Энгельхольм (усадьба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Энгельхольм
Нигеҙләү датаһы 1686
Рәсем
Дәүләт  Дания
Административ-территориаль берәмек Нествед[d]
Архитектура стиле архитектура неоклассицизма[d] һәм неоклассицизм[d]
Адрес Engelholmvej 1
Рәсми сайт engelholmgods.dk
Карта
 Энгельхольм Викимилектә

ЭнгельхольмДанияның Нествед муниципалитетындағы Престе ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 4 км-ҙа, Копенгагендан көньяҡҡа табан 400 км-ҙа 1774 йылда барлыҡҡа килгән йорт биләмәһе (поместье). 1830 йылдан алып Вольфтар ғаилә ағзаларының милке. Төп бинаһы 1918 йылда Данияның мираҫын һаҡлау һәм уны һаҡлау реестрына теркәлгән йорт.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энгельхольм йорт биләмәһе элекке Вординборг кавалерия округының 12 поместьеға бүленеүе һәм 1774 йылда уларҙы король ҡушыуы буйынса һатыуҙан барлыҡҡа килә. XVIII быуат башында 1600-сө кавалерия округы дания-швед һуғышында үҙенең көнүҙәклеген юғалта һәм хөкүмәткә уны тейешле кимәлдә тотоу ауырға төшә. VI Кристиан да, V Фредерик та кавалерия менән ҡыҙыҡһынмай. Клод-Луи Сен-Жермен 1761 йылда генерал-фельдмаршал булып тәғәйенләнә һәм дания армияһында үҙенең реформаларын үткәрә башлай. Ул армия өсөн айырым мәғәнәһен юғалтҡан кавалерияны бөтөрә. 1764 йылда кавалерия мөлкәте округ аукционында һатыуға ҡуйыла. Шәхси кешеләргә һатыу аукционы 1774 йылдың 26 сентябрендә була. Һатыу алдынан ул 12 поместьеға бүленә һәм һәр береһе айырым һатыла Сковбигор (датса Skovbygård) тип аталған поместьены 30120 риксдалерға арендаторҙар Ханс Педерсенға һатыла. 1773 йылда ул бай тол ҡатынға өйләнгән була һәм ҡатынының исеме менән поместьены Энгельхольм тип атай Педерсен поместьеның төп бинаһын 1781-85 йылдарҙа төҙөп бөтөрә һәм үҙ поместьеһында тоҡомло ферма тота Ханс Педерсен 1803 йылда вафат була һәм уның милке улы Питер Бенедикт Педерсенға күсә. 1800. һәм 1810 йылдарҙағы кризис ваҡытында усадьба яйлап тарҡала. 1824 йылда Питер Педерсендең вариҫтары Энгельхольм поместьеһын Людвиг Георг Кельнға һата. Яңы хужа шулай уҡ, иҡтисади ҡыйынлыҡтар арҡаһында имениены 1827 йылда Казначейство (датса Rentekammeret) ҡарамағына тапшыра[1].

Бенджамин Вольф (1790-1866)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1862 йылда Бенджамин Вольф.

1830 йылда Энгельхольм усадьбаһына, ниһәйәт, даими яңы хужа табыла, ул усадбаны ҡулында тотоп ҡына ҡалмай, уны тергеҙә һәм биҙәп ҡуя.Бенджамин Вольф — эшҡыуар, рәссам, сәнғәт әҫәрҙәрен яратыусы һәм коллекционер. Бенджамин Вольф бай ғаиләлә тыуа, ата-әсәнең йоғонтоһо уға бик оҙаҡ бара. Әсәһе йоғонтоһонда ул ғүмер буйы музыка һәм һынлы сәнғәтте ярата, шулай уҡ белемдең һәм телдең мөһимлеген аңлай. Уға рәсем төшөрөү һәләте бала саҡтан бирелә. Ата-әсәһе уны рәссам булыуына ышана һәм уның ынтылышына ҡаршы килмәй, уны Дания король сәнғәт академияһының башланғыс кластарына уҡырға рөхсәт бирә. Унан бик һәләтле рәссам сыҡҡан булыр ине, тик малай, атаһы васыятын үтәп, Копенгаген университетында юридик белем ала, сөнки уның атаһы улында эш һөйөүҙе, дисциплиналы булыуҙы тәрбиәләй һәмбизнесҡа талантлылыҡ үҫтерергә тырыша.[2]. XIX быуат башы Дания өсөн бик ҡатмарлы осор була — Копенгагенға 1807 йылда бомба ташлайҙар һәм флотын юҡ итәләр, 1813 йылда дәүләт иҡтисади көрсөклөккә сума. Бенджамин Вольфҡа был ныҡ йоғонто яһай. 1817 йылда Бенджамин Вольф, Данияны ташлап, карьераһын күтәреү һәм уңыштарға ирешеү маҡсатында Һиндостандың Калькутта ҡалаһына күсеп китә. Унда ул Cruttenden, Mackillop & сауҙа йортонда башта юрист булараҡ , ә һуңынан был компанияһының партнеры булып эшләй. 1829 йылда Вольф Данияға хәлле кеше булып ҡайта. Ул ҡаҙна йортонан Энгельхольмды яңынан һатып ала. 1832 йылда ул Юлия Снедорфҡа өйләнә. Улар Энгельхольмда ҙур хужалыҡ алып бара. Бар ваҡытын тиерлек Вольф усадьбаһында үткәрә. Әммә бында ул яңғыҙ булмай.

