Каролина Бос

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каролина Бос
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Нидерланд короллеге[d]
Тыуған көнө 1959[2][3][4][…]
Тыуған урыны Роттердам, Южная Голландия[d], Нидерланд
Хәләл ефете Ben van Berkel[d]
Туған тел Нидерланд теле
Һөнәр төрө архитектор, искусствовед
Эшмәкәрлек төрө архитектура[5] һәм сәнғәт фәне[5]
Эш урыны Вена техник университеты[d]
Ливерпульский университет[d]
Berlage Institute[d]
Архитектура Ассоциацияһының архитектура мәктәбе[d]
Уҡыу йорто ArtEZ[d]
Биркбек[d]
Утрехтский университет[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Каролина Бос Викимилектә

Каролина Бос (нидерл. Caroline Bos; 1959, Роттердам) — Нидерланд архитекторы. Амстердамда урынлашҡан архитектура фирмаһының ҙур наградаларына эйә булған UNStudio фирмаһын ойоштороусы булып тора. Бос архитектура темаларына лекциялар уҡый, шулай уҡ төрлө мәктәптәрҙә уҡыта[6]. Уның архитектура рәсемдәре һәм проекттары төрлө музейҙарҙа, башлыса Нью-Йорктың Хәҙерге заман музейында күрһәтелә[7].

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каролина Бос 1991 йылда Бирбекта (Лондон университеты) сәнғәт тарихы өлкәһендә сәнғәт бакалавры дәрәжәһен ала[8], ә һуңынан Нидерландта Утрехт университетында архитектураның магистр дәрәжәһенә эйә була. Лондонда үҙенең буласаҡ ире Бен ван Беркель менән таныша[9].

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мерседес-Benz музейы төндә

Башта Каролина Бос ире менән бергә «Forum» (1985—1986 йылдарҙа) һәм «Diagram Works» (1988 йылда) кеүек баҫмаларҙа журналист булып эшләй[10]. 188 йылда ирле-ҡатынлы Амстердамда «Berkel & Bos Architecturbureau» фирмаһын ойоштора, ул Нидерландта тәнҡитселәрҙең танылыуын алған бер нисә архитектура проектын әҙерләй[8].

1998 йылда фирманың исеме «UNStudio» тип үҙгәртелә. Компания атамаһынан үҙ исемдәрен алып ташлауҙы ирле-ҡатынлы архитектура ул амбициялы төҙөлөш проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле хеҙмәттәшлек, уның нигеҙендә архитектура, ҡала төҙөлөшө һәм инфраструктура өлкәһендә эксперттар командаһы тора, тип аңлата[11][12]. Был ҡарашты улар яңы бинаның урынын планлаштырғанда яҡындағы территорияларҙы һәм тирә-яҡты иҫәпкә алыусы «тәрән планлаштырыу» тип атай. Каролина Босты «UNStudio» фирмаһында «йәшерен ҡорал» тип йөрөтәләр, сөнки уның махсус дизайнсы белеме юҡ һәм архитектурала үҙенсәлекле алымға эйә. Уны компанияла иң яҡшы архитекторҙарҙың береһе тип иҫәпләйҙәр[13].

2012 йылдың мартына ҡарата компания штатында 17 илдән 153 хеҙмәткәр эшләй, «UNStudio» иҫәбендә 69 тамамланған проект иҫәпләнә[14]. Каролина төрлө проект командалары менән эшләп, уларҙың күпселегенә инә[15][16][17]. Бос эшләгән иң билдәле проекттарға Утрехттағы принц Клаус күпере (Нидерланд) һәм Штутгарттағы Mercedes-Benz музейы ҡарай.

Бос төрлө институттарҙа, шул иҫәптән Арнемда архитектура академияһында, Ливерпуль университетында, Вена техник университетында һәм Амстердамда Берлаге институтында уҡыта. Бен ван Беркель менән бергә саҡырылған лектор сифатында Принстон университетында сығыш яһай һәм уның менән бергә «UNStudio» компанияһында бер нисә баҫманың авторҙашы була[15]. 2012 йылда ул Мельбурн университетының почетлы профессоры исемен ала[18].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #120841665 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Caroline Bos // Union List of Artist Names (ингл.)
  3. Caroline Bos // (unspecified title)
  4. Caroline Bos // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  6. The Architect: Women in Contemporary Architecture. — New York, NY : Watson-Guptil Publications, 2001. — P. 26–29. — ISBN 0823016528.
  7. Caroline Bos. MoMA | The Collection. Museum of Modern Art (MoMA) (2015). Дата обращения: 16 марта 2021.
  8. 8,0 8,1 .
  9. Heilmeyer, Florian Ben van Berkel / UNStudio. Дата обращения: 16 март 2021.
  10. (август 2006) «Dream House».
  11. Nobel, Philip. Toward a Future With Flair, The New York Times (28 октября 1999). 16 марта 2021 тикшерелгән.
  12. Wessner, Gregory Ben van Berkel, interview. The Architectural League of New York (2 февраля 2011). Дата обращения: 16 марта 2021.
  13. de Ferrari, Gabriella (лето 2002). “Ben van Berkel”. Bomb. 80. Дата обращения 16 марта 2021.
  14. «UNStudio: People» 2012 йыл 21 март архивланған.
  15. 15,0 15,1 «Ben van Berkel & Caroline Bos» 2012 йыл 21 ғинуар архивланған., mapolis Architecture
  16. «UNStudio — Ben van Berkel», Architonic
  17. Tweeddale, Anna Interview: Caroline Bos. ArchitectureAU. Architecture Media Pty Ltd (август 2012). Дата обращения: 16 марта 2021.
  18. Next Lecture at IAAC: Caroline Bos from UNStudio. IAAC Blog. IAAC (Institute for Advanced Architecture of Catalonia) (24 апреля 2013). Дата обращения: 16 марта 2021.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]