Осокина Антонина Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Осокина Антонина Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 май 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Старояшкино[d], Грачевка районы, Рәсәй
Вафат булған көнө 25 февраль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Сорочинск, Ырымбур өлкәһе, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Осокина Антонина Павловна (20 май 1926 йыл, Старояшкино ауылы, Грачевка районы, Ырымбур өлкәһе — 25 февраль 2015 йыл) — совет партия эшмәкәре, ауыл хужалығы производствоһын ойоштороусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Чкалов ауыл хужалығы институтын тамамлай. Кваркено районының Киров исемендәге совхозында, Новосергиевка районының Электрозавод исемендәге совхозында, Матвеевка районының «Сарай-Гирский» совхозында, Новоорск районының «Ириклинский» совхозында эшләй. 1963—1965 йылдарҙа — Гай районының «Прогресс» совхозы директоры.

1965—1972 йылдарҙа Грачёвка районы башҡарма комитеты рәйесе. 1972—1991 йылдарҙа — КПСС-тың Сорочинск район комитеты беренсе секретары .

1975 йылдағы ҡоролоҡ ваҡытында уның талантлы етәксе сифаты асыла. Ул ваҡытта Ырымбур өлкәһенең күп кенә райондарында мал һуя башларға мәжбүр булалар, сөнки уларға ашатырға бер нәмә лә булмай, ә Осокина төбәктән ситтә мал аҙығы әҙерләү ойоштора. Ул етәкселек иткән осорҙа районда һөт һәм ит етештереү һиҙелерлек арта, мал һаны күбәйә. Күп тапҡыр район өлкә социалистик ярышында еңеп сыға.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Осокина Антонина Павловна. «Герои страны» сайты.