Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың дан мемориалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың дан мемориалы
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Донецк
Жанр паблик-арт[d]
Мираҫ статусы памятник истории местного значения Украины[d]
Карта
 Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың дан мемориалы Викимилектә

Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың дан мемориалы Донецкиҙа 2006 йылдың 26 апрелендә асыла, ул Чернобыль АЭС-ы аварияһының 20 йыллығына арнала. Катастрофа эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан (янғын һүндереүселәр, хәрбиҙәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, шахтерҙар) Донецк ҡалаһының 8 мең кешеһе иҫтәлегенә ҡуйылған[1]. Был илдә авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙең иҫтәлегенә иң ҙур монумент[2].

Һәйкәлдең авторы Донецк скульпторы Юрий Иванович Балдин һәм архитекторы Владимир Степанович Бучек

Монумент йыһазландырылған ҡыңғырауҙан ғибәрәт, ул мәңгелек хәтер символы булып тора һәм киләсәктә бындай хәлдәрҙең булмауына саҡыра[3]. Ҡыңғырауҙың өҫтөндә — ялҡында яныусы ҡоштар[3], улар халыҡтың әрнеүен һәм хәтерен сағылдыра. Һәйкәл мәрмәрҙән һәм суйындан башҡарылған. Һәйкәлдә мозаика техникаһында эшләнгән «Чернобыль спасы» иконаһы тора.

Һәйкәл «Чернобылселәр» скверында Көньяҡ автовокзалы янында урынлашҡан. Сквер сиктәрендә бәләкәй майҙан барлыҡҡа килә[1].

Һәйкәл асыу тантанаһында Донецк ҡалаһы башлығы Александр Лукьянченко, өлкә советы рәйесе Анатолий Близнюк, өлкә дәүләт хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Дергунов ҡатнаша[3]. Ҡайғылы музыка аҫтында һәйкәлдән япма асыла, мылтыҡтан салют атыла, сәскә һалына, митинг үтә, Свято-Игнатьевский сиркәүенең өлкән священнигы Александр һәйкәлде изгеләндерә[3][4].

Һәйкәлде асыуҙан алда был урында 1996 йылдың 26 апрелендә ҡуйылған «Донецк халҡы —Чернобыль фажиғәһе ҡорбандарына» тигән иҫтәлекле билдә торған. Иҫтәлекле билдә ике плитанан торған стеланан ғибәрәт булған, аҫҡы постаментта йәҙрә маркировкаһы билдәһендә. Иҫтәлекле билдәнең авторҙары Ю. И. Балдин һәм Н.И. Колесников[1].

Башта һәйкәл рәсми «Донецк халҡы —Чернобыль фажиғәһе ҡорбандарына» тип аталған, ә 2010 йылдың июнендә «Украинаның Чернобыль Союзы» йәмәғәт ойошмаһының мөрәжәғәте буйынса Донецк ҡала советы сессияһында депутаттар уның исемен «Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың дан мемориалы» тип үҙгәртеүгә тауыш бирә[5][6]. Яңы исеме үҙгәртеп атау инициаторҙарының фекере буйынса Донецк халҡының ЧАЭС аварияһы эҙемтәләрен бөтөүҙәге өлөшөн яҡшыраҡ сағылдыра[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Памятники и памятные знаки // Всё о Донецке.: Справочное пособие. — Донецк: Донбасс, 2003. — С. 156-162. — ISBN 5-7740-0782-0.
  • Мемориал чернобыльской славы участникам ликвидации последствий аварии на ЧАЭС // Телегид. Специальный выпуск. Донецк туристический. 150 лучших мест для семейного отдыха. — Донецк, август 2010. — № 2. — С. 10.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]