Сагиров йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Сагиров йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Азатлыҡ майҙаны, 6
Архитектура стиле эклектика
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

Сагиров йорто — Дондағы Ростовта, Азатлыҡ майҙанында урынлашҡан йорт. 1890 йылдарҙа Дондағы Нахичевань ҡалаһының үҙәк майҙанында төҙөлә (хәҙер Дондағы Ростовтың Пролетар районы составында)[1]. Йорт төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Проектты Дондағы Нахичевандә йәшәүсе ҡала архитекторы Н. Н. Дурбах эшләгән тиҙәр. Йортонда икмәк сәнәғәтсеһе А. С. Сагиров йәшәй. 1906 йылда уны А. Шелгунова һатып ала. 1910 йылдар башында йортто эшҡыуар Б. А. Камерштейн ҡуртымға алып, унда үҙенең ҡалала иң беренсе «Эльдорадо» — кинематографын аса.

1921 йылда кинотеатр 3-сө интернационал хөрмәтенә атамаһын үҙгәртә. Өс йылдан һуң ул «Казино» тип атала башлай. 1920 йылдар һуңында кинотеатр «Спартак» исемен ала. Һуғыштан һуң инеү урыны өҫтөндәге япманы һәм декорҙың бер өлөшөп юғалта. Ҡорамалдарҙы алмаштырған ваҡытта кинотеатрҙың планировкаһы үҙгәртелә һәм унда яңы инеү урыны барлыҡҡа килә. 1999 йылда ҡала юбилейы алдынан бинала архитектор Г. Шевченко етәкселегендә ремонт үткәрелә. Архитектор һәм реставратор Любовь Волошинова ремонттың сифатын насар тип баһалай: цоколь ваҡ цемент плиткаһы менән йөҙләнә, баштағы төҫтәр ҙә үҙгәртелә, заманса металл япмалар ҡорола.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер ҡат ярымлыҡ йорттоң фасады Азатлыҡ майҙанына ҡарай. Көнсығыштан уға Кечекьян йорто терәләп тора. Сагиров йортоноң биҙәлешендә классицизм һәм барокко элементтары аралаштырыла. Ҡабырғанан айырылып торған сығынтылар өс мөйөшлө фронтон менән тамамлана. Фасадтың үҙәк өлөшөндә биш тура мөйөшлө тәҙрә бар, улар декоратив йөҙлөк менән биҙәлгән. Фасад элек декоратив вазалар торған кәрниз менән тамамлана.

Баштан уҡ йорттоң көньяҡ өлөшөндә вестибюль һәм залы, ә төньяғында — ҡунаҡ һәм йоҡо бүлмәләре урынлаша. Цоколдә хужалыҡ бүлмәләре урынлаша. Зал бағаналар менән бүленә, уларҙың бер пары — кариатидтар, икенселәре атланттар, диуарҙар кәрниз һәм декоратив ҡаймалар менән биҙәлә, түбәлә өс плафон урынлаша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Волошинова Л. Ф. Бульварная площадь. — Ростов-на-Дону: Донской издательский дом, 2001. — С. 111—117. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87-688-202-X.
  2. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 9 ноябрь 2013.