Химия лабораторияһы бинаһы (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Химия лабораторияһы бинаһы
Нигеҙләү датаһы 1893
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Василеостровский районы[d]
Архитектура стиле эклектика[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Василеостровский район (улицы М-Ш)[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Указания, как добраться Университетская набережная, 7-9-11 литера Ц
Карта
 Химия лабораторияһы бинаһы (Санкт-Петербург) Викимилектә

Император университетының химия лабораторияһы бинаһыСанкт-Петербургтың Васильев утрауында Университет яр буйы урамындағы XIX быуат аҙағында төҙөлгән өс ҡатлы кирбес бина. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Әлеге ваҡытта Санкт-Петербург дәүләт университеты химия институтының уҡыу корпусы сифатында ҡулланыла.

Бина файҙаланыуға тапшырылғандан һуң, төҙөлөш даталары һәм объектты төҙөүҙә туранан-тура ҡатнашҡан заттар тураһында мәғлүмәт биреүсе мемориаль таҡта урнаштырыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Император Санкт-Петербург университетының Химия лабораторияһы бинаһы 1892 йылдан 1894 йылға тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлә. Химия буйынса уҡыу сәғәттәренең һаны байтаҡҡа арттырыла һәм Император университеты етәкселегенең айырым төҙөлөш кәрәклеге барлыҡҡа килә. 1886 йылда Д. И. Менделеев айырым төҙөлөштөң кәрәк булыуын билдәләй.

Профессор-химик Н. А. Меншуткин, етәкләгән комиссия махсус төҙөлөш эштәрен ойоштороу һәм үткәреү өсөн ойошторола. Билдәле Петербург архитекторы А. Ф. Красовский бинаны проектлау авторы була. Ҡоролманы проекталуҙа төп Европа университеттарынгың тәжрибәһе иҫәпкә алына, уның өсөн Меншуткин һәм Красовский сит илгә командировкаға ебәрелә[1].

Бинаны төҙөү ваҡытында бер нисә талап мотлаҡ була: бинаға төп корпустың яҡынлығы һәм ҙур яҡтылыҡ үткәреүсәнлек. Беренсе Санкт-Петербург кадет корпусына үтенестән һуң университетҡа ботаника баҡсаһына көньяҡтан йәнәш торған ер участкаһы тапшырыла[2].

Бина эклектика стилендә проектлана. Ҡоролманың фасадында классицизм һыҙаттарын күрергә була, улар колонналар һәм портик рәүешендә сағылған. Төҙөлөштөң асимметрияһы аныҡ беленә: объекттәң бер яғында лаборатор эштәр һәм лекцияларҙы үткәреү өсөн өс ҡат төҙөлгән, икенсе яҡтан дүрт ҡат, улар уҡытыусылар өсөн торлаҡ бүлмәләр сифатында сығыш яһай.

1947 йылдан был ҡоролмала уран химияһы буйынса йәшерен эштәр ойошторола һәм үткәрелә.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡоролмала айырым лаборатор эштәр өсөн биналар бар, унда уҡытыусылар һәм ғалимдар үҙҙәренең тәжрибәләрен үткәрә. Бында шулай уҡ асыҡ саралар өсөн 200 урынлыҡ ҙур зал була[3].

Проектлаусылар хеҙмәтләндереүсе персоналдың фатирҙары урынлашҡан подвал ҡатында насар гидроизоляцияһын ғына уңышһыҙ тип иҫәпләргә мөмкин. проектлаусылар, унда фатир хеҙмәтләндереүсе персонал урынлашасаҡ. Бының һөҙөмтәһендә, торлаҡ флигель төҙөү кәрәк була, ул 1900 йылда архитектор В.В. Эвальд проекты буйынса төҙөлә

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта был Химия лабораторияһының ҙур ҡоролмаһы Менделеев үҙәге һымаҡ атала. Бында Китапхана һәм Д.И.Менделев исемендәге Рәсәй химия йәмғиәтенең Санк-Петербург бүлеге идараһы бүлмәләре урынлашҡан.

2014 йылдың 7 апрелендә ҡоролма тарихи, фәнни һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә булған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелә.

Документтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Распоряжение Правительства Санкт-Петербурга от 10.07.2014 г. № 10-376 г. Санкт-Петербург. «О включении выявленного объекта культурного наследия в единый государственный реестр объектов культурного наследия (памятников истории и культуры) народов Российской Федерации». 2017 йыл 5 апрель архивланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]