Һунарҙағы драма (телеспектакль)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һунарҙағы драма (телеспектакль)
Постер фильма
Жанр

мелодрама

Режиссёр

Ниренбург Борис Эдуардович

Кинокомпания

СССР Дәүләт телерадиоһының Үҙәк телевидениеһы

Оҙайлығы

137 мин.

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Йыл

1970

«Һунарҙағы драма» (рус. Драма на охоте) — урыҫ яҙыусыһы Антон Чеховтың «Һунарҙағы драма» повесы мотивтары буйынса төшөрөлгән телевизион спектакль.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер тапҡыр гәзит мөхәрриренә суд тәфтишсеһе Иван Петрович Камышев килә һәм унда үҙе икенсе фамилия аҫтында яҙған повесының ҡулъяҙмаһын ҡалдырып китә. Ике айҙан һуң мөхәррир был яҙманы асып уҡый башлай һәм, ҡыҙыҡһынып китеп, бөтә повесты башынан аҙағына тиклем уҡып сыға. Артабан ҡулъяҙманың тексы үҙгәртелмәй бирелә. Камышев Карнеевтан саҡырыу ала һәм уның усадьбаһына килә. Унда Камышыев Ольга менән таныша һәм ҡыҙға Урбенин ғашиҡ икәнлеген аңлай. Дуҫтар сиғандар хорын саҡыра һәм улар менән бергә ике көн эсеп ята. Иван Петрович иҫерек баштан Осиповтың башына ишкәк менән һуға.

Вознесенский Камышевты Тенёвоға тәхет байрамына саҡыра. Унда ул Ольганы осрата. Кащеев Ольганың иҫәп буйынса Урбенинға кейәүгә сығырға йыйынғанын белеп ҡала. Башҡа ҡунаҡтар менән бергә ул Карнеевта ҡунаҡта була һәм уларҙа йоҡларға ҡала.

Тиҙҙән Урбениндың туйы, шуға күрә барлыҡ персонаждар был ваҡиғала ҡатнаша. Камышев — кейәү егет. Көтмәгәндә Ольга өҫтәл артынан сығып йүгерә, Камышев уны эҙләргә сыға. Улар бер-береһен яратыуҙары тураһында һөйләйҙәр, быны Пшехоцкий ишетеп тора. Иван Петрович Ольганы үҙе менән китергә өгөтләй, ләкин Ольга быға риза булмай, ҡунаҡтар янына китә: бары тик уның һөйәркәһе булырға килешеүен аңлата.

Туйҙа Камышев Надежда Николаевнаны осрата. Тегеһе Камышевты яратыуын аңлата, ләкин ҡәтғи кире яуап ала. Шундай уҡ кире яуапты ул үҙе Вознесенскийға бирә. Өс көндән Ольга үҙе Камышевты күрергә килә. Улар тағы ла бер нисә тапҡыр осрашалар, ләкин был уларға бәхет өҫтәмәй. Граф Ольга артынан да, Надежда артынан етди уйһыҙ ғына йүгерә башлай.

Камышев менән Карнеев граф өйөндә ултырған саҡта, көтмәгәндә Ольга йүгереп килеп инә. Ольгала графтың хатын тапҡан Урбенин ығы-зығы ҡуптара. Камышев үҙенә ҡайтып китә, ә Ольга граф менән бергә йәшәп ҡала. Уның ире Урбенин балалары менән ҡалаға күсеп китә һәм эсергә һабыша.

Август тыуа. Урындағы байҙар һунарға сыға. Ольга граф бүләк иткән ат өҫтөндә һыбай бара: ул ҡылансыҡлана, сөнки граф менән бәйләнешенең тамамланыуға табан барғанын аңлай. Камышев уны туранан-тура һатылғанлыҡта ғәйепләй.

Тормошта гел яҡшылыҡты ғына күреүсе Надежда Камышевҡа үҙенең графҡа кейәүгә сығасағына өмөтләнеүе тураһында әйтә. Көтмәгәндә графтың 23 йәшлек ҡатыны Созя килеп сыға һәм графтың унан йәшеренеп йөрөүе, ә Пшехоцкийҙың Созяның ағаһы икәне асыҡлана.

