Император хоҡуҡ белеме училищеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Император хоҡуҡ белеме училищеһы
Нигеҙләү датаһы 1835[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Императорское училище правоведения
Нигеҙләүсе Пётр Георгиевич Ольденбургский[d][1]
Дәүләт  Рәсәй
 Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1918
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Императорского училища правоведения[d]
Карта
 Император хоҡуҡ белеме училищеһы Викимилектә

Император хоҡуҡ белеме училищеһы — рус. Императорское училище правоведения — революцияға тиклемге Рәсәйҙең иң абруйлы юғары уҡыу йорттарының береһе.

Училище 1835 йылдың декабрендә асылған һәм 1840 йылда уҡ дәүләт хеҙмәтенә тәүге 14 чиновник әҙерләп сығарған. Училище асылғандан алып 1918 йыл башына тиклем Рәсәйҙең ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда һиҙелерлек эҙ ҡалдырған 2000-дән ашыу профессионал әҙерләнгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1720 йылда дәүләт менән идара итеүгә белемле хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү зарурлығын аңлаған Пётр I «шляхтанан» да патент алып әҙерлек үткән кешеләрҙе эшкә ҡабул итергә бойора. Сенатта «ҡаҙна эштәре» — канцелярия эшен алып барыу өсөн мәктәп асыла[2]. Сенат ҡарамағында «ҡаҙна эштәре» — канцелярия эшен алып барыу өсөн мәктәп асыла.

Шуға ҡарамаҫтан, 1763 йылда Екатерина II хөкүмәт учреждениеларына коллегия-юнкерҙарҙы уҡытыу ҡәнәғәтләнерлек түгел тип табып, был белем биреү системаһын үҙгәртергә һәм сенат мәктәбен ябырға мәжбүр булған.

1801 йылда, яңы император осоронда инде, генерал-прокурор А. Беклешов дворяндарҙы граждандар хеҙмәтенә әҙерләү тәртибен йәнә тәнҡитләп сыға. 1805 йылда Юстиция министрлығы тәҡдиме буйынса Александр I Юғары Хоҡуҡ белеме училищеһы булдырыуҙы раҫлай һәм уның директоры итеп хоҡуҡ белгесе, статский советник Г. А. Розенкампфты тәғәйенләй. 1806 йылда яңы училищела өс йыллыҡ курсҡа иҫәпләнгән дәрестәр башлана. Ләкин 1809 йылда тәүге сығарылыштан һуң уҡытыу М. Сперанский тарафынан туҡтатыла. 1812 йылда Г. А. Розенкампф уҡытыуҙы тергеҙергә тырыша, әммә башланған һуғыш быға ҡамасаулай, ә 1816 йылда училище бөтөрөлә.

1835—1917 йылдар осоронда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пётр Георгиевич Ольденбургский

Рәсәй ҡануниәтен системалаштырыу буйынса эштәр тамамланғас, квалификациялы чиновниктар әҙерләү проблемаһы йәнә киҫкенләшә. Батшаның туғаны принц Пётр Ольденбургский инициативаһы буйынса һәм М. М. Сперанский ҡатнашлығында административ һәм суд эшмәкәрлеге өсөн юридик компетентлы кадрҙар тәрбиәләү маҡсатында 1835 йылдың 29 майында Николай I указы менән Юстиция министрлығы ҡарамағындағы яңы хоҡуҡ белеме биреү училищеһының уставы һәм штаттары раҫлана[3].

Училище попечителе итеп тәғәйенләнгән Пётр Георгиевич Ольденбургский уның өсөн И. Н. Неплюевтың вариҫтарынан 700 000 һумға Фонтанка йылғаһы буйында урынлашҡан 6-сы йортто һатып ала. Йорт архитекторҙар А. И. Мельников һәм В. П. Стасов тарафынан яңыртып төҙөлгән. Училище директоры итеп статский советник С. А. Пошман, инспектор — Царское Село лицейы профессоры Е. В. Врангель тәғәйенләнә. 1835 йылдың 7 декабрендә, тантаналы рәүештә асылғандан һуң ике көн үткәс, яңы училищела дәрестәр башлана.

Училище өҫтөнлөклө ябыҡ уҡыу йорто булған һәм статусы буйынса Село ауылы лицейы менән тигеҙләнгән. Унда дворяндарҙың 12-17 йәшлек 100 улы ҡабул ителгән. Училище түләүле булған, ләкин ҡаҙна ҡарамағында булған уҡыусылар өсөн түләү ҡаҙна иҫәбенә индерелгән.

Уҡыу ваҡыты тәүҙә 6 йылға билдәләнгән, әммә 1838 йылдан 7 йылға тиклем арттырылған һәм ике курсҡа: кесе — гимназияла (VII, VI, V һәм IV кластар) һәм өлкән — университет (III, II һәм I кластар) бүленгән. 1847 йылдан алып училищела әҙерләү кластары ойошторола (1856 йылдан — өс йәшлектәргә).

Директор һәм тәрбиәселәр училищела хәрби тиерлек дисциплина урынлаштырырға һәм ҡәтғи көн тәртибен үтәтергә тырыша[4].

