Олейникова Пелагея Гавриловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Олейникова Пелагея Гавриловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 март 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Средний Бурлук[d], Q12171864?, Волчанский уезд[d], Харьковская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 март 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Харьков өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө колхозник
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Олейникова Пелагея Гавриловна (1 ғинуар 1910 йыл — 21 март 1988 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Харьков өлкәһе Великобурлукский районының СССР-ҙың совхоздар министрлығына ҡараған «Красная волна» орлоҡсолоҡ совхозының звеньевойы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пелагея Гавриловна Олейникова 1910 йылда Урта Бурлук ауылында (хәҙер Харьков өлкәһе Великобурлукский районы) украин крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған.

Башланғыс мәктәп тамамлаған. Урындағы «Красная волна» совхозында хеҙмәт юлын башлап ебәргән. 1941-1943 йылдарҙа немец фашистары оккупацияланған территорияла йәшәй. Пелагея Гавриловна Олейникова тораҡ пункттары немец илбаҫарҙарынан азат ителгәндән һуң совхоз хужалығын аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнаша. Ул бөртөклөләр игенен үҫтереүселәр звеноһын етәкләй.

1947 йылда үҙенең звеноһына беркетелгән 63 гектар арыш майҙанының һәр гектарынан уртаса 33,8 центнер уңыш ала.

1948 йылдың 13 мартында рекордлы уңыш алыуы өсөн һәм ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә ирешкәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының Указына менән Олейникова Пелагея Гавриловнаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.

Харьков районының Ольховка ауылында йәшәй. 1988 йылдың 21 мартында вафат була, ауыл зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948)
  • Ленин ордены (13.03.1948)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (13.03.1948)
  • башҡа миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Харьков еренең Алтын йондоҙҙары. Сост. Дикань А. П. — Харьков, 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]