Барон Хенрик Стампе.

Вольф ғаиләһе барон Хенрик Стамп һәм уның ҡатыны баронесса Кристин Стампе менән (күрше Нюсе усадьбаһынан) дуҫлаша. Нюсе үҙендә Андерсен Ханс Кристиан һәм скульптор Бертель Торвальдсен ижад иткәне менән билдәле була. Вольф сәйәхәт итергә ярата. Ул Һиндостандан Данияға ҡайтҡанда Изге Елена утрауы аша үтә һәм Наполеон ҡәберенә килә. Ул һуңынан Англияла дүрт ай һәм Парижда 2 ай була. Ярты йылдан һуң ул үҙенең тормошондағы иң ҙур турға сығып китә, уның был сәйәхәте бер йыл буйына дауам итә (1830-1831). Германия,Швейцария, Италия аша үтә. Шулай уҡ Вольф 1840-1850 йылдарҙа ғаиләһе һәм дуҫтары менән бер нисә тапҡыр сәйәхәт итә. Ләкин уның ғүмерлек төп мауығыуы һынлы сәнғәт һәм һүрәттәр коллекцияһын йыйыу була [2].

Бенджамин Вольф — коллекциялар йыйыусы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәссам-һөйәрмән булараҡ Вольф ғүмере буйына боронғо һәм хәҙерге замандың Европа оҫталарының һүрәттәрен йыя. Улар үҙ коллекцияһын системалы йыя, һүрәттәрҙе сәнғәт мәктәптәренә бүлеп ҡуя. Һиндостандан Вольф 1031 һүрәт алып ҡайта, бынан тыш үҙенең дә 342 һүрәтен алып ҡайта. Данияға ҡайтҡас, ул үҙ колекцияһын дания рәссамдарының һүрәттәре менән тулыландыра. 1830-1831 йылдарҙағы сәйәхәтендә Вольф 100-ҙән артыҡ һүрәт һатып ала. Был йәһәттән италия оҫталары һүрәт. Вольф үҙенең ҡәйнеше Кристиан Йохан Фик (1788-1864) — Кунстфорейнинна (дата. Kunstforeningen) ассоциацияһын 1825 йылда барлыҡҡа килдтерә. Фик билдәле рәссамдар — Йохан Даль һәм Эккерсберг Кристоффер Эккерсберг менән таныш була һәм үҙе лә һүрәттәр төшөрә. Вольф Калькуттала булған саҡта Фик Вольфтың әсәһенең портретын төшөрә һәм уны Вольфҡа ебәрә, Вольф та Калькуттанан Фикка ер нисә һатып алған картиналарын ебәрә. Был картиналарҙы Фик үҙенең дуҫы Йохан Конрад Шпенглерға (1767-1839) һаҡларға бирә, ә ҡайһы берҙәрен Вольфтың әсәһендә һаҡлай. Фиктың вафатынан һуң уның милке 1864 йылда аукционда һатыла һәм төрлө урындарға тарала. Вольф аукционда Фиктың коллекцияһындағы бер нисә картинаны, шул иҫәптән — Мария Сибилла Мерианиндың (1647-1717) «Северный чибис» картинаһын һатып ала, шулай уҡ Эрнст Вильгельм Ритшелдың (1824-1860) ике картаныһын да ҡулына төшөрә [2].

Бенджамин Вольфтың үҙ коллекцияларын маркалап ҡуйған мисәте. Мисәттең күләме 15×17 мм.

Үҙ шәхси коллекцияһындағы һүрәттәрен Вольф «BW» аббревиатураһы менән мисәтләгән.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Вольф мемуарҙар яҙған: «Беҙ үлемһеҙлек эҙләп һәр беребеҙ, мөһабәт һәйкәл төҙөп, матур яҙмалар ҡалдырабыҙ, йәки яҡшы ир һәм атай булараҡ иҫтә ҡалырға тырышабыҙ». Мемуарҙарының аҙағында Вольф «йыйыусынан һуң уны таратып юҡҡа сығарыусы киләсәк» тип яҙып ҡуйған. а [2].

