Фазлыев Марат Мөҙәрис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фазлыев Марат Мөҙәрис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 май 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ

Фазлыев Марат Мөҙәрис улы (8 май 1967 йыл) — ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының медицина‑санитария бүлеге госпитале начальнигы. Эске хеҙмәт подполковнигы. Медицина фәндәре докторы (2005), профессор (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Мөҙәрис улы Фазлыев 1967 йылдың 8 майында Өфө ҡалаһында тыуған.

1992 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын уңышлы тамамлай. Юғары һөнәри белем алғандан һуң 1993—1996 йылдарҙа аспирантурала «эске ағзалар ауырыуҙары» йүнәлеше буйынса уҡый.

1996 йылда «медицина фәндәре кандидаты» ғилми исемен алыу диссертацияһын яҡлай.

2005 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта.

2002 йылдан өҫтәмә профессиональ белем биреү институтында эшләй һәм бер үк ваҡытта «Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы медицина-санитар часы» һаулыҡ һаҡлау ҡаҙна учреждениеһы начальнигы булып эшләй[1].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге гематология, кардиология, ревматология мәсьәләләренә, геморрагик васкулиттың клиник‑патогенетик һәм диагностик үҙенсәлектәрен, гемостаздың патологияһын өйрәнеүгә һәм башҡаларға арналған. Фазлыев етәселегендә геморрагик васкулит формаларын дифференциаль диагностикалау ысулы эшләнгән.

130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. Уның етәкселегендә ике фән кандидаты әҙерләнгән, 200-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт нәшер ителгән[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]