Масалитина йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Масалитина йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 113
Архитектура стиле Эклектика
Проект авторы Г. Н. Васильев
Төҙөлгән ваҡыты 1890
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100054000объект № 6100054000

1890

Масалитина йорто (Ворожеин табыш йорто) — Дондағы Ростов ҡалаһында Оло Баҡса урамы менән Киров проспекты киҫешкән ерҙә урынлашҡан бина. 1890 йылда архитектор Васильев Григорий Николаевич проекты буйынса эклектика[1] стилендә төҙөлгән. XX быуат башында йорт сауҙагәр П. К. Масалитина милкендә булған. Әлеге ваҡытта бинаны «Нью-Йорк» рестораны биләй[2]. Масалитина йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ворожеин табыш йорто 1890 йылда архитектор Г. Н. Васильев проекты буйынса төҙөлгән булған. 19131914 йылдар мәғлүмәте буйынса, йорт П. К. Масалитина милкендә була. Унда X. Мермелыштейндың галантерея магазины, Н. М. Масалитиндың хәлүә етештереү фабрикаһы, Бейтлан һәм Кюнцельм колбаса фабрикаһы, Н. И. Кравченконың конверт фабрикаһы, Ф. Волошинованың сәғәт магазины, Вейденбах фирмаһы етәкселегендәге[4] ширҡәт урынлашҡан була.

1920 йылда, совет власы урынлашҡандан һуң, йорт дәүләт милкенә күсерелә. Икенсе ҡатында фатирҙар урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында мөйөштәге көмбәҙе юҡҡа сыға. Һуғыш тамамланғандан һуң уны ябайлаштырылған формала тергеҙәләр. 1950-се йылдарҙа бинаның беренсе ҡатын «Бөҙрәхана», «Кондитер изделиелары» магазины, «Һыра» биләй.

19902000 йылдарҙа бина хужалары бер нисә тапҡыр үҙгәрә, һәм уларҙың һәр береһе йорт ҡиәфәтенә ниндәйҙер үҙгәрештәр индерә. 2010-сы йылдар башында бинаға ремонт үткәрелә. Төҙөүселәр проекттан тайпылалар, һөҙөмтәлә бина тәүге төҫтәр гаммаһын үҙгәртә, беренсе ҡат йәшел төҫкә буялған булып сыға[5]. 2013 йылдың 28 сентябрендә бинала янғын сыға[6].

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революцияға тиклемге фотоһүрәттәрҙә Яңы Покровский сиркәүе (уңда) һәм Масалитина йорто (һулдан)

Айырым йорт Оло Баҡса урамы менән Киров проспекты киҫешкән ерҙә урынлашҡан. Бина ике ҡатлы, кирбестән төҙөлгән, күп яҡлы ҡыйыҡлы. Ул планда тура дүртмөйөшлө конфигурациялы, коридор системаһы буйынса планлаштырылған.

Масалитина йорто эклектика стилендә төҙөлгән. Архитектураһында һәм биҙәлешендә барокко һәм классицизм элементтары бергә ҡушылған. Мөйөштәге өлөшөндә Көмбәҙе һәм манараһы булған бельведер айырым йорттоң композицион үҙәге булып тора. Башта көмбәҙ ҡупшы биҙәлгән була: ул «тәңкәләр» менән ҡапланған була, ә ҡабырға яҡтарында дүрт ҡыйыҡ тәҙрәһе була. Көмбәҙе ваза рәүешендәге барельеф менән биҙәлгән һигеҙҡыр менән тамамлана. Уның өҫтөндә шар менән манара күтәрелә.

Бинаның фасадтарын кирбес декоры биҙәй. Беренсе ҡат, алғы йөҙө эшкәртелмәгән дүрткел таштар менән көпләнгән. Төп инеү урынын вертикаль сығынтылар айырып күрһәтеп тора, сығынтылар ҡатмарлы конфигурациялы биҙәкле стенка менән тамамлана. Тәҙрә уйымдары йөҙлөктәр, кәрниздәр, тәҙрә аҫтында стеналағы уйымдар менән биҙәлгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
  2. А. Оленев «Нью-Йорк» закоптил ростовское небо // Вечерний Ростов. — 30 сентября 2013 года.
  3. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 28 сентябрь 2013.
  4. Доходный дом К.А. Ворожеина (Дом П. Масалитиной). voopiik-don.ru. Дата обращения: 15 октябрь 2013.
  5. Доходный дом Ворожеина не прошел проверку. ГТРК Дон-ТР. Дата обращения: 16 октябрь 2013.
  6. Евдокия Ветрова. В центре Ростова загорелся ресторан «Нью-Йорк». donnews.ru (28 сентябрь 2013). Дата обращения: 16 октябрь 2013. 2013 йыл 17 октябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — ISBN 5-8456-0489-3.