Ҡудашева Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡудашева Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 май 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө бейеүсе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы

Ҡудашева Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы (15 май 1956 йыл) — бейеүсе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы Ҡудашева 1956 йылдың 15 майында Сибай ҡалаһында тыуған.

1971 йылда Сибайҙағы 7-се мәктәптә һигеҙ синыфты бөтөргәндән һуң Өфө ҡалаһының мәктәпкәсә педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны 1974 йылда тамамлай.

1974—1975 йылдарҙа Сибай ҡалаһы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.

1975 йылдың авгусында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә.

2009 йылда Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай (педагогы В. И. Панфёров).

1975 йылдан алып (өҙөклөктәр менән) Башҡорт филармонияһының балет артисы, 1978—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ейеүсеһе.

2012 йылдан башлап Өфөлә Һаулыҡ йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә эшләй.

2017 йылдан йырсы Нәзифә Ҡадированың ижад төркөмөндә бейеүсе.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәнғәлә тыуҙырған бейеүҙәре хислелеге һәм сағыу темперамент менән айырылып торған, характер тыуҙырған бейеүсе. Репертуарында “Батмус менән бейеү”, “Йәшлек вальсы”, “Ҡабырсаҡ”, “Сәскәләр менән бейеү”, “Шаян килен”, шулай уҡ ғәрәп, корея, коряк, ҡалмыҡ, ҡытай, татар һәм башҡа донъя халыҡ бейеүҙәре бар.

“Октомбрия” (Кишинёв), “Октябрьский” (Санкт-Петербург), Мәскәүҙә “Рәсәй”, П.И.Чайковский исемендәге концерт залдарында, Эстрада театры сәхнәһендә сығыш яһай. Ҡарағалпаҡ АССР‑ында (1976) һәм ТАССР‑ҙа (1989) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981), Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997) ҡатнаша. Гастролдәрҙә булып, Рәсәй һәм сит илдәр (Голландия, Ҡытай, Перу, Сүриә, Финляндия һ.б.) сәхнәләрендә бейей. Бөтә Союз эстрада бейеүе фестивале лауреаты (Кишинёв, 1989) [1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ҠУДАШЕВА Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]