Васютин Иван Федорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Васютин Иван Федорович - (18 февраль 1945) - совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, «Белорет механизацияланған төҙөлөш ҡорамалдары заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты [1]. Милләте - украин.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Федорович Васютин 1945 йылдың 18 февралендә БАССР-ҙың баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1967 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.[2]

Хеҙмәт юлын 1961 йылда заводта йыйыусы өйрәнсеге булып башлаған.

1970 - 1972 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, "Геофизприбор" етештереү берекмәһендә инженер-конструктор, баш технолог урынбаҫары, механика цехы етәксеһе, баш технолог, генераль директор урынбаҫары булып эшләгән.

1983-1992 йылдарҙа Белорет ҡалаһында трактор рессорҙары һәм пружиналар заводы директоры, ҡала халыҡ депутаттары Советы рәйесе.

1992-1994 йылдарҙа – Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы.

1994-2008 йылдарҙа – «Белорет механизацияланған төҙөлөш ҡорамалдары заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры. С 2008 года – заместитель директора по капитальному строительству и социальным вопросам ООО «ПромТехнология». 2008 йылдан алып – «ПромТехнология» ААЙ-ының капиталь төҙөлөш буйынса директор урынбаҫары.

1999 йылдан - Башҡортостандың Белорет ҡалаһы 77-се Металлург һайлау округы буйынсаБашҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана [3][4]


Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ғаиләлә ул тәрбиәләп үҫтергәндәр

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почет Билдәһе» ордены

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 12 созыв (БАССР)
  2. Васютин Иван Федорович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. 12 созыв (БАССР)
  4. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 30

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 16.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]