Эрзәндәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эрзәндәр
Үҙ атамаһы

эрзә

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 517 575 (в России 440 000)[1]Ҡалып:Нет в источнике
Рәсәй флагыРәсәй:

Тел

эрзән, рус

Дин

православие, эрзән милли дине, рухи молоканство лютеранлыҡ

Раса тибы

Европеоид раса

Туғандаш халыҡтар

моҡшандар, марийҙар, мещёралар, мерялар, муромалар, удмурттар,финдар

Этник төркөм

шокша, терюхандар

Килеп сығышы

мордва, мурома, мещера

Пенза өлкәһе эрзәндәре «Раськень Озкс» байрамында

Эрзәндәр, эрзә[2][3] (эрзя Эрзят) — мордваларҙың этник төркөмө[4][5]. Теле — Урал ғаиләһенә ҡараған эрзән фин-волга төркөмө. Эрзәләр Мокша һәм Сура, шулай уҡ Волга һәм Ағиҙел йылғалары бассейнында йәшәй.

Этимологияһы һәм тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрзәндәр (арджандар) хаҡында, моҡшалар кеүек үк, Иран ғалимы Рәшид-әд-дин (XIV быуат башы) хәбәр итә; Нуғай кенәзе Йософ «рзәндәр» тураһында 1549 йылда Мәскәүгә ебәргән грамотала яҙа.

Иртә урта быуаттарҙа эрзә — хазарҙарға, бәшнәктәргә, ҡыпсаҡтарға ҡаршылыҡ күрһәткән халыҡ. Күсеп килеүсе славяндар баҫымы аҫтында көнсығышҡа, хәҙерге Арзамасҡа сигенә.

1237 йылда Алтын урҙаға буйһоноуын таныған моҡшаларҙан айырмалы, эрзәндәр төньяҡҡа, урмандарға сигенә һәм монгол ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәтә. XIV быуат уртаһында Суздалдең баш ҡалаһын Түбәнге Новгородҡа күсергәндән һуң, эрзәндәр Нижегородка-Суздаль бөйөк кенәзлегенең власы аҫтына эләгә һәм уларҙың бер өлөшө христиан динен ҡабул итә, ә ҡалған өлөшө көнсығышҡа табан китә һәм XVII быуатта Волга аръяғы һәм Көньяҡ Урал алдына үтеп инеп, унда нуғайҙар һәм ҡалмыҡтар менән бәрелешә. Ҡәлғәләрҙең Һарытау-Ырымбур-Силәбе һыҙатын булдырыу эрзәләргә артабан Уралға үтеп инеү мөмкинлеге бирә. Уралдағы бик күп эрзән ауылдары бында рус халҡы күсеп килгәндән һуң барлыҡҡа килә[6][7]. Петер Симон Паллас XIX быуат башында былай тип билдәләй:

Народ в Шадине, и во многих к реке Мокше, также в верхних местах Суры, а особливо на лесистой стороне находящихся деревнях, суть иного поколения, нежели живущие при реке Пьяной и в Нижегородской губернии. Они и сами себя отличают от оных, и присваивают себе особливое имя Мокша, в множественном числе Мокшадь… напротив того, происшедших от другого колена называют они Ерзад или Ердзат; и они сами себя также именуют…

[8].

Милли байрамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрзәндәрҙең төп халыҡ байрамы — Раськень Озкс (рус. народное моление) 2004 йылдың 10 июлендә атянь эзем (урыҫ. совет старейшин) ҡарары менән Мордва Республикаһы Оло Игнатовск районы Чукалы ауылында өс йылға бер тапҡыр уҙғарыла (һуңғыһы 2013 йылдың 13 июлендә була). Шулай уҡ йыл һайын уҙғарылған Велень Озкс (рус. сельское моление) байрамы бар, ул июль һуңында үткәрелә. Ошо ике байрамдан башҡа тағы ла бик күп ҡыҙыл даталар бар, әммә уларҙы ауыл ерендә йәшәүсе бәләкәй төркөмдәр генә байрам итә.

