Маликов Рөстәм Илкәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рөстәм Илкәм улы Маликов
Тыуған көнө

2 апрель 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны

Октябрьский (ҡала), БАССР, СССР

Ил

СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

иҡтисадсы

Эшләгән урыны

ӨДНТУ

Альма-матер

МДУ

Ғилми дәрәжәһе

иҡтисад фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Тышҡы һүрәттәр
Рөстәм Маликов

Маликов Рөстәм Илкәм улы (2 апрель 1959 — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2007) һәм профессор (2008). Башҡортостандың атҡағаҙанған фән эшмәкәре (2013). Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маликов Рөстәм Илкәм улы 1959 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған.

1981 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай.

Хеҙмәт юлы
  • 1983 йылға тиклем Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһының Иҡтисад институты
  • 1987 йылдан — Рөстәм Илкәм улы Иҡтисад һәм социология институтында бүлек мөдире
  • 1996 йылдан — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында (әлеге ӨДНТУ-ла) иҡтисад һәм менеджмент кафедраһы мөдире
  • 2008 йылдан — Иҡтисад һәм идара итеү ғилми тикшеренеүҙәр институты директоры

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иҡтисад фәндәре докторы (2007 йыл)
  • Профессор (2008)
  • Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010 йыл)
  • Башҡортостандың атҡағаҙанған фән эшмәкәре (2013 йыл)

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рөстәм Илкәм улы Маликов, эшҡыуарлыҡ мөхитен һөҙөмтәле үҫтереү мәсьәләһен, предприятиеларҙың йәшерен иҡтисад эшмәкәрлеген өйрәнеп, Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә эшҡыуарлыҡ хәлен тикшереп, ғилми хеҙмәттәр яҙа. Уның 200 самаһы фәнни хеҙмәте бар.

Наградалары һәм исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010)
  • Башҡортостандың атҡағаҙанған фән эшмәкәре (2013)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]