Әсәҙуллин Диас Тәлғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әсәҙуллин Диас Тәлғәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 май 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Ҡырмыҫҡалы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө директор
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Әсәҙуллин Диас Тәлғәт улы (1 май 1939 йыл) — партия һәм совет эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диас Тәлғәт улы Әсәҙуллин 1939 йылдың 1 майында Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында донъяға килгән.

Хеҙмәт юлын 1958 йылда Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң элемтә узелында монтер булып башлаған. Артабан электр станцияһында машинист булып эшләгән.

1959 - 1962 йылдарҙа Маҡар район халыҡ судында суд башҡарыусыһы булған.

1967 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң Мишкә районының ауыл ухжалығы идаралығында өлкән ветеринар врач, баш ветврач булып эшләгән.[1]

Артабан хеҙмәт юлы түбәндәгесә дауам иткән. 1973 - 1979 йылдарҙа Мишкә районы партия райкомының икенсе секретары булып эшләгән.

1979 - 1984 йылдарҙа Халыҡ депутаттарының Мишкә район Советы рәйесе вазифаһына күтәрелә.

1984 йылда Ҡариҙел районы партия райкомының беренсе секретары булып эшләй.

1991 йылдан Өфө агрегат етештереү берекмәһенең генераль директоры.

Ҡариҙел районы 220-се Магинск һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының депутаты итеп һайланған [2] .

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ҡатыны менән бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Асадуллин Диас Талгатович//Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]