Лупанов Олег Борисович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лупанов Олег Борисович
рус. Олег Борисович Лупанов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 июнь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 3 май 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Хованск зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө математик, специалист в области информатики
Эшмәкәрлек төрө дискрет математика[d], математик логика[d] һәм кибернетика
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[2]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Яблонский, Сергей Всеволодович[d] һәм Ляпунов, Алексей Андреевич[d]
Аспиранттар Кудрявцев Валерий Борисович, Сергей Андреевич Ложкин[d], Dmitriy Yuryevich Cherukhin[d][2] һәм Таранников, Юрий Валерьевич[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Ленин премияһы премия имени М. В. Ломоносова
Рәсми сайт keldysh.ru/departments/d…
Вики-проект Проект:Математика[d]

Олег Борисович Лупанов (2 июнь 1932 — 3 май 2006) — СССР һәм Рәсәй математигы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты деканы (1980—2006), М. В. Келдыш исемендәге Ғәмәли математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре (1993—2006), дискретлы математика, математик кибернетика, математик логика буйынса белгес. Ленин премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1932 йылдың 2 июнендә Ленинград ҡалаһында тыуа.

1955 йылда математика һөнәре буйынса Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай. 1958 йылда А. А. Ляпунов етәкселегендә «О синтезе контактных схем» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3]. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы «Об aсимптотических закономерностях синтезa схем из функциональных элементов» (1963)[4].

Функциональ элементтарҙан схемаларҙы синтезлауҙың иң яҡшы асимптотик ысулын — Лупанов ысулын эшләй (ингл. Representation Lupanov)[5].

Мәскәү дәүләт университетында 1959 йылдан уҡыта, 1960 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1967 йылдан — профессор. 1980—2006 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты деканы була, 1981-06 йылдарҙа үҙе ойошторған дискрет математика кафедраһын етәкләй.

1972 йылдан СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, 2003 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы[6]. 1993 йылда Келдыш исемендәге Ғәмәли математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре була, унда 1955 йылдан алып эшләй.

2006 йылдың 3 майында Мәскәүҙә вафат була. Мәскәүҙә Хованский зыяратында ерләнгән[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡаҙаныштары өсөн Ленин премияһы (1966) һәм Мәскәү дәүләт университетының Ломоносов премияһы менән бүләкләнә (1992).

«Почет Билдәһе» (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982), Халыҡтар дуҫлығы (1992) ордендары менән бүләкләнә.

Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоы (2001), Молдавия Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы (2001)[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Лупанов Олег Борисович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  3. каталог РНБ
  4. Каталог РНБ
  5. Яблонский С. В. Введение в дискретную математику. — М.: Наука, 1979. — С. 272.
  6. Информация на сайте ИС АРАН
  7. Могила О. Б. Лупанова на Хованском кладбище
  8. Membrii Academiei de Ştiinţe a Moldovei: Dicţionar (1961—2006) / Ch.: Î.E.P. Ştiinţa, 2006

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]