Петр Атоян исемендәге стадион

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петр Атоян исемендәге стадион
Нигеҙләү датаһы 1927
Рәсем
Дәүләт  Ҡаҙағстан[1]
Административ-территориаль берәмек Уральск
Хужаһы Акжайык[d]
Хеҙмәтләндереүсе Акжайык[d]
Обитатель Акжайык[d]
Һыйым 8320
Карта

«Петр Атоян исемендәге стадион» (ҡаҙ. Петр Атоян атындағы стадион) — «Аҡжайыҡ» футбол клубының стадионы. 1927 йылда асылған[2].

Стадиондың һыйҙырышлығы 8320 урын. 1996 йылдан Уральск ҡалаһының почетлы гражданы Петр Атоян исемен йөрөтә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стадион Ҡаҙағстанда эшләп килгән иң иҫке стадиондарҙың береһе булып тора. Ул 1927 йылдың 29 майында ҡала йыйылмаһы һәм кавалерия полкы командаһы араһындағы матч менән асыла.

СССР чемпионаттарында, ә һуңғараҡ һәм Ҡаҙағстан чемпионаттарында ҡатнашҡан бөтә урал клубтары был стадионда үҙ осрашыуҙарын ойоштора.

Бында шулай уҡ ҡала һәм өлкә күләмендәге еңел атлетика буйынса ярыштар уҙғарыла.

Стадионда төрлө ваҡытта туп менән хоккей, баскетбол, гандбол буйынса ярыштар үтә.

Иң ҙур ваҡиға булып 1998 йылда үҫмерҙәр араһында туп менән хоккей буйынса донъя чемпионаты үтеүе тора[3].

Реконструкцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылда стадион реконструкциялана. Уны бөтә донъя стандарттарына ярашлы үткәреү планлаштырыла, әммә һуңыраҡ был ҡарар ғәмәлдән сығарыла.

Бөгөн стадиондағы үлән япма илдә иң яҡшыларҙан һанала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]