Символика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрзән флагы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрзәндәрҙең флагы[9]

Эрзән халҡының флагы (эрзя «эрзянь раськенькоцт»«раськенькоцт эрзянь») уны йөрөтөүсе йәки ниндәйҙер ваҡиғала файҙаланыусының эрзәнэтномәҙәниәтенә ҡарағанлығын күрһәтә, шулай уҡ уның халыҡты, телен һәм мәҙәниәтен тотош һаҡлау һәм үҫтереү мөһимлеген аңлата. Айырым халыҡ булып мордваларҙан айырылыу һәм моҡша халҡы менән берләштергән мордва атамаһы менән килешмәү символы булып тора. Эрзәндәрҙең флагында өс төҫтөң ҡулланылыуы һәм уларҙың горизонталь урынлашыуы, уның Европа геральдика традициялары нигеҙендә эшләнеүен раҫлай. Ҡара төҫ — ул ер генә түгел, пулая — эрзән ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменең янбаш өлөшө төҫө. Бынан шундай һығымта яһарға мөмкин, тимәк, эрзәндәрҙең ата-бабалары өсөн ҡара төҫ — матәм төҫө түгел, ә уңышты һәм ҡатын-ҡыҙ башланғысын символлаштыра. Киң мәғәнәлә алғанда — был Масторав (рус.  Мать-земля мокш. мастормастор — ер, мокш. аваау— әсә). Әгәр бында ҡыҙыл төҫтө ҡан — эрзә халыҡтары символы, ә аҡ — Инешкипаз символы (рус. Верховный Бог) тип ҡараһаҡ, түбәндәге мәғәнә килеп сыға: «Инешкипаз-Эрзә-Масторава». Төҫтәрҙең төп аңлатмаһынан тыш, икенсе тарктовканы ла нигеҙле тип һанарға мөмкин: Масторава (ҡара төҫ), үҙендә эшләүсе эрзәгә (ҡыҙыл төҫ) таяныс һәм тормош бирә, уларҙы өҫтән Инешкипаз (аҡ төҫ) яҡлап һәм ҡурсалап тора.[10].

Эрзәндәр йәшәгән территориялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрзәндәрҙең күпселек өлөшө боронғо этник биләмәһендә йәшәй:

  • эрзәндәрҙең көнсығыш төркөмө (Мордовияның көнсығыш өлөшөндәге барлыҡ райондар, Сыуашстандың Алатыр, Порецкий һәм Ибресинский[11] райондары);
  • Эрзәндәрҙең төньяҡ төркөмө (Нижегородка өлкәһенең Гагин, Лукояновск, Сергач, Шатков, Пильнинский райондары, Мордовияның Оло Игнатовск районы):
  • эрзәндәрҙең Пенза өлкәһенең төньяҡ-көнсығыш райондары төркөмө (Городищенский, Никольский, Пенза, Сосновоборский районы).

Эрзәләрҙең ҡайһы ваҡыт шокша тип аталған төркөмө Мордовияның көнбайышында Теньгушевский (Баево, Березняк, Вяжга, Дудниково, Коляево, Кураево, Кесе Шокша, Мельсетьево, Мокшанка, Нароватово, Сакаево, Стандрово, Шелубь, Широмасово, Шокша) һәм Торбеевский (Дракино, Кажлодка, Майский, Федоровка, Якстере Теште) райондарында йәшәй. XVIXVII быуаттарҙа эрзәндәрҙең төп массаһынан айырылып, был төркөм моҡшалар араһында инә һәм уларҙың йоғонтоһона бирелә[12].

Хәҙерге Мордовия сиктәренән тыш эрзәләрҙең һәм моҡшаларҙың ҙур күләмен Пенза-Саратов төбәгендә һәм Волга аръяғында осратырға мөмкин. Мәҫәлән, Һамар өлкәһендә эрзәндәр Исаклинский (23,9 %), Шенталинский (20,9 %), Похвистневский (19,8 процент) һәм Клявлинский (19,1 процент) райондарында күпләп йәшәй. Кошкинский (6 %), районының Яңы Кармала, Дала Шенталаһы, Городок ауылдарында компактлы урынлашҡандар.

