Масленникова Наталья Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Масленникова Наталья Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 ноябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1]
Тыуған урыны Порхов, Ленинград өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 февраль 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (82 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Ерләнгән урыны Оло Охта зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты
Рәсәй милли китапханаһы[d][1]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены

Масленникова Наталья Николаевна (12 ноябрь 1927 йыл, Порхов, Ленинград өлкәһе[2] — 5 февраль 2010 йыл, Санкт-Петербург) — Рәсәй тарихсыһы, палеограф, тарих фәндәре докторы, профессор, Псковтың урта быуаттар тарихы өлкәһендә ҙур белгестәрҙең береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленинград өлкәһенең Порхов ҡалаһында (хәҙерге Псков өлкәһе территорияһы) тыуған. Псковта үҫә һәм уҡый. 1941 йылда бомбаға тотоуҙан янған Псков ҡалаһынан ғаиләһе менән бергә ҡасып китә.

1945 йылда А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. 1953 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Боронғо Русь тарихы һәм палеографияла махсуслаша. Дмитрий Лихачевтың уҡыусыһы. Уның 1955 йылда уҡ баҫылып сыҡҡан «Присоединение Пскова к Русскому централизованному государству» хеҙмәте әлегә тиклем был өлкәлә ҙур һәм абруйлыларҙың береһе булып ҡала.

Аспирантураны тамамлағандан һуң бер йыл дауамында М. Е. Салтыков-Щедрин исемендәге РСФСР дәүләт халыҡ китапханаһында ҡулъяҙмалар бүлегендә эшләй. 19542009 йылдарҙа Н. К. Крупская исемендәге Ленинград дәүләт мәҙәниәт институтында (хәҙерге — Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институтында) тарих кафедраһында эшләй. 19782004 йылдарҙа — кафедра мөдире. 20042009 йылдарҙа — тарих уҡытыусыһы, шул уҡ кафедрала профессор.

2010 йылдың 5 февралендә Санкт-Петербургта вафат була[3]. Оло Охта зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Масленникова Н. Н. Идеологическая борьба в псковской литературе в период образования Русского централизованного государства // Труды Отдела древнерусской литературы ИРЛИ АН СССР. Т. VIII. — М.; Л., 1951. Текст
  • Масленникова Н. Н. Присоединение Пскова к русскому централизованному государству / Отв. ред. Д. С. Лихачев. — Л.: Изд-во ЛГУ, 1955. — 196 с. Текст
  • Масленникова Н. Н. К истории создания теории «Москва — Третий Рим» // Труды Отдела древнерусской литературы ИРЛИ АН СССР. Т. XVIII. — М.-Л., 1962. Текст
  • Масленникова Н. Н. Псковская земля // Аграрная история Северо-Запада России XVI века. — М., 1978. — С. 87-112.
  • Масленникова Н. Н., Краснопевцев В. П., Дейч Г. М. и др. Достопримечательности Псковской области. — 3-е изд. — Л.: Лениздат, 1981. — 328 с.
  • Масленникова Н. Н. О земельной политике Василия III в Пскове // Россия на путях централизации. Сборник в память А. А. Зимина. — М.: Наука, 1982. — С. 58-65.
  • Масленникова Н. Н., Проскурякова Г. В. К изучению облика Пскова в XVI—XVII вв. // Археология и история Пскова и Псковской земли. — Псков, 1988. С. 7—9.
  • Масленникова Н. Н. Волышово — уникальный усадебный ансамбль XVIII—XIX веков // Русская усадьба. — 2004. — Вып. 10 (26). — С. 234—255.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]