Паровоз-һәйкәлдәр (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Паровоз-һәйкәлдәр
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта
 Паровоз-һәйкәлдәр Викимилектә

Паровоз-һәйкәлдәрРостов өлкәһенең Дондағы Ростов ҡалаһындағы паровоз һәйкәлдәре

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мемориаль паровоз кп4 - 483. РГУПС паркында, Дондағы Ростов

Дондағы Ростов ҡалаһы — ҙур тимер юлы узелы. Ҡала аша Санкт-Петербург — Ростов — Кавказ тимер юлы үтә. Ҡалала Ростов дәүләт тимер юлдар бәйләнеше университеты бар. Ҡаланың Первомайский районындағы Островский паркында 1940 йылдан балалар тимер юлы эшләй. Ростов өлкәһенең төрлө ҡалаларында паровоздарға һәйкәлдәр ҡуйылған. Уларҙың икәүһе Дондағы Ростовта урынлашҡан.

Кч4-101 тар колеялы паровоз һәйкәле Дондағы Ростовта Вокзал яны майҙанында урынлаштырылған. Элек был паровоз балалар тимер юлында эшләгән, шунан һуң иҫәптән сыҡҡан. 1982 йылда ул «Йәш тимер юлсы» клубы эргәһендә ҡуйыла, ә 2000 йылдар башында Вокзал майҙанындағы постаментҡа күсереп ҡуйыла.

Паровоз тар колеялы тимер юлында эшләй, 1949 йылда Чехословакияла Škoda заводында төҙөлгән. Паровоз тәгәрмәсе тормоздар менән йыһазландырылған, әммә ҡышын тәгәрмәстәренең юл менән тоташыуын яҡшыртыу өсөн ҡом ҡулланыла. Әгәр паровоз ҡалҡыулыҡҡа менә алмаһа йәки унда менеп төшкәндә туҡтай алмаһа, машинист клапанды аса һәм ҡом рельстарға һибелә, шулай итеп паровоздың юлда хәрәкәте яҡшыра.

Кп4-483 паровоз һәйкәле Дондағы Ростовтың Ленин проспектында Ростов дәүләт юлдар бәйләнеше университеты янында ҡуйылған. Кп4 паровозы (поляк яҙылышы транскрипцияһында Кп4) — 0-4-0 төрөндәге тар колеялы паровоз, Польшала етештерелгән, СССР-ға сығарылған. Совет тимер юлдары өсөн 790 шундай паровоз етештерелгән. Әлеге ваҡытта күпмелер кимәлдә музейҙарҙа һәм балалар тимер юлында паровоз -һәйкәл рәүешендә һаҡланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]