Фәйзуллин Миҙхәт Муса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәйзуллин Миҙхәт Муса улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Аҙнай улыҫы, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, СССР
Вафат булған көнө 28 май 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Ишембай, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Ishembay Vocational College[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Фәйзуллин Миҙхәт Муса улы (13 ғинуар 1925 йыл — 28 май 1998 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1959—1985 йылдарҙа «Ишимбайгоргаз» тресының газ-электр иретеп йәбештереүсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙхәт Муса улы Фәйзуллин 1925 йылдың 13 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Аллағыуат (хәҙер юҡ инде) ауылында тыуа.

Ишембай ҡалаһында 21-се һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда «Ишембайнефть» газ компрессорлау хужалығының газ ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь булып башлай. 1947 йылда газосварщик квалификацияһын ала. 1959—1985 йылдарҙа яңы ойошторолған «Ишембаймежрайгаз» («Ишембайгоргаз», «Ишембайгаз») тресында газосварщик булып эшләй. 1-се Гвардия Ҡыҙыл Байраҡлы танк армияһы ветераны, Еңеү парады ҡатнашыусыһы үҙенең интервьюһында Александр Николаевич Долинин:

« Мин Ишембайгоргаз тресында «беренсе ҡаҙыҡтан» эшләй башланым, һәм беҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәһендә ысын газ революцияһы булды. Предприятие начальнигы булғанда ҡаланы һәм районды газификациялау менән шөғөлләндем.

Ул ваҡытта беҙгә юғары профессиональ хеҙмәткәрҙәр коллективы туплау мөмкин булды һәм ныҡышмал хеҙмәт Миҙхәт Муса улы Фәйзуллин кеүек бөйөк кешеләр тәрбиәләне. Ябай газоэлетросварщик Социалистик Хеҙмәт Геройы булһын әле. Беҙ быны дөйөм еңеү тип иҫәпләнек!!

»

Туғыҙынсы биш йыллыҡ планды үтәүҙәге уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 7 майындағы Указы менән М. М. Фәйзуллинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Ул шулай уҡ Ленин 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981), «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры, миҙалдар менән наградланған.

1998 йылдың 28 майында Ишембай ҡалаһында вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. М. Фәйзуллиндың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында «Ишембайгаз» тресының элекке хакимиәт бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]