Забелина Алла Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алла Забелина
Исеме:

Алла Владимировна Забелина

Тыуған ваҡыты:

16 декабрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (58 йәш)

Тыуған урыны:

Свердловск, РСФСР, СССР

Һөнәре:

актриса

Гражданлығы:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Волгоград яңы эксперименталь дәүләт театры

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Забелина Алла Владимировна (16 декабрь 1965 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2007), Волгоград яңы эксперименталь дәүләт театры артисткаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алла Владимировна Забелина 1965 йылдың 16 декабрендә Свердловск ҡалаһында тыуған.

Ул 1988 йылда «Свердловск дәүләт театр институтын» тамамлай. Волгоград дәүләт яңы эксперименталь театр труппаһы актрисаһы булып театрға нигеҙ һалынған көндән алып эшләй.

Был театр күрһәткән барлыҡ спектаклдәрендә лә тиерлек Забелина байтаҡ ролдәр башҡара. Ошо театрҙа егерме йыл дауамында эшләү дәүерендә Алла Забелинаның ижади оҫталығы асылғандан нығыраҡ асыла бара[1]. Һис шикһеҙ, ул театрҙың визит карточкаһына әүерелә тип әйтергә мөмкин. Актёр хаҡында, ул Волгоград дәүләт яңы эксперименталь театрында хеҙмәт юлдарын башлаусы бик күп йәш артистарҙың остазы булды, тип әйтергә мөмкин[2].

1994—1995 йылдарҙа Алла Владимировна Волгоград өлкәһе хакимиәте башлығының Почет грамоталары менән бүләкләнә. 1998 йылда уға «Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1999 йылда Алла Владимировна Забелина Провинциаль муза конкурсының лауреаты була. 2007 йылда ул «Рәсәйҙең халыҡ артисы» исеменә лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләкәтәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (10.12.2007).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (04.07.1998).
  • Провинциаль муза конкурсы лауреаты (1999).
  • Түбәнге Новгород ҡалаһы премияһы лауреаты (2004).
  • Волгоград өлкәһе Губернаторының Почет грамотаһы (1994, 1995).

Театрҙағы эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Волгоград дәүләт яңы эксперименталь театры

  • Джейн Перкинс — «Смешные деньги»;
  • Марта — «Девичник»;
  • Тоня — «Квадратура любви»;
  • Екатерина II — «Любовь — книга золотая»;
  • Мария Кошелькова — «Хомо эректус, или Обмен женами»;
  • Памела -« № 13»;
  • Макарская — «Концерт для леди»;
  • Василиса — «Продолжение содома»;
  • Липа — «Похищение любви»;
  • боронесса Штраль — «Маскарад»;
  • Кормилица — «Ромео и Джульетта»;
  • Табун-Турковская — «Золотая Карета»;
  • Пепита — «Блэз»;
  • Войницкая — «Последний Романс»;
  • Графиня — «Эротические опыты графа Альмавива или женидьба Фигаро»;
  • Зоя — «Парусиновый портфель»;
  • Агафья Тихоновна — «Женихи»;
  • Катарина — «Укрощение строптивой»;
  • Мария — «Укрощение укротителя»;
  • Матюрина — «Дон Жуан»;
  • Матильда — «Мужской род единственное число»;;
  • Надежда Антоновна — «Бешеные деньги»;
  • Марфа Семеновна — «Старые водевили»;
  • Матрена — «Основной инстинкт»;
  • Надя — «Комедия вампиров»;
  • Аркадина — «Чайка»;
  • Сюзанна — «Дамский портной»;
  • Крис Горман — «Слухи»;
  • Хэриет — «Ключ на двоих»;
  • Диана — «Бледная луна в объятьях смерти и любви»;
  • Гертруда — «Гамлет в Нью Йорке»;
  • Розалина — «Чума на оба ваши дома»;
  • Мария — «Звездный час»;
  • Мэри Смит — «Слишком женатый мужчина»;
  • Кормилица — «Великолепный рогоносец».

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алла Забелина ике кинофильмда эпизодик ролдәрҙе башҡара:

  • 1988 — Серая мышь, эпизод;
  • 1989 — Мать (фильм, 1989), эпизод;

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Актрисе Алле Забелиной присвоено звание народной артистки России. www.volgograd-trv.ru. Дата обращения: 2 апрель 2020. 2021 йыл 24 февраль архивланған.
  2. Забелина Алла. net-volgograd.ru. Дата обращения: 2 апрель 2020. 2020 йыл 3 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]