Камышев өйөнә йәйәү ҡайтып китә. Ҡулъяҙмала ул был турала яҙмаған була. Китапты уҡыусы быны эпилогта булған ваҡиғанан аңлай.

Төндә Камышев янына Вознесенский килә һәм Надежданың үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуы тураһында һөйләп бирә. Бер үк ваҡытта Карнеевтан Ольганың үлеүе тураһында хат килтерәләр. Камышев менән табип усадьбаға бара һәм әле йәне сыҡмаған Ольганы күрә. Иван Петрович унан һорау алырға тырыша, ләкин Ольга үлтереүсенең кем икәнен әйтмәйенсә йән бирә.

Камышев менән Полуградов был ваҡиғаны тикшерә. Ольганың үлемендә улар енәйәт урынында ҡанға буялған Урбенинды күрә һәм уны ғәйепләй. Бер нисә көндән һуң Кузьма ниндәйҙер байҙың уның бөрмәле бишмәтенең итәгенә ҡанлы ҡулын һөрткәнен иҫенә төшөрә. Кузьманы ҡулға алалар, ул һаҡ аҫтында ултырғанда теге байҙың битен иҫенә төшөрөрөгә тырыша, ләкин икенсе көндөң таңында уның тәнен быуып үлтерелгән көйө табалар.

Камышев тәфтишсе эшенән сығып китә. Присяжныйҙар суды Урбенинды 15 йылға каторгаға хөкөм итә. Повесттың авторы был ваҡиғаларҙан һуң һигеҙ йыл ғүмер үтеп киткәне тураһында яҙа. Шул ваҡыт эсендә Карнеев эскеселек арҡаһында усадьбаһынан ҡолаҡ ҡаға һәм Камышев иҫәбенә йәшәй. Камышев ныҡ ҡартая һәм йыш ҡына уҙған тормошон иҫкә ала. Ошоноң менән ҡулъяҙма тамамлана.

Тәүге визитынан һуң өс ай үткәс, Камышев мөхәррир янына ҡабат килә. Әңгәмә ваҡытында мөхәррир ҡулъяҙмала яҙылған факттар буйынса Ольганы Урбенин түгел, ә Камышев үҙе үлтергән тип бара. Камышев мөхәррирҙең һүҙҙәре дөрөҫлөгөн раҫлай һәм Ольганы нисек үлтергәнен һөйләп бирә. Камышевҡа кемгәлер үҙенең уй-тойғоларын һөйләргә кәрәк була, шунлыҡтан ул үҙенең ғәйебен артыҡ йәшермәйенсә ҡулъяҙмаһында яҙа. Иван Петрович, Урбениндың элеккесә каторгала булыуына (ҡайһы бер кешеләр әйтеүе буйынса үлеүе тураһында белеүенә) ҡарамаҫтан, үҙенең ғәйебен танырға барырға йыйынмай.

Ролдәрҙе башҡарыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Юрий Яковлев — Сергей Петрович Камышев, суд тәфтишсеһе
  • Наталья Дрожжина — Ольга Николаевна Скворцова, лесничий ҡыҙы
  • Александр Кайдановский — Алексей Карнеев, граф (төп ролдәрҙең береһе)
  • Владимир Самойлов — Пётр Егорович Урбенин, графтың идарасыһы
  • Анатолий Кацынский — мөхәррир
  • Николай Пажитнов — Николай Игнатьевич Калинин, мировой судья
  • Элеонора Шашкова — Созя, Карнеевтың ҡатыны
  • Агнесса Петерсон — туйҙағы ҡатын
  • Александр Граве — Павел Иванович Вознесенский, өйәҙ табибы
  • Нина Русланова — Тина, сиған хорындағы йырсы
  • Александр Галевский — Кузьма, графтың хеҙмәтсеһе
  • Николай Лебедев — Илья, графтың лакейы
  • Вячеслав Бровкин — Каэтан Казимирович Пшехоцкий, Созяның ағаһы
  • Владимир Покровский — Поликарп
  • Нина Нехлопоченко — сиған ҡатыны

Төшөрөүсе группа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сценарий авторы:
  • Режиссёр: Борис Ниренбург
  • Оператор: Борис Кипарисов
  • Рәссам:
  • Композитор:

Техник мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Экранизации Антона Чехова


Ҡалып:USSR-film-stub