Көн режимы
Ҡыңғырау № Ваҡыт Шөғөл
1 06 час. 00 мин. Уяныу
2 06 час. 15 мин. Йыуыныу
3 06 час. 30 мин. Ғибәҙәткә йыйылыу
4
Ғибәҙәткә теҙелеү
5
Ғибәҙәт
6
Иртәнге сәй
7 07 час. 00 мин. Синыф бүлмәләренә
8-й — 39 Көн барышында Уҡыу, ғибәҙәт, туйыныу, дәрестәргә әҙерлек, буш ваҡыт
40 21 час. 00 мин. Ғибәҙәткә теҙелеү
41
Киске ғибәҙәт
42
Бөтәһенә лә йоҡларға
Училище бинаһының заманса күренеше
Зарянко С. К. Император Хоҡуҡ белеме училищеһы залында уҡытыусылар һәм тәрбиәләнеүселәр төркөмдәре, 1840.

XIX быуат аҙағында училищены аҫрау буйынса сығым йыл һайын 225 000 һум тәшкил иткән; шуларҙың 90 000-е казначействоларҙан ебәрелгән, ә ҡалған сумма тәрбиәләнеүселәрҙе аҫраған өсөн түләүҙәрҙән килгән. Мохтаж булғандарға һәм сығарылыш уҡыусыларына, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтеү өсөн 1885 йылда Правовед кассаһы уставы раҫланған.

Бөтә сығарылыш уҡыусылары ла Юстиция министрлығы учреждениеларында 6 йыл хеҙмәт итергә тейеш була. Мәктәпте тамамлағас, IX һәм X класс уҡыусылары (титуляр советник һәм коллегия секретары — штабс-капитанға һәм армия поручигына тап килгән) һәм күбеһенсә Юстиция министрлығына һәм Сенатҡа канцелярияға йүнәлтелгән; башҡалар уҡыуҙағы һөҙөмтәләренә ярашлы бүтән ергә ебәрелгән.

Александр III училищеның 50 йыллығы уңайынан рескриптында йәш дворяндарҙы суд өлкәһендә граждандар хеҙмәтенә әҙерләү буйынса эшмәкәрлекте билдәләгәндә артабан ошо йүнәлештә дауам итергә өндәй: «труды свои на благовоспитание русского юношества, утверждая питомцев своих в правилах веры, правды и доброй нравственности и в неизменной преданности Престолу и Отечеству».

Ошо йылдар эсендә Рәсәйҙең күп булмаған юридик уҡыу йорттары иҫәбенә ингән Хоҡуҡ белеме училищеһы 2000-дән ашыу юғары квалификациялы юрист әҙерләп сығарған[5].

1917 йылдан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың 15 сентябрендә Император хоҡуҡ белеме училищеһы Ваҡытлы хөкүмәт ҡарары менән Халыҡ мәғарифы министрлығына буйһондорола[6].

1918 йылдың 18 июнендә училище Халыҡ мәғарифы комиссариаты ҡарары менән бөтөрөлә, ә уның бинаһы Петроград агрономия институтына (ПАИ) тапшырыла.

Совет осоронда күп хоҡуҡ белгестәре репрессиялана (ҡара. Дело лицеистов).

1947—1956 йылдарҙа әүәлге Хоҡуҡ белеме училищеһы бинаһын НИИ-380 ғилми-тикшеренеү институты — буласаҡ Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү телевидение институты (ВНИИТ) ҡуртымға алған[7].

2003 йылдан алып Хоҡуҡ белеме училищеһы бинаһында (Фонтанка яр буйы. 6 йорт) Ленинград өлкә суды урынлашҡан

А. А. Алехин кейгән «чижик-пыжик» эшләпәһе

Мундир төҫө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Училище тәрбиәләнеүселәре йәшел мундир һәм өс мөйөшлө эшләпә кейгән, өлкән кластарҙа шпага йөрөткән. Лаҡаптарға ярашлы, йәшел мундирҙың һары петлицаһы һәм обшлагы, ҡышҡыһын кейелгән пыжик (болан балаһы тиреһенән тегелгән) бүрек һары турғай (чиж) ҡауырһыны төҫтәрен хәтерләтеүе арҡаһында училище студенттарына «чижик-пыжик» ҡушаматы таҡҡандар[8][9]

Комментарийҙар һәм иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комментарий
  1. 1,0 1,1 Tchaikovsky: The Quest for the Inner ManSchirmer Books, 1991. — Б. 18. — ISBN 978-0-02-871885-9
  2. Ко дню LXXV юбилея Императорского Училища Правоведения. 1835—1910. Сост. Г. П. Сюзор — С-Петербург: Гос. типография, 1910, 514 с.
  3. Ко дню LXXV юбилея Императорского Училища Правоведения. 1835—1910. Сост. Г. П. Сюзор — С-Петербург: Гос. типография, 1910, 514 с.
  4. Танеев В. И. Детство. Юность. Мысли о будущем — М.: АН СССР, 1959, 716 с., — 182—187
  5. Иванова Н. М. Из истории юридического образования: Императорское училище правоведения — //Криминалистъ, 2015, № 1(16), сс. 104—107 2016 йыл 13 февраль архивланған.
  6. ЦГИА СПб. Путеводитель — Училище правоведения
  7. ЦГАНТД СПб. Фонд 31 Телевидения ВНИИ. Историческая справка. 2016 йыл 23 февраль архивланған. // spbarchives.ru
  8. «Эхо Москвы», 12.09.2002
  9. Забавные памятники Санкт-Петербурга // Журнал «Русское искусство» 2009 йыл 2 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]