2018 йылда Бенджамин Вольфтың коллекцияһын аукционда һатыу.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылда Вольфтың һүрәттәрен, гравюраларын Данияла үткәрелгән Rasmussen Bruun Халыҡ -ара аукционында һаталар. Коллекция ике өлөшкә бүленеп һатыуға тәҡдим ителә. Беренсе өлөшө 30 майҙа аукционда һатыуға ҡуйыла, ә икенсе өлөшө — 1 июндә интернет-аукционда һатыла.

Сәнғәт мәктәре рәссамдарының картиналары араһында билдәле итальян рәссамдәренең картиналары була:

  • Бартоломео Пассаротти,
  • Биллини Филиппо,
  • Карло Маратта,
  • Луиджи Баччо дель Бьянко,
  • Стефано делла Белла,
  • Лука Камбьязо,
  • Сигизмундо Каула,
  • Пьер Франческо Читтадини,
  • Джузеппе Никола Назини,
  • Мариано Росси,
  • Франческо Солимена,
  • Кесе Джакомо Пальма,
  • Джованни Микокка,
  • Доменико Гарджюло (Микко Спадаро),
  • Джованни Биливерти,
  • Джузеппе Кадес,

шулай уҡ башҡа билдәле рим, венеция, неаполитания, болон һәм флоренция рәссам мәктәптәре рәссамдары.

Француз мәктәпбе рәссамдары:

шулай уҡ башҡа билдәһеҙ рәссамдар

Фламанд мәктәбе рәссамдары:

  • Бартоломеус Спрангер.

Голланд мәктәбе рәссамдары:

Герман мәктәбе рәссамдары:

  • Конрад Мартин Метц,
  • Иоганн Йозеф Цоффани,
  • Иоганн Элеазар Цейсиг (Шенау),
  • Мария Сибилла Мериан,
  • Иоганн Альбрехт Дицш (нем. Dietzsch Albrecht Johann),
  • Эрнст Вильгельм Ритшель,
  • Герман Вейер,
  • Гюстав Хайнрик Нейке,
  • Иоганн Филипп Файт,
  • Якуб Филипп Гаккерт,

шулай уҡ башҡа билдәһеҙ рәссамдар.

Австрия:

  • Иоганн Непомук эндер,

Дания рәссамдары:

  • Николай Абрахам Абильгор,
  • Кристофер Эккерсберг,
  • Юлиус Фридлендер[3].

Бенджамин Вольф вариҫтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вольф Бенджаминдың оло улы Ганс Кристиан Теодор Икенсе Шлезвиг һуғышында офицер булып хеҙмәт иткән, 1866 йылда Энгельхольм уға мираҫҡа күскән. Ул һәм уның энеһе Гермер Вольф фамилияларын үҙ теләктәре менән Вольф-Снедоррфҡа алмаштыралар. Ганс Кристиан Вульф Теодор-Снедорфф Престе ҡалаһында урындағы банктың идарасыһы ла була. Уның вафатына тиклем бер улы ла йәшәмәй, шунлыҡтан 1906 йылда Энгельхольмды ул был ваҡытта Гревенсвейнды мираҫҡа алған энеһе Гермерға мираҫҡа бирә. Гермер Вольф ротмистр һәм камергер дәрәжәһендәге хәрби офицер була. Ул Энгельхольмды улы Кнуд-Вольф-Снедорфҡа 1925 йылда мираҫҡа тапшыра[1].

Энгельхольм усадьба хужалары исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1775: Таж (Vordingborg Rytterdistrikt);
  • 1775-1803: Педерсен Ханс (Hans Pedersen);
  • 1803-1824: Питер Бенедикт Педерсен (Peter Pedersen Benedict);
  • 1824-1825: Питер Педерсендән тартып алыу;
  • 1825-1827: Людвиг Кельн Георг (Georg Cøln Ludvig);
  • 1827-1830: Ҡаҙна (Rentekammeret);
  • 1830-1866: Бенджамин Вольф (Benjamin Wolff);
  • 1866-1906: Ханс Кристиан Теодорф Вульф-Снедорф (Wolff Theodor Hans Christian-Sneedorf);
  • 1906-1925: Гернер Вольф-Снедорф (Wolff Gerner-Sneedorf);
  • 1925-1956: Кнуд Вольф-Снедорф (Wolff Knud-Sneedorf);
  • 1956-1976: Оге Вольф-Снедорф (Wolff Aage-Sneedorf);
  • 1976 йылдан алып-әлеге ваҡытта : Гернер Вольф-Снедорф (Gerner Wolff-Sneedorf).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1
    Engelholm — ejerhistorie
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Peter Titelbech, 2018
  3. Каталог аукцион «The Wolff Collection», 2018г.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]