Волгодонск зоопаркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волгодонск зоопаркы
Нигеҙләү датаһы 6 февраль 1998
Дәүләт  Рәсәй

Волгодонск зоопаркыРостов өлкәһе Волгодонск ҡалаһындағы зоопарк, 1998 йылдың 6 февраленән 2003 йылға тиклем эшләгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур булмаған зоокүргәҙмә (экзотариум) муниципаль учреждение булараҡ 1998 йылда төҙөлгән булған. Инициаторы булып Перфильев Александр Геннадьевич торған. Хайуандарҙың бик ҡыҙыҡлы һәм уникаль коллекцияһы, шул иҫәптән ағыулы йыландар булған. Тиҙҙән экзотарум дөйөм рәсәй зоопарктары исемлегенә индерелгән. Хайуандарҙың экспозицияһына ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар, уҡыусылары һәм студенттар яратып йөрөгән.

2000 йылдар башында ҡалала иҡтисади ҡатмарлы хәл була, күп кенә дотациялы учреждениелар ябыла, шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһендә лә. 2003 йылда, шул ваҡыттағы ҡала башлығы Клейменов Александр инициативаһы буйынса зоопаркты ҡала бюджетынан финанслау туҡтатылғас, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы һәм коммуналь хеҙмәттәр түләнмәй. Зоопаркты һөҙөмтәлә ябырға ҡарар ҡабул ителә.

Әлеге ваҡытта Александр Перфильев «Йәйғор» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәген (йәш натуралистар станцияһы) етәкләй. Бөгөн үҙәк үҙенең ҙур булмаған хайуандарҙың коллекцияһына эйә. улар бөтәһе лә кеше өсөн хәүефһеҙ һәм балаларҙы өйрәтеү өсөн ҡулланыла. Киләсәктә теләүселәр өсөн бөтә был хайуандарҙың күргәҙмәһен ойоштороу планлаштырыла. Әммә зоопаркты тергеҙеү тураһындағы мәсьәлә әлегә күтәрелмәй.

Коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зоопарк ағыулы йыландарға махсуслаша. Коллекцияһында:[1]

Хайуандар класы Төрҙәре Дана
Һөтимәрҙәр 4 13
Һөйрәлеүселәр 27 35
Ер-һыу хайуандар (амфибиялар) 2 3
Балыҡтар 25 840
Умыртҡаһыҙҙар 8 46

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Мәғлүмәт йыйылышы төбәк евро-азия ассоциацияһы аквапарк һәм зоопарк», вып. № 20, М., 2001 й.