Оҙонлоҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оҙонлоҡ
Үлсәнеш

L

Үлсәү берәмеге
СИ

м

СГС

см

Оҙонлоҡ

Оҙонлоҡфизик дәүмәл, һыҙыҡтар һуҙымының һанлы характеристикаһы. Тар мәғәнәлә оҙонлоҡ төшөнсәһе аҫтында, вертикаль йүнәлештә үлсәнгән бейеклектән, шулай уҡ объекттың арҡырыһына (оҙонлоҡҡа тура мөйөш яһап) үлсәнгән киңлектән йәки ҡалынлыҡтан айырмалы, предметтың буй йүнәлештәге һыҙыҡлы үлсәмен аңлайҙар (ғәҙәттә был иң ҙур үлсәменең йүнәлеше), йәғни горизонталь үлсәнгән ике иң алыҫ нөктәһе араһындағы алыҫлыҡ.

Физикала «оҙонлоҡ» термины ғәҙәттә «алыҫлыҡтың» синонимы һәм йәки ингл. length (оҙонлоҡ) тип тамғалана.

Оҙонлоҡ үлсәменең символы — dim l = L. Башҡа арауыҡ дәүмәлдәре араһында оҙонлоҡ — бер үлсәмле дәүмәл, ә майҙан — ике үлсәмле, күләм — өс үлсәмле. Күпселек үлсәү системаһында оҙонлоҡ берәмегетөп үлсәү берәмектәренең береһе, уның аша башҡа (сығарылма) берәмектәр билдәләнә. (СИ) халыҡ-ара берәмектәр системаһында оҙонлоҡ берәмеге итеп метр алынған.

Оҙонлоҡ үлсәү берәмеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Объкттарҙың
сағыштырмаса ҙурлығы, м.
-20 —
-18 —
-16 —
-14 —
-12 —
-10 —
-8 —
-6 —
-4 —
-2 —
0 —
2 —
4 —
6 —
8 —
10 —
12 —
14 —
16 —
18 —
20 —
22 —
24 —
26 —
28 —
30 —
Ай диаметры — 3,48·106
альфа Центавра йондоҙона
тиклем алыҫлыҡ— 4·1016
Андромеда томанлығы
тиклем алҫлыҡ — 1022
Йыһан сигенә тиклем
алыҫлыҡ — 1026

Метрик система[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Метрик система үҙенең ябайлығы арҡаһында бөтә уйлап сығарылған системаларҙың иң уңайлыһы тип иҫәпләнә. Метрик системаның нигеҙендә метр үлсәү берәмеге ята. Ҡалған бөтә үлсәү берәмектәре метрҙан ундың тапҡыр дәрәжәләре булып торалар (мәҫәлән, километр — ул 10³ метр һәм башҡалар), был иҫәпләүҙәрҙе еңеләйтергә ярҙам итә. 1960 йылға тиклем метрҙың махсус эталоны була, хәҙерге ваҡытта ул Севр ҡалаһында (Париж ҡалаһы эргәһе, Франция) урынлашҡан Халыҡ-ара үлсәм һәм ауырлыҡ бюроһында һаҡлана. Бөгөнгө көндә, билдәләмә буйынса, метр яҡтылыҡ вакуумда 1/299 792 458 секундта үткән алыҫлыҡҡа тигеҙ.

Британия/Америка системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙонлоҡтоң тәүге инглиз үлсәү берәмектәре булып миль, ярд, фут һәм дюйм тора. Миль Англияға Боронғо Римдән килеп инә, Римдә ул ҡораллы Рим яугиренең мең икеләтелгән аҙымы тип билдәләнгән.

  • лье
  • Фурлонг
  • Чейн
  • Род
  • Линк
  • Ус аяһы
  • Һыҙыҡ

Боронғо урыҫ системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Рәсәйҙә оҙонлоҡ, ауырлыҡ һәм башҡалар үлсәме булып кеше торған. Оҙонлоҡ үлсәү берәмектәре ошоға күрһәтә: терһәк (ҡулдың һуҙылған урта бармаҡ осонан йәки ҡыҫылған йоҙроҡтан терһәк бөгөмөнә тиклемге алыҫлыҡ), ҡарыш (баш бармаҡ менән урта бармаҡты яҙып тотҡандағы ара), сажин (бер ҡулдың бармаҡ остарынан икенсе ҡулдың бармаҡ остарына тиклемге алыҫлыҡ) һәм башҡалар[1].

