Джулия Керн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джулия Керн
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 12 сентябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (26 йәш)
Тыуған урыны Беркли (Калифорния), Аламида[d], Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары
Әсәһе Dorothee Kern[d]
Һөнәр төрө саңғы уҙышсыһы
Уҡыу йорто Waltham High School[d]
Спорт командаһы ағзаһы Stratton Mountain School[d]
Спорт төрө саңғы уҙыштары[d]
Ҡатнашыусы Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2021[d] һәм Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2023[d]
Бейеклеге/буйы 173 сантиметр
 Джулия Керн Викимилектә

Джулия Керн (ингл. Julia Kern; 12 сентябрь 1997, Беркли, Калифорния, АҠШ) — Америка саңғысыһы

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джулия Керн саңғы уҙышы буйынса 2015, 2016 һәм 2017 йылда юниорҙар араһында саңғы спорты буйынса донъя чемпионатында рәттән өс тапҡыр АҠШ өсөн сығыш яһай. Иң яҡшы һөҙөмтәһе булып 2017 йылда шәхси ярыштарҙа классик стилдә спринтта 9-сы урыны тора[1]; шулай уҡ был турнирҙа 4×3,33 км эстафетала Америка дүртәүе составында бронза призер була[2][3]. Өс йыл үткәс юниорҙар чемпионатында Джулия Керн 23 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында спринтта шәхси «бронзаһын» яулай[4][5].

Керндың Донъя Кубогында дебюты 2016/2017 миҙгеленә тура килә — Канаданың Квебек ҡалаһында спринт уҙышында ул квалификация иләген уңышлы атҡара, әммә көрәште сирек финалда тамамлай[6]. Донъя Кубогы сиктәрендә карьераһындағы беренсе подиум спортсы ҡыҙ өсөн словен ҡалаһы Планицала үткән 2019 йылдың 21 декабрендә ирекле стиль менән уҙған спринт ярыштары тамамлана. «Бронза» өсөн көрәштә финал йүгерешендә ул тәжрибәлерәк ватандашы Софи Колдуэллды уҙып китә[7], һәм ҡасандыр донъя Кубогы этаптарында почётлы пьедесталға күтәрелгән иң йәш Америка спортсы ҡыҙы булып китә[8].

2019 йылда донъя чемпионатында Зефельдта үҙе өсөн шундай юғары кимәлдәге тәүге стартта — спринт ярыштарының квалификациялы ярышында — Керн 22-се ваҡытты күрһәтә — һәм төп селтәргә һайлана, әммә артабан финалдың 1/4 стадияһында көрәштән төшөп ҡала[9]. Киләһе көндә 7,5 +7,5 километрлы скиатлонда 19-сы һөҙөмтәгә өлгәшә[10]. Спортсы ҡыҙға эстафета ярышының беренсе этабы ышанып тапшырыла, ул уны 40 секундҡа артта ҡалып, 11-се булып тамамлай; һөҙөмтәлә американлылар бишенсе булып килә[11].

2021 йылда донъя чемпионатында Керн бер генә ярышта йүгерә — ул спринт ярышында квалификацияны атҡара алмай[12].

Һөҙөмтәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саңғы спорты буйынса донъя чемпионаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя чемпионаты Спринт Команда
спринты
10 км
айырым старт
7,5+7,5 км
скиатлон
30 км
масс-старт
Эстафета
Австрия 2019 Зефельд 23 19 5
Германия 2021 Оберстдорф 36

Донъя Кубогы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2021 йылдың 8 мартына ҡарата

Миҙгел һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел Йәше Турҙар зачёты
Дөйөм зачет Дистанция Спринт U23 Nordic
Opening
Тур де Ски Тур де Ски

2020

Донъя Кубогы финалы
2017 19 102 н/п 73 19 н/д 46
2018 20 н/п н/п н/п н/п 73 н/д
2019 21 73 77 42 14 н/д 43
2020 22 40 53 19 6 49   30 н/д
2021 23 50 38 н/д н/д
  • Подиум 1
#. Миҙгел Дата Уҙғарыу урыны Ярыш Урын
1 2019/20 2018 21 декабрь Ҡалып:Флагификация/SLO Планица, Словения 1,3 км Спринт СС 3

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джулия Керн Калифорнияның Беркли ҡалаһында тыуған, Бостондан алыҫ түгел Уолтемала (штат Массачусетс), үҫкән. Ата-әсәһе, сығыштары буйынса немец милләтенән, фән менән шөғөлләнеү өсөн АҠШ-ҡа күсеп китәләр[13].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Tom Kelly. Germany Dominant in Junior Worlds Opener (ингл.) (30 ғинуар 2017). Дата обращения: 8 март 2021.
  2. Tom Kelly. Dream Comes True for USA Girls (ингл.) (5 февраль 2017). Дата обращения: 8 март 2021.
  3. Scott Souza. Waltham’s Julia Kern helps U.S. earn first nordic skiing medal at World Juniors (ингл.) (14 февраль 2017). Дата обращения: 8 март 2021.
  4. Skilanglauf-Edelmetall bei den Junioren Weltmeisterschaften in Oberwiesenthal (нем.) (3 март 2020). Дата обращения: 8 март 2021.
  5. Rachel Perkins. Julia Kern Third in World U23 Skate Sprint (With Audio Interview) (ингл.) (1 март 2020). Дата обращения: 8 март 2021.
  6. Hamilton Fourth in Quebec Sprint (ингл.) (17 март 2017). Дата обращения: 8 март 2021.
  7. World Cup Bronze In Slovenia A Career First For Cross-Country Skier Julia Kern (ингл.) (21 декабрь 2019). Дата обращения: 8 март 2021.
  8. Waltham’s Julia Kern has Olympic aspirations in cross-country skiing (ингл.) (3 май 2020). Дата обращения: 8 март 2021.
  9. Jason Albert. Falla Wins in Seefeld with a Turbo to the Finish; Diggins in 8th (ингл.) (21 февраль 2019). Дата обращения: 8 март 2021.
  10. USA’s Brennan Takes Career-best 10th in Women’s Skiatlon as Norway’s Johaug Wins Gold at Seefeld (ингл.) (23 февраль 2019). Дата обращения: 8 март 2021.
  11. Jason Albert. An Iconic Women’s Relay as Sweden Holds off Norway; U.S. in Fifth (ингл.) (28 февраль 2019). Дата обращения: 8 март 2021.
  12. Courtney Harkins. Diggins and Ogden Lead the U.S. in World Championships Sprint (ингл.) (25 февраль 2021). Дата обращения: 8 март 2021.
  13. Under 23 Questions with Julia Kern (ингл.) (30 ғинуар 2017). Дата обращения: 8 март 2021.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Официальный сайт  (инг.)
  • Профиль на сайте Ассоциации лыжного спорта и сноуборда США  (инг.)
  • Джулия Керн — статистика на сайте FIS  (англ.)