Пагонат йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 архитектура ҡомартҡыһы

Иҫтәлекле урын
Пагонат йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог
Бина тибы Айырым йорт
Проект авторы архитектор Македонский
Нигеҙләүсе Варвара Пагонат
Төҙөлгән ваҡыты 1860-сы йылдар
Бөгөнгө хәле эшләй

Пагонат йорто — Таганрог ҡалаһының үҙәк өлөшөндә, Греческая урамы, 83 адресы буйынса урынлашҡан боронғо ике ҡатлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты (1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-се ҡарар).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пагонат йорто Таганрогта 1850-се йылдарҙа урындағы архитектор Македонский проекты буйынса төҙөлгән. Йорттоң хужаһы майор ҡатыны Варвара Пагонат (был фамилияны күп сығанаҡтар шулай уҡ Паганато, Погонат, Поганат тип күрһәтәләр) була.

1887 йылда ҡала думаһы Варвара Андреевна Пагонаттың рухи васыятын раҫлай. Йорт хужаһы имениены, унда ҡала Йәмәғәт идаралығы тарафынан, дауахана йәки етем һәм ярлы балалар өсөн хәйриә йорто ойошторорға васыят итеп ҡалдыра. Уның икенсе күрһәтмәһе урам яғынан йорт стенаһында иҫтәлекле таҡта элеп ҡуйыу була. Был таҡтала, бинаны хәйриә йорто итеп Иван һәм Варвара Пагонаттар иғәнә иттеләр, тип яҙылырға тейеш була.

Васыят нигеҙендә 1890-сы йылдарҙа бинала ҡыҙҙар өсөн 4 класлы башланғыс ҡатын-кыҙҙар училищеһы асыла. Һуңынан училище «Петровское» тип атала. Ҡалала башҡа «Петровское» училищеһы була, уныһы малайҙар өсөн. 1906 йылдан ҡыҙҙар училищеһы Пагонат училищеһы тип атала башлай.

1908 йылдың 19 июнендә бинала ҡала хәйриә советы ҡарамағында булған, ярлы һәм хәлһеҙ балалар өсөн «Һөт тамсыһы» тип аталған «туҡланыу пункты» эшләй башлай. Уны ҡала башлығы И. Е. Платонов, уның ярҙамсыһы О. Ф. Прохорова һәм попечителдәр етәкләй.

1910 йылдан йортто хәйриә комитетының өсөнсө разрядлы башланғыс училищеһы биләй. 1918 йылдан — йорт-интернат. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бинала оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ҡарттар йорто асыла. Хәҙерге ваҡытта бында 100 урынға иҫәпләнгән психик ауырыуҙар менән сирлеләр интернаты эшләй.

Архитектура үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике ҡатлы йорт 1850-се йылдарҙа төҙөлгән. Ҡапҡаһы һул өлөшөндә. Йорттоң фасадындағы декоратив биҙәлеше һылап яһалған биҙәктәрҙән, үҫемлектәр орнаментынан, кәрниздән, кәрнизде ослап ҡуйған көпләү ташынан, шымартылмаған дүртмөйөшлө таштар менән көпләнеүҙән тора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]