Педагогия академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Педагогия академияһы
Нигеҙләү датаһы 1907
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1916

Педагогия академияһы1907 йылда асылған Рәсәй юғары мәҡариф-ғилми педагогик учреждениеһы. Педагогия академияһы Рәсәй империяһының ижтимағи уҡыу йорттары араһында ғилми әһәмиәте төп урынды алып торған.[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1904 йылда ГУВЗдың (Главное управление военно-учебных заведений) Педагогика музейында Педология курстары асыла. 1907 йылда Педология курстары базаһында Санкт-Петербургта Мәгариф Лигаһында Педагогия психологияһы буйынса Бөтә Рәсәй съезды ҡарары нигеҙндә Педагогия академияһы төҙәлә.[2][1] 1907 йылда раҫланған устав нигеҙендә, Педагогия академияһы ғилми-педагогик үҙәк булып тора һәм халығ мәғарифы министры П. М. Кауфманға буйһона. Педагогика академияһының етәксе звеноһы булып Совет тора. Совет профессор-уҡытыусылар һәм етәкселек составын һыйлаған. 1907 йылда Педагогия академияһының беренсе президенты А. Н. Макаров була, беренсе вице-президенты М. М. Ковалевский , секретары А. П. Нечаев. А. Ф. Лазурский, А. С. Лап­по-Да­ни­лев­ский, С. Ф. Ольденбург, Н. И. Кареев, Г. А. Фальборк и И. М. Гревс. В. И. Вернадский, И. П. Павлов, Е. В. Тарле, А. А. Корнилов, Н. А. Гредескул, И. X. Озеров, А. А. Шахматов, И. А. Бодуэн-де-Куртене, Д. Н. Овсяников-Куликовский, С. А. Венгеров, Л. И. Петражицкий, Н. О. Лосский кеүек төрлө фән өлкәһендә эшләгән педагогтар Пелагогия академияһы Советы ағзалары булып торалар.[1]

Уҡытыу барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Педагогия академияһы Рәсәй Федерацияһы Халыҡ мәғарифы министрлығы ведомствоһының "педагогик мәсьәләләр буйынса тәжрибәле һәм белгес экспериментаторҙар" әҙерләү өсөн "юғары курстар" булып торған, халыҡ мәғарифының төрлы мәсьәләләре буйынса юғары квалификациялы эксперттар, уҡыу йорттары директорҙары, педагогтар, мәктәптән тыш белем биреүҙе ойоштороусылар һәм гигиенисттарҙың мәктәп табибтарын әҙерләгән учреждение булып тора.[1]

Педагогия академияһына Рәсәйҙә йәки сит илдә юғары белем алған егеттәр һәм ҡыҙҙыр ҡабул ителгән. Дине һәм милләтенә әһәмиәт бирелмәгән. Уҡыу процессыны өс йүнәлештә барған: педагогика, мәктәп белеме, педагогик психология һәм мәктәп гигиенаһы кеүек төп категория; физиология, психология, анатомия, философия; сәнғәт һәм әһәбиәт тарихын үҙ эсенә алған өҫтәмә махсус, уҡыу йорттарында уҡыу предметтарын уҡытыу тарихын һәм методикаһы.[2][1]

1910 йылда Педагогия академияһындә Санкт-Петербург Петербург эксперименталь педагогика йәмғиәте структураһына ингән эксперименталь мәктәп асыла. 1916 йылдан Педагогия академияһы Санкт-Петербург йәмғиәте эксперименталь педагогика ойошмаһына инә. Педагогия академияһы төрлө белгестәр әҙерләү буйынса Бөтә Рәсәй уғытыусылар курстарын ойоштороу һәм үткәреү өсөн күп эшләй. Уҡытыусылар араһында «Педагогика академияһы очерк һәм монографияларҙа» кеүек академия хеҙмәттәре популярлыҡ ала.[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Иванов А. Е. Высшая школа России в конце XIX — начале XX века. / Иванов А. Е. М.: АН СССР. Институт истории СССР, 1991 г
  2. 2,0 2,1 Большая российская энциклопедия / научно-редакционный совет: председатель - Ю. С. Осипов и др. - Москва: БРЭ, Т. 25, 2017: П — Пертурбационная функция, 2017 г. — 2017 г. — 764 с. — ISBN 978-585270-362-0

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]