Матросова Федосья Евгеньевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Матросова Федосья Евгеньевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 24 июнь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Татарстан Республикаһы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 29 май 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Саранск, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Матросова Федосья Евгеньевна (24 июнь 1924 йыл — 29 май 1987 йыл) — төҙөлөш тармағы алдынғыһы, СССР Төҙөлөш министрлығының Мордва АССР-ындағы «Саранскжилстрой» тресы 10-сы төҙөлөш идаралығында штукатурҙар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Федосья Евгеньевна Матросова 1924 йылда хәҙерге Татарстан Республикаһының Лениногорск районы Ивановка ауылында тыуған. Мордва (эрзя).

Башланғыс белем ала. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән 1941 йылда урындағы колхозда трактористка булып эшләй башлай.

1945 йылда Кама йылғаһы буйлап һал ағыҙыуҙа, һуңынан Горький ҡалаһы янында торф сығарыуҙа эшләй.

1954 йылдан алып Саранск ҡалаһында йәшәй, штукатур булып эшләй. 1964 йылда «Отделстрой» идаралығының төҙөүселәр бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр.

Мордовияның баш ҡалаһында уның бригадаһы электролампалар заводында, шулай уҡ бер нисә мәктәп һәм торлаҡ массивтарын биҙәүҙә эшләй.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 5 апрелендәге указы менән, төҙөлөштә юғары күрһәткестәргә ирешкәне өсөн Федосья Евгеньевна Матросоваға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Саранск ҡала советы депутаты итеп һайлана.

1983 йылда хаҡлы ялға сыға.

Саранск ҡалаһында йәшәй. 1987 йылдың 29 майында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Социалистического Труда — уроженцы Мордовии. Саранск, 1976 год.
  • Мордовия. Энциклопедия. — Саранск, 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]