Айырып әйткәндә, аршын кеше аҙымы оҙонлоғо менән бәйле. Әммә, халыҡ-ара сауҙа үҫеше менән бәйле, үлсәүҙәр системаһын Британия системаһы менән унификациялау кәрәклеге Пётр I заманында «ҡаҙна аршыны» тип аталған үлсәм индереүҙе талап итә. Ул дәүләт келәймәле металл осло үлсәү линейкаһы була. Ҡаҙна аршыны 28 инглиз дюймына тигеҙ була һәм 16 ҡарышҡа бүленә.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо грек системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолман системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Типографик система[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙ системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙонлоҡ үлсәүҙең диңгеҙ системаһы Ер планетаһының үлсәменә бәйләнгән. Төп үлсәү берәмеге сифатында Ер эллипсоиды меридианының бер минут (градустың 1/60 өлөшө) дуғаһы оҙонлоғона тигеҙ булған диңгеҙ миле ҡабул ителгән. Диңгеҙ миле оҙонлоғо киңлеккә бәйле үҙгәреүсән дәүмәл булып тора. Уның һан ҡиммәте экваторҙа 1843 метрҙан алып полюстарҙа 1861,6 метрға тиклем тәшкил итә.

Британия системаһындағы диңгеҙ миленән (1853,184 м) айырмалы рәүештә, халыҡ-ара диңгеҙ миле 1852 м тәшкил итә. Бәләкәйерәк алыҫлыҡтарҙы үлсәү өсөн кабельтов — 1/10 диңгеҙ миле, йәки 185,2 м (түңәрәкләп — 185 м) ҡулланалар[4]

Астрономияла ҡулланылған берәмектәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙонлоҡ, алыҫлыҡ үлсәү саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үлсәү инструменттары һәм үлсәмдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үлсәү приборҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа саралар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Навигацияла ҙур алыҫлыҡтар радионавигацион системалар йәки спутник системалары ярҙамында асыҡлана
  • Бик бәләкәй алыҫлыҡтар үлсәү микроскоптары ярҙамында үлсәнә

Тәбиғәттәге объекттарҙың алыҫлығы һәм үлсәмдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Метры
Ерҙән Ғаләмдәге иң алыҫтағы күренгән объектҡа тиклемге алыҫлыҡ
Ерҙән Андромеда йондоҙлоғондағы галактикаға тиклемге алыҫлыҡ
Беҙҙең Галактика диаметры
Ерҙән Центавр йондоҙлоғондағы иң яҡын йондоҙға тиклемге алыҫлыҡ
Ерҙән Ҡояшҡа тиклемге алыҫлыҡ
Ҡояш диаметры
Ерҙән Айға тиклемге алыҫлыҡ
Ер диаметры
Ер өҫтөндәге иң тәрән соҡор
Ер өҫтөндәге иң бейек тау
Ерҙәге иң ҙур хайуан - Күк кит оҙонлоғо
Иң оҙон кеше буйы
Амеба үлсәмдәре
Кеше сәсенең йыуанлығы
Ҡыҙыл ҡан шаригы диаметры
Грипп вирусы диаметры
Гемоглобин молекулаһы диаметры
Ҡаты матдәлә атомдар араһындағы алыҫлыҡ
Уран атомы ядроһы диаметры
Протон диаметры
Хәҙерге заман тиҙләткестәре ярҙамында эксперименталь өйрәнә алырлыҡ элементар өлөшсәләрҙең эсендәге өлкәләренең минималь үлсәмдәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «длина» мәҡәләһе бар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Меры длины 2009 йыл 31 август архивланған.
  2. Отечественные компании переходят на исторические меры длины
  3. Власов А.Д., Мурин Б.П. Единицы физических величин в науке и технике: Справочник. — М.: Энергоатомиздат, 1990. — С. 176. — ISBN 5-283-03966-8.
  4. Учебник по навигации
  5. Кабардин О.Ф., Орлов В.А., Пономарева А.В. Факультативный курс физики. 8 класс. — М.: Просвещение, 1985. — Тираж 143 500 экз. — С. 18