Шәрипов Юрий Камал улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәрипов Юрий Камал улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1940
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Шәрипов Юрий Камал улы (1940 йыл, Башҡорт АССР-ы, Салауат районы, Ҡалмаҡ ауылы) — «БЭТО концерны» акционерҙар йәмғиәтенең Президенты һәм генераль директоры, элемтә, информатика һәм йыһан Ғилми Тикшеренеү Институтының директоры (Өфө ҡалаһы), техник фәндәр кандидаты, профессор

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәрипов Юрий Камал улы 1940 йылда Башҡорт АССР-ы Салауат районы Ҡалмаҡ ауылында тыуа. 1965 йылда ситтән тороп Бөтә Союз финанс-иҡтисад институтын, 1984 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы Академияһын тамамлай.
Элемтәсе, төрлө инженер вазифаларында эшләй; Өфө коммутацион аппаратура заводы директоры була; 1984 йылдан Башҡорт АССР-ының Дәүләт планы рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1985 йылда беренсе урынбаҫары.
1989 йылда СССР-ҙың халыҡ депутаты, СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы итеп һайлана. Республикаларҙың һәм автономиялы берәмектәрҙең иҡтисади мөнәсәбәттәре буйынса Милли Советы комиссияһы рәйесе, СССР Юғары Советының Оборона һәм дәүләт именлеге комитеты ағзаһы була.
«БЭТО концерны» (граждандар һәм махсус тәғәйенләнешле элемтә системаларын һәм телекоммуникациялар системаһын булдырыу буйынса предприятие) акционерҙар йәмғиәте ойоштороусыһы һәм етәксеһе.
Ғилми һәм педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә; Өфө авиация институтының техник кибернетика кафедраһы мөдире, профессоры, уҡытыусыһы, доценты була.
Идаралыҡ һәм иҫәпләү техникаһы, йыһан, радио һәм сымлы элемтә, иҡтисад һәм финанс, социология һәм психология, экология һәм политология буйынса 180 фәнни хеҙмәт авторы; Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы һәм Инженерҙар Академияһын булдырыу инициаторы; Халыҡ-ара һәм Рәсәй инженер Академияһы академигы.
1979 йылда СССР телефонлаштырыу нигеҙенә һалынған күп функциялы цифрлы элемтә системаларын әҙерләү һәм етештереү буйынса халыҡ-ара совет-француз проекты етәксеһе була, артабан — «Рәсәй халыҡ телефоны» программаһы. Башҡорт ССР-ының Дәүләт планында эшләп, халыҡ хужалығы һәм баҙар иҡтисады менән идара итеүҙең иҡтисади ысулдарына күсеү буйынса тәҡдимдәр һәм программалар пакеты эшләй. Был тәҡдимдәр «Үҙгәртеп ҡороу шарттарында төбәк менән идара итеү системаһын камиллаштырыу» китабының нигеҙенә ята. СССР Юғары Советында конверсия буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
РФ-тың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе
«Почет билдәһе» ордены
Миҙалдар менән наградлана

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]