Русиневич Константин Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Русиневич Константин Владимирович
Тыуған көнө:

29.09.1917

Тыуған урыны:

Дағстан, Буйнаҡ ҡалаһы

Вафат булған көнө:

2004

Вафат булған урыны:

Дондағы Ростов

Эшмәкәрлеге:

шағир

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Наградалары:

1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Константин Владимирович Русиневич (29 сентябрь, 1917 йыл, Буйнаҡ ҡалаһы, Дағстан) — шағир, уҡытыусы, яугир. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2000 йылда Дондағы Ростовта вафат булған.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағир Константин Русиневичтың яҙмышы ауыр. Уның әсәһе улы тыуғас та вафат була. Ун дүрт йәшендә Константин Русиневич атаһыҙ тороп ҡала.

1936 йылда К. Русиневич Махачкалала педрабфакты тамамлай.

1940 йылда Дағстан педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлап сыға. Кули ауыл урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә, Буйнаҡ хәрби-пехота училищеһында уҡый һәм уны 1942 йылдың ғинуарында тамамлағас, Көньяҡ фронттың 15-се Ҡыҙыл байраҡлы Сиваш дивизияһына батальон штабы начальнигы вазифаһын башҡарырға ебәрелә. 1942 йылдың мартында дивизия Брянск фронтына күсерелә. 1942 йылдың июлендә К. Русиневичтың ике аяғы ла ҡаты йәрәхәтләнә. Ауыр яралы йәш лейтенант госпиталгә эләгә һәм унан бары 1944 йылда ғына ике аяҡһыҙ булып сыға.

Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

1945 йылда Константин Владимирович Дондағы Ростов ҡалаһына йәшәргә күсеп килә. Инвалид булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем рәүештә йәмәғәт һәм ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүен туҡтатмай дауам итә. «Красное знамя» гәзитенең хаттар бүлеге етәксеһе булып эшләй, мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, шунда уҡ китапханасы эшен дә алып бара.

1961 йылда Константин Владимирович Русиневич «Вечерний Ростов» гәзитенә әҙәби консультант вазифаһына саҡырып алына. 1962-1987 йылдарҙа «Молот» өлкә гәзитенең әҙәби консультанты булып эшләй.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Константин Владимирович Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк шиғырҙар яҙа башлай, ләкин гәзит- журналдарҙа, коллектив йыйынтыҡтарҙа 1951 йылда ғына әҫәрҙәрен баҫтырып сығара.

Ул ете шиғырҙар йыйынтығы авторы, «Кизиловый куст», «Семь цветов», «Круглая молния», «Перемены лет», «Восход», «Обожженное сердце», «Следы судьбы» китаптары Мәскәүҙә һәм Дондағы Ростовта баҫылып сыға.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • I дәрәжә {0}Ватан һуғышы ордены{/0} I (29.01.1945{1}[8]{/1})
  • СССР ордендары һәм миҙалдары

К.В. Русиневич әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айырым баҫмалары

  • Кизиловый куст. Стихи. {0}[13]{/0}} (1936)
  • Семь цветов. Стихи. {0}[13]{/0}} (1936)
  • Круглая молния. Стихи. {0}[13]{/0}} (1936)
  • Перемены нет. Стихи. {0}[13]{/0}} (1936)
  • Восход. Стихи. {0}[13]{/0}} (1936)
  • Обожжённое сердце. Стихи. {0}[13]{/0}} (1936)
  • Следы судьбы. Стихи. {0}[13]{/0}} (1936)
  • Иронические причуды. Стихи, 1998.
  • Багровый полдень. Стихи. {0}[13]{/0}} (1936)

К. В. Русиневичтың тормошо һәм ижады тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Черепченко Л. Власть памяти// Дон, 1981, № 4. — С. 157—159.
  • Сухорученко Г. В огне закаляется вера…// Вечерний Ростов, 1984. — 3 августа.
  • Помазков Г. Ежедневный подвиг// Молот, 1984. — 7 августа.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели Дона: Библиографический указатель. — Изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с.
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]