Ырымбурҙа эрзәндәр Боғорослан (16,1 %), Северный (12,7 %), Пономаревка (7,8 %) һәм Абдулла (7,6 %) райондарында күп[13].

Эрзән телендәге баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мордва Республикаһы территорияһында Хөкүмәт тарафынан «Эрзянь правда» («Эрзянская правда») республика гәзите нәшер ителә. Ул 1921 йылдан сыға (тәүге исеме «Якстере теште» («Ҡыҙыл йондоҙ»). «Сятко» («Искра», 1928 йылдан) әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Чилисема» («Восход», 1931 йылдан) журналдары баҫтырыла . Бынан тыш, 1994 йылдан алып айына ике тапҡыр эрзән бойондороҡһоҙ гәзите «Эрзянь Мастор» («Эрзянская Земля») сыға.

Ульяновск өлкәһендә айлыҡ «Ялгат» («Друзья») гәзите донъя күрә.

Эрзән телендә музыка һәм музыкаль ижад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фин-уғыр донъяһында эрзән телендә йырҙар башҡарыусы билдәле төркөм булып Торама фолк төркөмө тора.

2005 йылда йәштәр араһында популяр булған Модернс арт-фолк төркөмө ойошторола. 2010 йылда Саранскта Мерема төркөмө барлыҡҡа килә[14]. 2011 йылда Мәскәүҙә Ойме музыкаль төркөмөнөң дебюты була[15].

Эрзән телендә заманса йырҙарҙы Видяй Бакич, Ежевика Спиркин, Анна Панишева, Евгений Самаркин[16][17], Виктор Рауткин[18] һәм башҡалар башҡара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ethnologue and bibliography information on Erzya
  2. Гл. ред. С. А. Кузнецов. Большой толковый словарь русского языка. Первое издание: СПб.: Норинт, 1998.
  3. Отв. ред. В. В. Лопатин. Русский орфографический словарь Российской академии наук. 2007
  4. Эрзя // Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия . Под ред. Е. М. Жукова. 1973—1982.
  5. Эрзя // Энциклопедический словарь. 2009.
  6. Исследования по материальной культуре мордовского народа. — М., 1963.
  7. Мокшин Н. Ф. Этническая история мордвы. — Саранск, 1977.
  8. Паллас П. С. Путешествие по разным провинциям Российской империи. — Ч. 1. — Вторым тиснением. — СПб., 1809. — С. 107—108.
  9. torama.ru / Erziana / Фотоархив / Флаг Эрзя народа 2009 йыл 9 апрель архивланған.
  10. Интернет-портал «Эрзянь ки» 2010 йыл 7 ғинуар архивланған.
  11. Мордовский народный костюм: Альбом / Сост. и авт. текста: Т. П. Прокина, М. И. Сурина: Сост. каталога: Л. Т. Артамошкина, Л. Л. Добрачёва, Т. П. Прокина, М. И. Сурина: Худож. А. Г. Свердлов; Цвет. съемка Н. Е. Ревизова; Карты и рис.: Т. П. Прокиной, М. И. Суриной; Редкол.: Н. Ф. Мокшин (председатель), В. А. Балашов, Н. Ф. Беляева. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1990. — С. 36.
  12. Историко-этнографический сайт «Зубова Поляна»
  13. Национальный состав населения РСФСР. По данным Всесоюзной переписи населения 1989 г. — М., 1990.
  14. «Мерема», фольклорный ансамбль (рус.)(урыҫ.)
  15. Официальный сайт.
  16. вгений Самаркинынь эсь моросонзо куйсь од тёкшос 2015 йыл 31 август архивланған.Ҡалып:Ref-myv
  17. ЧАУНЗАНСЕТНЕ — ВАСЕНЦЕТЬ! 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  18. КУЛЯТ. 2016 йыл 11 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Финно-угорские племена