Кривова Мария Калистратовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кривова Мария Калистратовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1936
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Кривова Мария Калистратовна (1936 йыл, Мартыновка ауылы, Суджа районы, Курск өлкәһе) — производство алдынғыһы, маляр-штукатур. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984).

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1936 йылда Курск өлкәһенең Суджа районы Мартыновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1950 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң тыуған ауылында почтальон булып эшләй башлай.

1955 йылда Ленинабад ҡалаһында күсә. Һауыт-һаба йыуыусы булып эшләй. 1956 йылда комсомол путевкаһы буйынса Томск өлкәһенең Томск-7 ҡалаһына төҙөлөшкә бара, унда курс тамамлағандан һуң ТЭЦ объекттарында маляр-штукатур булып эшләй.

1971 йылда СССР урта машиналар эшләү Министрлығының 10-сы «Химстрой» төҙөлөш идаралығында бригадир булып тәғәйенләнә. Уның етәкселегендәге бригада Томск нефть химияһы комбинатын, Северскта торлаҡ фонды һәм социаль тәғәйенләнештәге объекттар төҙөүҙә ҡатнаша. 1975 йылда КПСС сафына инә.

1984 йылда Томск химия комбинатын төҙөгәндә өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.

Ике тапҡыр өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы депутаты итеп һайлана.

1993 йылда хаҡлы ялға сыға. Томск өлкәһе Северск ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Социалистик Хеҙмәт Геройы — СССР Юғары Советы Президиумының 1984 йылдың 5 июнендә сыҡҡан указ.

- Ленин ордены — ике тапҡыр (1976, 1984)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)

- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1966)

- « Владимир Ильич Лениндың тыуыуының 100-йыллығы айҡанлы» миҙал (1970)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Богуненко Н. Н., Пелипенко А. Д., Соснин Г. А. Кривова Мария Калистратовна // Герои атомного проекта. — Саров: Росатом, 2005. — С. 201—202. — ISBN 5-9515-0005-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кривова Мария Калистратовна. «Герои страны» сайты.