ваҡытында ҡәлғә французса Порт-Жон (Port-de-Jonc, Port-de-Junch), Porto-Junco, Zunchio йәки Zonchio итальян, Port Jonc каталанса, Iuncum буйынса-латинса һәм Ζόγγλον йәки Ζόγκλον тип грек телендә аталған[3][4]. XIV ― XV быуаттар аҙағында ҡәлғә Наварр компанияһына ҡараған, замок Navarres Château, йәки Спанохорь (Σπανοχώρι, «испан ауылы» тип йөрөтөлә).[5]

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Замок бухтаның төньяҡ ситендәге ҡая башында урынлашҡан, текә ҡаялар менән уратып алынған. Оборона өсөн бик уңайлы урын, һәм, моғайын, ул антик дәүерҙә лә ошо маҡсатта ҡулланылған[6]. Әлеге ваҡытта замокка алып барған юлда бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ һәм һарайға инергә ҡамасаулаусы булмауға ҡарамаҫтан, уның емереклектәре ябылған һәм рәсми рәүештә ябыҡ тип иғлан ителгән, сөнки ҡәлғәнең структураһы бында килеүселәр өсөн хәүефле тип һанала.

1204 йылда Дүртенсе тәре походы тамамлағандан һуң, , Пелопоннес йәки Морея ― тәре йөрөтөүселәрҙең франк дәүләтенә [6] ҡараған Ахайя кенәзлеге хакимлығы аҫтына эләгә. Грек һәм француз «Хроники Мореи» версиялары буйынса, замокты Фива лорды Николай II төҙөткән. 1281 йылдар тирәһендә ул Мессенияла ҡатынының Каламата һәм Хлемуци биләмәләрен үҙ ерҙәренә алмаштырып ала. Грек сығанаҡтары буйынса, был ерҙәрҙе үҙенең туғаны Николай III бирергә була. Арагон сығанағы һарайҙы Николай III үҙе төҙөгән тип иҫәпләй. Медиясы Антуан Бон ҡәлғәнең 1280-се йылдарҙа Ахеяның вице-короле Николай II ваҡытында төҙөй башлағандар тип фараз итә һәм һарай 1287-1289 төҙөлгән тип иҫәпләй[7]. Шул уҡ ваҡытта Наварин ҡәлғәһе уның туғанына мираҫҡа ҡалғанмы-юҡмы икәне билдәле түгел. Әгәр хужа булған булһа, 1317 йылда үҙенең үлеменә тиклем ҡәлғә уның милкендә торған . Николай III балалары булмағанлыҡтан бөтә Мессения кенәз биләмәлегенә кире ҡайта[7].

Оҙаҡ ваҡыт ҡәлғәләнең хәрби әһәмиәте булмай. Барлығы бер Порто-Лонго диңгеҙ һуғышы ваҡытында ғына, 1354 йылда, Венеция һәм Генуя араһындағы һуғышта ҡәлғә [2] файҙаланыла, ә 1364 йылда Мария де Бурбон һәм Филипп II Тарентлы араһындағы сыуалыштар сағында файҙаланыла.. Мария ире Роберт Тарентлы вафатынан һуң кенәзлек власына дәғүә итә. Ул ире Роберт Тарентлынан 1358 йылда алған Наварин биләмәһенә (Каламата һәм Мань менән бергә) хужа була. Ҡәлғәнең Марияға тоғро булған яңы кастеляны, үҙенең белифы Симон-дель-Поджионы төрмәгә ултырта. Мэри 1377 йылда үҙе үлгәнгә тиклем Наваринды үҙ контролендә тота[8]. Сама менән шул уҡ йылдарҙа был районға албандар йәшәргә килә. Шулай уҡ был ерҙәрҙә 1381-1382 йылдарҙа наваррлылар, гаскон һәм итальяндар йәшәй[2]. XV быуат башында ҡәлғә менән венециандар ҡыҙыҡһына, сөнки улар генуялыларҙың ҡәлғәгә дәғүә итеүҙәренән һәм Венецияның Метонь һәм Коронь форпостарына һөжүм итеүҙәренән ҡурҡа. 1417 йылда венециялылар ҡәлғәне баҫып ала һәм оҙайлы дипломатик маневрҙарҙан һуң, Ахея кенәзе II Чентурион Дзаккариа хаким иткән саҡта, 1423 йылда. ҡәлғәне үҙҙәренең биләмәһе итеп законлаштырыуға өлгәшә[2][9].

