Ягодкин Василий Максимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Василий Максимович Ягодкин
Тыуған көнө

1 июль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Княгинино, Брянск өлкәһе, СССР

Вафат көнө

24 ғинуар 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (75 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

физика, математика

Эшләгән урыны

БДУ

Альма-матер

Куйбышев авиация институты

Ғилми дәрәжәһе

физика-математика фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ягодкин Василий Максимович (1 июль 1939, Княгинино, Брянск өлкәһе24 ғинуар 2015, Өфө) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, инженер‑конструкторы һәм уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (2002).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ягодкин Василий Максимович 1939 йылдың 1 июлендә Брянск өлкәһенең Княгинино ауылында тыуа.

1967 йылда Куйбышев авиация институтын тамамлай. Артабан ул 2010 йылға тиклем Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының физик электроникаһы һәм нанофизика кафедраһында уҡыта.

2002 йылда физика‑математика фәндәре докторы исемен яҡлай.

Василий Максимовичтың ғилми эшмәкәрлеге микроэлектроникаға бағышланға. Ягодкин тарафынан полиэфирсульфондарҙың, полидифениленфталидтарҙың, шулар нигеҙендәге композицион материалдарҙың үҙсәнлектәренә комплекс тикшеренеүҙәр яһалған; ҙур үлсәмле гибрид интеграль схемаларҙы, күп ҡатламлы коммутация платаларын ҡалын плёнкалы технология буйынса әҙерләү өсөн материалдар класы яһалған. Асыштары «Кабель» КБ‑нда, «Молния» предприятиеһында ҡулланыла башлай.

Ягодкин — 60‑тан артыҡ ғилми эш авторы.

2015 йылдың 24 ғинуарында Өфөлә вафат була.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Влияние комплексов переходных металлов на электронную структуру ароматических полиядерных соединений //Журнал прикладной химии. 2000. Т.73. Вып.2 (авторҙ.)
  • Effect of Structural Transformation in Aromatic Polysulfones on Their Properties //Russian Polymer News. 1999. Vol.4. №4 (авторҙ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]