Мартынов Дмитрий Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мартынов Дмитрий Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 март (7 апрель) 1906
Тыуған урыны Темрюк[d], Кубан өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 октябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Һөнәр төрө астроном
Эш урыны В. П. Энгельгардт исемендәге астрономия обсерваторияһы[d]
П. К. Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институты[d]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Эрнст Апушевич Дибай[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Мартынов Дмитрий Яковлевич Викимилектә

Мартынов Дмитрий Яковлевич (7 апрель 1906 йыл — 22 октябрь 1989 йыл) — совет педагогы һәм астрофизигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дмитрий Яковлевич Мартынов 1906 йылдың 7 апрелендә Краснодар крайының Темрюк ҡалаһында тыуған.

Симферополь университетында уҡый, астрономияны тәрәнерәк өйрәнеү өсөн Ҡазан университетына күсә һәм уны 1926 йылда тамамлай. 1931—1951 йылдарҙа В. П. Энгельгардт исемендәге астрономия обсерваторияһы директоры, ә һуңынан 3 йыл Ҡазан дәүләт университеты ректоры була.

1954 йылда Мәскәү дәүләт университетының астрономия кафедраһы мөдире булып эшләй башлай, ә бер йылдан П. К. Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институтын етәкләй (1976 йылға тиклем).

Фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре: ике ҡатлы системалар, планетология һәм үҙгәреүсе йондоҙҙар. «Астрономик циркуляр»ҙың баш мөхәррире (1941—1962) һәм «Земля и Вселенная» журналының баш мөхәррире (1965). «Курс общей астрофизики» дәреслеге (1988) һәм «Сборник задач по астрофизике» уҡыу әсбабы авторы(1986) .

Бөтә Союз астрономия-геодезия йәмғиәте (ВАГО) Президенты (1960, 1965, 1970—1975) һәм Халыҡ-ара астрономия союзының «Документация» 5-се Комиссия президенты (1955—1961).

1989 йылдың 22 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Востряковский зыяратында ерләнгән[1].

Танылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1977 йылда Н. С. Черных асҡан бәләкәй планета 2376 Martynov (2376 Мартынов) Мартынов исеме менән аталған[2] .
  • Халыҡ-ара астрономия союзы уның исемен Марстағы Martynov (Мартынов) кратерына биргән[3].
  • 1945 йылда Д. Я. Мартыновҡа Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, ә 1966 йылда — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре исеме бирелә.
  • 1986 йылда «Курс практической астрофизики» һәм «Курс общей астрофизики» дәреслектәр йыйылмаһы өсөн Ф. А. Бредихин исемендәге премия бирелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп.. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]