1423 йылда Наварин, бөтә Пелопоннес кеүек үк, беренсе тапҡыр Турахан-бей етәкләгән ғосмандар тарафынан һөжүмгә дусар була. 1452 йылда икенсе һөжүм ойошторола[5]. 1437 йылда император Иоанн VIII Палеолог Навариндан Ферраро-Флоренция соборына юллана. Ошонан уҡ 1460 йылда Грецияны уның һуңғы деспоты Фома Палеолог та ғаиләһе менән ташлап китә. 1460 йылдан һуң Венецияның [5] Монемвасия һәм Мандән башҡа аванпостары, христиан ярымутрауҙа христиандарҙың берҙән-бер контроль нөктәһе була[5][2]. Беренсе төрөк-венеция һуғышынан (1463-1779) һуң да венециандар Наваринды үҙ контроле аҫтында тота, ләкин икенсе һуғыштан (1499-1503) һуң ҡәлғәне ҡалдырырға мәжбүр була: Модон янындағы 1500 йылдың авгусындағы алышта Венеция еңелә, өс мең һалдаттан торған ҡәлғә гарнизоны дошманға бирелә. Шуға ҡарамаҫтан, тиҙ арала нығытмаларҙы 3-4 декабрҙә венециандар ҡәлғәне үҙ ҡулына төшөрә, 1501 йылдың 20 майында етәкселегендәге ғосман Кәмәл-рәйес һәм Хадым Али-паша етәкселегендәге ғосманлыларҙың диңгеҙҙән һәм ерҙән алып барған һөжүмендә ҡәлғәне ҡалдырып китергә мәжбүр була[5][2].

Картинала Ибраһим-Пашаның Сфактирияға (үҙәктә) һөжүме төшөрөлгән, һулда Наваринға һәм уңда Палеокастроға һөжүм (1825 йыл)

1572-1573 йылдарҙа төрөк флоты командующийы (капудан паша) Улуч Али иҫкергән франктар ҡәлғәһен алмаштырыусы Яңы Наварин ҡәлғәһен төҙөй[2]. Иҫке ҡәлғә тиҙ арала үҙенең әһәмиәтен юғалта: яңы нығытма көньяҡҡа бухтаға инеүҙе яҡшы һаҡлай, бигерәк тә төньяҡтағы инеү урыны 1571 йылда Лепанто эргәһендәге алышта һыуға батырылған караптар менән бикләнеп торған саҡта; шулай уҡ яңы урында һыу менән тәьмин итеүҙе ойоштороу еңел була. XVI быуат аҙағында иҫке ҡәлғәлә бары тик символик гарнизон ғына ҡала, ә фортификация иҫкереп емерелә башлай[6]. Морей һуғышы ваҡытында ғосманлылар яңы ҡәлғәне оборона өсөн ҡуллана,ә 1686 йылдың 2 июнендә боронғо ҡәлғә гарнизоны ҡаршылыҡ күрһәтмәйенсә генә Фрапнческо Морозини етәкләгән венециялыларға бирелә[6]. Пелопоннестың башҡа өлөштәре менән бер рәттән, 1715 йылда төрөктәр яңынан баҫып алғансы ике ҡәлғә лә венеция ҡулы аҫтында тора[2]. Венециялылар ҡәлғәне йә нығытырға, йә емерергә ниәтләй, ләкин төрөктәр баҫып алғансы ахыр сиктә уны бер аҙ ғына яҡшыртып өлгөрә. Төрөктәр ҙә, гарнизондары бик аҙ һанлы булғанлыҡтан, бер ниндәй ҙә реконструкция үткәрә[6]. 1770 йылдың апрель — июнендә ҡәлғә 1768-1774 йылдарҙағы урыҫ-төрөк һуғышы һәм Грециялағы Пелопонесс греция ихтилалы осоронда ваҡытлыса урыҫтар яҡлы көстәр ҡулына күсә[2].

1821 йылдағы Грек революцияһы башланғас, мартында, гректар Наварин ҡәлғәһен баҫып ала һәм уның гарнизонын 1821 йылдың тәүге аҙнаһында юҡ итә. Район гректар ҡулында 1825 йылдың 29 апрелендә иҫке ҡәлғәне, ә яңыһын 11 майҙа Ибраһим-паша баҫып алғансы була[2]. Төрөк-мысыр гарнизоны ҡәлғәләрҙә ҡалып тора. Ә 1828 йылдаың яҙында Николя Жозеф Мезон етәкселегендәге француз ғәскәрҙәре ҡулына төшә, тик ҡәлғәнән был ваҡытта емереклектәр генә тиерлек ҡалған була[2][6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Осада Наварино (1821)
  • Осада Наварино (1825)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]