Полк канцелярияһы йорто (Чернигов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Полк канцелярияһы йорто
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Чернигов ҡалаһы
Карта
 Полк канцелярияһы йорто (Чернигов) Викимилектә

Полк канцелярияһы йортоЧерниговта урынлашҡан 17 быуат граждандар архитектура ҡомартҡыһы

Чернигов полкының полк канцелярияһы йорто — 17 быуат ҡомартҡыһы. Казак полктары канцелярияһының беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған административ биналарының береһе булып тора. Икенсе һаҡланғаны — Козелецта Киев полкының полк канцелярияһы йорто.

Бина нығытманың территорияһында 1690 йылда кирбестән украин бароккоһы стилендә Чернигов полковнигы Лизогуб Яков Кондратьевич тарафынан төҙөлә. Башта төҙөүсегә, уның вафатынан һуң 1698 йылда гетман Иван Мазепаға ҡарай. Бында 18 быуатта Чернигов казактары полкының полк канцелярияһы була, ә 18 быуат аҙағынан 20 быуат башына тиклем архив урынлаша.

Башта йорт ташттан ике ҡатлы була. 1718 һәм 1750 йылдарҙа янғындан зыян күрә. 18 быуаттың икенсе яртыһында төньяҡ фасадына семәрле фронтон менән тамбур — подвалға ихатаға яғынан инеү урыны төҙөлә. Көмбәҙенең береһенән сарҙаҡҡа сығыу өсөн люк уйыла. Башта подвалға һәм икенсе ҡатҡа йөрөү урыны эске арҡыры стенаның ҡатламында урынлаша. 19-сы быуатта йорттоң мейестәре һүтеп алына, көнбайыш һәм көнсығыш фасадтарында яңы тәҙрә уйыла. 1954 һәм 1969 йылдарҙа реставрациялана.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]