Волошина Вера Даниловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волошина Вера Даниловна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 30 сентябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Кемерово, Щегловский уезд[d], Томск губернаһы[d], Рәсәй дәүләте (1918—1920)
Вафат булған көнө 29 ноябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (22 йәш)
Вафат булған урыны Головково[d], Сельское поселение Ташировское[d], Наро-Фоминский городской округ[d], Рәсәй
Үлем сәбәбе повешение[d]
Ерләнгән урыны Мәскәү өлкәһе
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Последние слова Прощайте, товарищи!
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө разведка[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
 Волошина Вера Даниловна Викимилектә

Волошина Вера Даниловна (30 сентябрь 1919 йыл — 29 ноябрь 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡыҙылармеец, Көнбайыш фронты штабының диверсия-разведка төркөмө ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вера Даниловна Волошина 1919 йылдың 30 сентябрендә Щегловск ҡалаһының (хәҙер — ҡала Кемерово), шахтер һәм уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Беренсе кластан уҡ гимнастика һәм еңел атлетика менән шөғөлләнә. Өлкән синыфта бейеклеккә һикереү буйынса ҡала чемпионатында еңеү яулай. 1937 йылда Мәскәүҙә Дәүләт физик культура институтына уҡырға инә. Атыу, рәсем һәм шиғриәт менән мауыға. 1936 йылда Испаниялағы граждандар һуғышында ҡатнашырға теләүе тураһында ғариза яҙа. Уны кире ҡағалар.

1935 йылда рәссам һәм скульптор И. Д. Шадр Мәскәүҙә төҙөлөп ятҡан Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына скульптуралар серияһын эшләү буйынса заказ ала. Институт бассейнында ул Вера Волошинаны күреп ҡала. Егерме кеше араһынан ҡыҙ рәссамдың оҫтаханаһына эләгә. Моделе Вера Волошина булған фонтандар менән уратып алынған «Ишкәкле ҡыҙ» статуяһы ЦПКиО-ның төп инеү урынында урынлаштырыла.

Беренсе курста Волошина башҡа студенттар иҫәбендә ҡышҡы спорт лагерына бара. Унда ҡыҙ һалҡын тейҙерә, киҙеү арҡаһында аяҡтарына өҙлөгөү ала. Оҙаҡ дауалана, әммә һөҙөмтәлә спорт институтында уҡыуын ташларға мәжбүр була. Әммә Вера юғалып ҡалмай: Мәскәүгә килеп, Мәскәү совет кооператив сауҙа институтына уҡырға инә. 1940 йылдың сентябрендә Чкалов исемендәге Мәскәү аэроклубы курсанты булып теркәлә, унда И-153 «Чайка» самолетында осоуҙы үҙләштерә һәм парашют менән һикереү буйынса шөғөлләнә.

1941 йылдың йәйендә Вера өсөнсө курс өсөн имтихандар тапшыра һәм Загорск ҡалаһына практика үтергә юллана. 22 июндә курсташ ҡыҙҙары менән Троица-Сергиев лавраһына музейға барырға ҡарар итә. Юл ыңғайында ҡыҙҙар универмагҡа керә һәм Вераға аҡ ебәк күлдәк һатып ала, сөнки киләһе йылына ул кейәүгә сығырға йыйына (Юрий Двужильный уға тәҡдим яһаған була). Ошо уҡ көндә Вера Волошина һуғыш башланғанын ишетә.

Һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Мәскәү янында окоптар һәм танкҡа ҡаршы йырындар ҡаҙыу эшенә мобилизациялана. Октябрҙә Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм дошман тылында эшләү өсөн Көнбайыш фронттың разведка бүлеге штабының 9903-сө хәрби часына ҡабул ителә. Вера үҙенең беренсе заданиеһына Мәскәү районындағы Завидово станцияһына 1941 йылдың 21 октябрендә китә. Бынан һуң уның немецтарҡа тылға тағы ла алты уңышлы разведкаһы була.

1941 йылдың ноябрь айында 9903-сө хәрби часть тулыландырыла. Килгәндәр араһында кисәге мәктәп уҡыусыһы Зоя Космодемьянская ла була. Тәүҙә ул коллективтан айырым йөрөй, әммә Вера бик тиҙ күңел асыҡысын таба, һәм ҡыҙҙар дуҫлаша.

