Сауҙагәр Батов йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сауҙагәр Батов йорто
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Псков
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Адрес Рижский пр.,2; ул. Конная, 3
Карта
 Сауҙагәр Батов йорто Викимилектә

Батов йорто — XVII быуат аҙағында төҙөлгән Псковтағы ярым емерек йорт. Үҙенең исемен һуңғы хужалары хөрмәтенә алған, Бөйөк йылғаһы ярында урынлашҡан. Рәсәй халыҡтарының федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫы объекты.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII быуатта Изборск урамы (хәҙерге Атлылар урамы) Псковты Лифляндия һәм Эстляндия ҡалалары менән бәйләгән магистраль була. Бындағы ихаталарҙың төҙөлөүе һәм тәүге хужалары тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәттәр һаҡланмаған.

Архитектура-археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә әлеге йорт ХVII — ХVIII быуат аҙағындағы таш ҡаралтыларҙы — таш бер ҡатлы торлаҡ йорт, ике ҡатлы таш флигель һәм хужалыҡ тәғәйенләнешендәге таш ҡаралтыларҙың өлөшөн үҙ эсенә ала[1].

Билдәле булыуынса, 1740 йылдан һуң йортто Лимн Николай һатып ала (Псков ҡаҙна палатаһы бухгалтеры). Ул торлаҡ палаталарын реставрациялай — был Псков планында (XVIII быуат) сағылған. 1795 йылда йорт купчий ҡағыҙы буйынса сауҙагәр Семен Львовҡа һатыла. XIX быуат башында корпустары үҙгәртеп ҡорола. 1866 йылда ихата биләмәләренең барлыҡ участкалары Хмелинскийҙар менән берләшә[2].

1866 йылда ихата беренсе гильдия сауҙагәренә — уның ҡатынының (М. Ф. Хмелинская) васыятына ярашлы Василий Николаевич Хмелинскийға күсә. XX быуат башында йорт Елизавета Васильевна Хмелинскаяның бирнәһе булған. Ул Батов Пётр Денисовичҡа кейәүгә сыға (Псковтың почётлы гражданы). Ҡатынының бирнәһе булараҡ был ҡоролмалар Петр Батовҡа күсә. Ул саҡта Рига һәм Изборск урамдары мөйөшөндә трактир булған. 1912 йылда трактир урынына ике ҡатлы кирбес йорт төҙөлә[3].

Бина старообрядсы Петр Денисович Батов биләмәһендә икенсеһе була. 1899 йылдың 5 июнендә Хмелинский вафат булғандан һуң йорттоң хужаһы Елизавета була. Сауҙагәрҙең һәм уның ҡатынының берҙән-бер ҡыҙы Серафима православ руханийы менән Санкт-Петербургҡа күсеп китә. 1906 йылда участканың көньяҡ өлөшөндә сиркәүе төҙөлә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Усадьба Батова
  2. Памятники истории и культуры Пскова.
  3. Двор Батова.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Спегальский Ю. П. Псковские каменные жилые здания 17 в // Материалы и исследования по археологии СССР, Вып. 119. Изд-во Академии наук СССР, 1963. с. 123