Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Калининград сик буйы институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Калининград сик буйы институты
Нигеҙләү датаһы 1996 һәм 1995[1]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Рәсми сайт kpi.fsb.ru[1]
Карта

Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Калининград сик буйы институты — юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт ҡаҙна мәғариф учреждениеһы, Рәсәй сик буйы хеҙмәтенең боронғо хәрби-уҡыу йорттарының береһе.

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәте флагы

Институт сик буйы, техник, оператив белгестәре әҙерләү менән шөғөлләнә.

Уҡыу йортонда барлығы 150-нән ашыу фән кандидаты һәм докторы эшләй. 1998 йылдан техник, юридик һәм педагогик йүнәлеш буйынса фәнни һәм педагогик кадрҙарҙы әҙерләүсе адъюнкттура эшләп килә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Нарукавный знак КПИ2.png
Калининград сик буйы институтының еңгә тағылған билдәһе

1995 йылда Новгород өлкәһе Кстов ҡалаһына күсерелгән А. А. Жданов исемендәге Ленин орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы инженер ғәскәрҙәрен әҙерләүсе Калининград юғары инженер училищеһының техник базаһында нигеҙләнә (КВИУИВ).

Институтын булдырыу тураһындағы бойороҡҡа 1995 йылдың 26 декабрендә ҡул ҡуйыла.

1996 йылда беренсе курсҡа курсанттар йыйыла.

2003 йылға тиклем институт РФ Федераль сик буйы хеҙмәтенә ҡарай һәм үҙ аллы ведомство булараҡ, «Рәсәй Федерацияһы Федераль сик буйы хеҙмәтенең Калининград хәрби институты» тип атала.

Төрлө осорҙарҙа уҡыу йортон 500-ҙән 2500 тиклем курсант тамамлай. Көслө профессор-уҡытыусылар составы юғары кимәледәге белем һәм практик күнекмәләр бирә.

2012 йылда, хәйриә ярҙамында, уҡыу йорто курсанттары һәм хеҙмәткәрҙәре көсө менән Рус православие сиркәүенең Илья Муромец ҡорамы тергеҙелә. Изге Идлья Муромец сик буйы һаҡсыларын ҡурсалаусы булып тора. Епископ Серафим Балтийскиә сиркәүҙе изгеләндерә. Йола буйынса был көнгә Ҡорам барамы тәғәйенләнә. Был йолаға 1894 йылда Рәсәй империяһының финанс министры һәм сик һаҡсыларының айырым корпусы шефы Сергей Витта, тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйып, нигеҙ һала[2].

Начальниктары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта институт начальнигы булып генерал-майор Александр Александрович Морусов тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]