1941 йылдың 21 ноябрендә немец ғәскәрҙәре тылына ике хәрби төркөм китә. Беренсе төркөмдөң етәксеһе Борис Крайнов була. Павел Проворов икенсе төркөм командиры итеп тәғәйенләнә, комсоргы — Волошина була. Уларҙың хәрби заданиеһы булып немец частарының дислокацияһы урындарын яндырыу тора. Зоя Космодемьянская Проворов төркөмө составына инә. 10 кешенән торған төркөм, башлыса кисәге мәктәп уҡыусылары (Волошина Вера иң өлкәне, иң кесеһе Николай Морозовҡа 15 йәш була) 5-7 көн эсендә Анашкино, Петрищево, Ильятино, Пушкино, Бугайлово, Грибцово, Усатново, Грачёво, Михайловское, Коровино ауылдарында урынлашҡан немецтар урынын яндырырға тейеш була[1].[2]. Шул уҡ составтағы Крайнов төркөмө 9 ауылды юҡ итергә тейеш була. Фронт күскәндән һуң төркөмдәр бүленергә һәм үҙаллы эш итергә тейеш була. Әммә фронттың күсеүе ваҡытында берләшкән отряд дошмандың уты аҫтына эләгә һәм составы буйынса ике осраҡлы төркөмгә бүленә. Шулай итеп Зоя һәм Вераның юлдары айырыла. Космодемьянская төркөмө Петрищево ауылы яғына китә. Вера ла иптәштәре менән заданиены үтәүен дауам итә. Тик Якшино һәм Головково ауылдары араһында уның төркөмө немец засадаһына эләгеп, ҡабаттан ут аҫтына эләгә. Вера яралана һәм немецтарға эләгә. Иртән төркөмөнән ике кеше Вераны йәки мәйетен табырға маташа, әммә ул табылмай. Оҙаҡ ваҡыт Волошина хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә иҫәпләнә[3]. Тик 1957 йылда яҙыусы һәм журналист Г. Н. Фролов эҙләнеүҙәре арҡаһында Вера Волошинаның нисек һәләк булыуы тураһында белергә һәм уның ҡәберен табырға мөмкин була.

Һәләк булыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урындағы халыҡ хәбәр итеүенсә, Вера Волошинаны 1941 йылдың 29 ноябрендә Головков совхозында немецтар аҫып үлтерә.

1941 йылда Нина Волошинаны аҫып үлтергән тал ағасы хәҙер шундай ҡиәфәттә

Дошман сигенгәндән һуң ғына декабрь урталарында Головково халҡы Волошинаның кәүҙәһен талдан төшөрөп ала һәм хөрмәт менән ерләй. Һуңынан уның кәүҙәһе Крюковлағы туғандаш ҡәберлеккә күсереп ерләнә. Һуғыштан һуң немец архивтарында аҫып ҡуйылған ҡыҙҙың фотоһүрәттәре табыла, унда, күрәһең, Вера Волошинаны язалау ваҡыты күрһәтелгән.

Шул уҡ көндө, фашистар Вераны язалаған ваҡытта, Головковонан ун саҡрым алыҫлыҡта, Петрищево ауылы үҙәгендә немецтар Зоя Космодемьянскаяны аҫып үлтерә.

Вераның һөйгәне — Советтар Союзы Геройы Юрий Двужильный ҙа һуғышта Могилев операцияһы барышында һәләк була. Әммә ғашиҡтарҙың юлы бергә тоташа. Кемерово ҡалаһында Волошина урамы Советтар Союзы Геройы Юрий Двужильный урамы менән киҫешә.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (6 май 1994 йыл)
  • 1966 йылдың 27 ғинуарында «Правда» гәзитендә Фролов Георгий Николаевичтың «Орден дочери» очеркы сыға. Сентябрь айында, Мәскәү янында алыштарға арналған тантаналы саралар башланғанда СССР Юғары Советы Президиумы секретары М. П. Георгадзе Вера Даниловна Волошинаның әсәһенә I дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшыра.

Музей[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Наро-Фоминск тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының экспозиция өлөшө (Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһы).
  • «Хәтер» клубы (Волошина Вераның элекке музейы [1]) (Крюково ауылы)
  • Вера Волошина һәм Юрий Двужильный исемендәге музей (Кемерово ҡалаһы,12-се мәктәп)
  • Кооперация тарихы музейы (Рәсәй кооперация университеты -http://www.ruc.su/) Мытищи ҡалаһы, Вера Волошина урамы, 12/30-се йорт, тел. 8-495-640-57-11 (доб. 60-55)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мәскәү өлкәһе Наро-Фоминск районының Крюково ауылында һәйкәле
  • Мәскәү өлкәһе Наро-Фоминск районының Головково ауылында һәйкәле
  • Уның исемен Кемерово, Новокузнецк, Белово (Кемерово өлкәһе) ҡалаларында урамдар йөрөтә.
  • Уның исемен Мытищи ҡалаһында урам йөрөтә
  • 2017 йылда уның исеме менән Мәскәүҙең Төньяҡ Административ округының Хорошевский урамындағы урам аталған
  • Наро-Фоминскта ҡала балалар ижады йорто уның исемен йөрөтә.
  • Кемерово ҡалаһында 12-се мәктәп Вера Волошина хөрмәтенә аталған.
  • Кеммервов ҡалаһында ҡала паркы уның исемен йөрөтә
  • Азов пароходсылығы карабына героиняның исеме бирелә[4].
  • Герой исемен бәләкәй Voloshina 2009 планета йөрөтә
  • Документаль фильм «Вера Волошина: убитая дважды» («Өсөнсө Рим» студияһы, 2007 г.).
  • Вера Волошина исемен Головково ауылында лицей йөрөтә
  • 2003 йылдан Ярославль йүнәлешендә Мәскәү тимер юлының «Рәсәй Геройы Вера Волошина исемендәге» ҡалы яны электропоезы йөрөй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фролов Г. Н. Вера Волошина. — М.: Воениздат, 1976.
  • Фролов Г. Н. Остались молодыми: Вера Волошина. Юрий Двужильный: Документальные повести. — Кемерово: Книжное издательство, 2002. — 319 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]