Солигалич (станция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солигалич
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Хужаһы Монзенская железная дорога[d]
Рәсми асылыу датаһы 1959
Карта
 Солигалич Викимилектә


Солигалич — Рәсәйҙең Монзенский тимер юлының ведомство тимер юл станцияһы. Шул уҡ исемдәге станция яны ҡасабаһында урынлашҡан, шул исемдәге ҡаланан төньяҡта тора. Ламса станцияһының һуңғы 13-сө километр тармағы пункты.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимер юл станцияһы Монзенский тимер юлы селтәренең киңәйтелеүе һәм Солигалич эзбиз комбинатының продукцияһын ташыу арҡаһында 1960 йылда асылған. Әммә станция тимер юлының төп трассаһына эләгә алмай (ул Солигаличтан ситтә үтә).

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Пассажирҙар бәйләнеше юҡ (1999 йылға тиклем эш көнөдәрендә мотовоз йөрөгән, ул уҡыусы балаларҙы Гремячийҙан Солигаличка һәм кире ташыған).
  • Тимер юлы станцияһыСолигалич эзбиз комбинатынан Монзенский тимер юлына йөктәр ебәрә (артабан Ламса һәм Вохтога аша «РЖД» селтәре буйлап)

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Станцияла ТГМ4−0279 тепловозы йөк поезы менән

Станция 5 юлдан толра, уларҙа техника һәм Солигалич эзбиз комбинатының ҡабул ителгән һәм оҙатыла торған продукцияһы тейәлгән составтар тора. Шулай уҡ юлдарҙа ғәмәлдән сығарылған локомотив һәм вагондар тора. Юлдарҙың бергә ҡушылған төньяҡ тамағында тимер юл уғы (стрелкаһы) тора, унан Солигалич эзбиз комбинатының йөк оҙатыу юлы башлана. Юлдың оҙонлоғо 500 метрға тиң көньяҡ тамағы эшләмәй торған тупик менән тамалана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солигалич — ҡала, ул станциянан алыҫ түгел урынлашҡан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фотографии станции Солигалич(недоступная ссылка) на «Сайте о железной дороге» Сергея Болашенко