Саңлы үҙәк (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саңлы үҙәк
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры
Башҡарыусы/артист Абдуллин Сөләймән Әйүп улы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

«Саңлы үҙәк», «Саңдүҙәк» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХХ быуаттың 30-сы йылдарында М. А. Буранғолов легендаһы менән шиғри тексын яҙып ала. С.Ә.Галин «Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар» йыйынтығындағы (1 се китап, 1974) яҙмаһында баҫтырыла. Артабан яҙмаларҙы музыка белгестәре М. М. Сәғитов, Л. Ҡ. Сәлмәнова, Н. Д. Шоңҡаров яҙҙырып алалар[2].

«Саңлы үҙәк» («Саңды үҙәк») — лирик-психологик характерҙағы йыр.

Йыр (Башҡортостандың Әбйәлил районы Иҫке Балапан менән Яңы Балапан ауылдары араһында ятҡан Ҡобағош батыр һәм уның ҡатыны йәйләүендә, Саңды үҙәк төбәгендә булған ваҡиғаға бәйле. Ҡобағош йәйләүҙә булмаған көндәрҙең береһендә ҡаҙаҡ батыры уның ҡатынын урлап алып китә. Ҡобағош батыр уларҙың эҙҙәренән барып, ҡатынының ҡаҙаҡ менән бер түшәктә йоҡлап ятҡанын күрә. Ҡобағыш ярһыу ҡатыш, асырғаланып, һөжүм итә һәм ҡаҙаҡты үлтерә.

Ишмөхәмәт сәсән Ҡобағош батыр үтенесе буйынса ошо драматик ваҡиғалар тураһында йыр сығара[3].

Йырҙың эстәлегендә Ҡобағоштоң кисерештәре үҙәк тәбиғәтен һүрәтләү менән оҫта үрелеп бара.

Фраза башында юғары нигеҙ тондың ике тапҡыр ҡабатланыуы, уртаса орнаментикаға эйә, полиметрик булыуы йырҙың көйөн үҙенсәлекле итә[4].

Йырҙың тексы[5][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саңлы үҙәгендә бесән дә саба,
Саң-саң итә салғыһы сапҡанда. (ике тапҡыр)
Салғы тауышына ҡушылып йырлай,
Йөрәгендә хистәр ташҡанда. (ике тапҡыр)
Саңды үҙәккәйгә йүгереп төштөм,
Ҡыҙарып та бешкән еләккә. (ике тапҡыр)
Бер бөртөгөн өҙөп мин ҡабайым,
Ял булмаҫмы янған йөрәккә? (ике тапҡыр)[6][7].

Башҡарыусылар араһында — С.Ә.Абдуллин, К. К. Ҡорманаев һәм башҡалар. «Саңлы үҙәк» йырын Рәүеф Мортазин тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «САНЛЫ УЗЯК», песня
  2. «САНЛЫ УЗЯК», песня
  3. «САНЛЫ УЗЯК», песня
  4. «САНЛЫ УЗЯК», песня
  5. Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1972, 210-сы бит
  6. Башҡорттоң йөҙ йыры. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. 210 бит
  7. Единый портал культуры народов РБ. Саңды үҙәк
  8. «САНЛЫ УЗЯК», песня

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башкирские народные протяжные песни /сост. Л. К. Сальманова. Уфа, 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«САНЛЫ УЗЯК», песня

Единый портал культуры народов РБ. Саңды үҙәк